Зла-Колата (черногор. Зла Колата, Zla Kolata, алб. Kolata e Keq) — Черногория менән Албания сигендә Проклетие тау массивындағы 2534 метр бейеклегендәге түбә. Зла-Колата Черногориялағы иң бейек түбә.

Зла-Колата
Рәсем
Тау һырты Rodi e Kollatës[d]
Яҡынса бейеклеге 54 метр[1]
Топографическая изоляция 0,81 km[1]
Дәүләт  Черногория
 Албания
Административ-территориаль берәмек Тропоя[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2534 метр[2]
Карта
 Зла-Колата Викимилектә

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә
 
Зла-Колата түбәһенең төньяҡ стенаһы

Зла-Колата Черногория һәм Албанияға сигендә урынлашҡан. Албания яғынан түбә Кукес өлкәһенең Тропоя округында ята. Албания яғынан иң яҡын тораҡ пункты — көньяҡ-көнсығышҡа табан 4 километрҙа Валбона ҡалаһы, Черногория яғында — көнбайышҡа табан 10 километрҙа Гусинье ҡалаһы. Гусинье, ғәҙәттә, тауға күтәрелеү өсөн старт нөктәһе булып тора.

Зла-Колата түбәһе Колата тау массивында бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Уның иң юғары нөктәһе — Мая-Колата түбәһенең (Maja e Kollatës, йөки черногор. Ravna Kolata) бейеклеге 2552 метр, әммә ул тулыһынса Албания территорияһында урынлашҡан, сик буйынан төньяҡҡа табан яҡынса бер километрҙа. Зла-Колата тау массивы һыртында, Валбонаталс (Valbonatals) йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Түбәнең атамаһы «Яуыз (Зла) Колата». Икенсе түбә «Яҡшы (Мәрхәмәтле) Колата» (черногора. Kolata Dobra) Зла-Колатанан төньяҡ-көнсығышҡа табан ни бары 100 метр алыҫлыҡта ғына ята, Черногорияның бейеклеге 2526 метр булған был түбәһе бейеклеге буйынса икенсе урында тора. Түбәләр 2416 метр бейеклектәге билән менән бүленгән. Шулай итеп, икенсе түбә айырым түбә тип танылмай, сөнки Зла-Колатанан 110 метрға тәпәшерәк[3].

Ҡайһы берҙә Дурмитор тау массивындағы 2523 метр бейеклектәге Боботов-Кук түбәһен Черногорияның иң бейек түбәһе тип атайҙар[4]. Сөнки Зла-Колатанан айырмалы рәүештә, был түбә тулыһынса Черногория территорияһында урынлашҡан, шулай уҡ Зла-Колата түбәһе бейеклеген үлсәүҙә хата китеүенә лә ишаралайҙар. Әммә альпинистар яһаған үлсәүҙәр Зла-Колатаның 11 метрға бейегерәк булыуын раҫлай.

Тәбиғәтте һаҡлау

үҙгәртергә

2009 йылда Черногория хөкүмәте Проклетие милли паркын ойоштороу тураһында иғлан итә, уға тау массивы һәм уның тирәһендәге территориялар инә. Зла-Колата һәм Добрая-Колата түбәләре лә парк составына инә[5][6].

Хәл-ваҡиға

үҙгәртергә

2012 йылдың авгусында Зла-Колата түбәһенә күтәрелергә тырышҡанда ике чех альпинисы, яҡынса 400 метр бейеклегенән ҡолап, һәләк була[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=30157
  2. OpenStreetMap (билдәһеҙ) — 2004.
  3. Dobre Kolata, Montenegro (ингл.). peakbagger.com. Дата обращения: 12 апрель 2015.
  4. Montenegro in figures (ингл.). monstat.org. Дата обращения: 12 апрель 2015.
  5. Feasibility study on establishing a transboundary protected area. Prokletije / Bjeshkët e Nemuna mountains (ингл.). unep.at. Дата обращения: 12 апрель 2015. Архивировано 28 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  6. National Parks of Montenegro, new IUCN member (ингл.). iucn.org. Дата обращения: 12 апрель 2015. Архивировано 28 июль 2014 года. 2014 йыл 28 июль архивланған.
  7. V Černé Hoře zahynuli dva Češi, otec a syn se zřítili ze 400 metrů (чеш.). zpravy.idnes.cz/. Дата обращения: 12 апрель 2015.

Һылтанмалар

үҙгәртергә