Цицернакаберд (әрм. Ծիծեռնակաբերդ, тәржемәһе — «ҡарлуғас ҡәлғәһе») — Ереванда 1915 йылда әрмән геноциды ҡорбандарына бағышланған мемориаль комплекс. Шул уҡ атамалағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан.

Цицернакаберд
әрм. Ծիծեռնակաբերդ
Нигеҙләү датаһы 1967
Рәсем
Изображение интерьера
Менеджер/директор Айк Демоян[d]
Дәүләт  Әрмәнстан[1]
Административ-территориаль берәмек Ереван һәм Кентрон[d]
Төп тема Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте
Архитектор Артур Тарханян[d]
Рәсми асылыу датаһы 29 ноябрь 1968
Мираҫ статусы памятник культурного наследия в Армении[d][1]
Электрон почта info@genocide-museum.am
Рәсми сайт genocide-museum.am
Указания, как добраться Ծիծեռնակաբերդի զբոսայգի[1]
Вид с воздуха
Map
 Цицернакаберд Викимилектә

Мемориал идеяһы һәм төҙөлөшө

үҙгәртергә

Клмплекс төҙөүгә үҙәк һәм урындағы совет власы рөхсәт бирә. Ошо версияны Әрмәнстан милли архивы директоры Аматуни Вирабян яҡлай[2]. Идеяның инициаторы Әрмәнстан коммунистар партияһы үҙәк комитетының беренсе секретары Яков Заробян була. 1964 йылда ул «Беренсе донъя һуғышында һәләк булған әрмәндәр иҫтәлегенә монумент» төҙөү тәҡдиме менән үҙәк власть органдарына мөрәжәғәт итә. Был мәсьәләлә һуңғыларын дәртләндереү маҡсатында Вирабян совет пропагандаһы йүнәлешендә әрмән диаспораһына (Спюрк) йоғонтонтоно нығытыуҙы күҙаллай. 1963—1964 йылдарҙа Спюрк әрмән геноцидының 50 йыллыҡ хәсрәтле юьилейын үткәрергә ныҡлы әҙерләнә.

1965 йылда, геноцидтың 50 йыллығына мемориал булдырыу идеяһы асыҡтан-асыҡ иғлан ителә. Төҙөлөш урыны тип Раздан йылғаһы тарлауығындағы Цицернакаберд убаһы һайлана. 1965 йылдың мартында конкурс иғлан ителә, унда 78 эш тәҡдим ителеп, шуларҙың 4-һе финалға сыға һәм архитекторҙар Артур Тарханян менән Сашур Калашяндың проекты һайлап алына.

Авторҙың уйы буйынса, ул «ғәйепһеҙ һәләк булғандар иҫтәлегенә месса ла, шул уҡ ваҡытта, беҙгә, иҫән ҡалғандарға васыят та; ул, милләтенә һәм диненә ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә аңлайышлы; һәм, ниһайәт, әрмән геноциды тарихынан дәлилдәр һаҡланған үҙәк булырға тейеш».

Мемориаль комплексын төҙөү ике йылдан һуң нигеҙҙә тамамлана, айырым элементтары 1990 йыл уртаһына тиклем төҙөлә.

Мемориаль комплексы

үҙгәртергә
 
Ҡыҙ мәңгелек утҡа сәсәкәләр һала. Ҡоштар осор бейеклектән күренеш.

44 метрлыҡ стела әрмән халыҡының тергеҙелеүгә ихтыярын кәүҙәләндерә. Стеланың нигеҙенән осона тиклем тәрән ярыҡ һуҙылып, уны ике өлөшкә бүлә. Мемориал әрмән халҡын бүлгеләүҙе символлаштыра. Халыҡтың аҙсылығы Әрмәнстанда йәшәй, күпселеге — диаспорала.

Стела эргәһендә 12 ҙур таш плитанан эшләнгән киҫелгән конус тора. Уның уртаһында 1,5 метр тәрәнлектә Мәңгелек ут яна. Плиталар әрмәндәр юҡ ителгән 12 провинцияны кәүҙәләндерә, тигән ҡараш йәшәй. Шулай уҡ уларҙы Севр килешеүенә ярашлы, Әрмәнстанға тапшырылырға тейеш булған виләйәттәр тип тә әйтәләр, әммә виләйәттәр һаны әҙерәк. Ҡайһы берҙә 12 һанын апостолдар менән бйләйҙәр. Әммә, Сашур Калашян, комплекс архитекторҙарының береһе, 12 һанын һайлауҙарын түбәндәгесә аңлата:

Калашян, постаменттың символизмын аңлатып, уның «ғәйепһеҙ һәләк булғандар иҫтәлегенә ҙур ҡәбер ташы. Ауыр юғалтыу бөгөн дә халыҡ хәтерендә һәм плита, уңалмаҫ яра булып, ярылған һәм ҡайғының ниндәй тәрән икәнлеген асып бирә».

Шунда уҡ, стела йәнәшәһендә 100 метрлыҡ матәм диуары бар. Унда геноцид ваҡытында депортацияланған әрмәндәр ңткән урындарҙың (ауыл ҡалаларҙың) атамалары яҙылған. 1996 йылдан башлап стеланың кире яғына әрмән геноцидына ҡаршы баш күтәргән сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең ҡәберҙәренән килтерелгән тупраҡлы урна ҡуйыла башлай. Улар араһында — Армин Вегнер, Хедвиг юль , Генри Моргентау, Франц Верфель, Йоханнес Лепсиус һәм виконт Джеймс Брайс.

Геноцид музейы

үҙгәртергә
 
Рәсәй Президенты Владимир Путин музей экспозицияһы менән таныша, 24 апрель 2015 йыл

Комплекстың иң һуңғы төҙөлгән бинаһы булып 1995 йылда парктың икенсе осонда асылған Геноцид музейы һанала (архитекторҙары Сашур Калашян һәм Людмила Мкртчян). Музей тулыһынса тиерлек ер аҫтында урынлашҡан, дөйөм майҙаны 2000 кавдрат метр булған ике ҡаттан тора.

Унда Германия фотографтары эшләгән (шул иҫәптән Армин Вегнер) фотолар, шулай уҡ уларҙың мәҡәләләре бар. Музейынан алыҫ түгел аллеяһы бар, унда сит ил дәүләт эшмәкәрҙәре геноцид ҡорбандары иҫтәлегенә ағас ултырта.

2014 йылдың майында "Әрмәндәр геноциды музейы"н «Forbes» журналы тарафынан һәр кем күрергә тейешле 9 мемориаль музей исемлегенә индергән[3].

Музей менән танышҡан билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Төрлө йылдарҙа әрмәндәр геноциды ҡорбандары мемориалында Рәсәй (Борис Ельцин, Владимир Путин, Дмитрий Медведев), Франция (Жак Ширак, Николя Саркози, Франсуа Олланд), Чехия, Украина, Польша, Греция, Грузия, Иран һәм башҡа илдәрҙең президенттары, АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон, Рим Папалары Иоанн Павел II (2001 йыл), Франциск (2016 йыл)[4], Израилдең баш раввины Йона Мецгер, Рус православие сиркәүе патриархы Кирилл, шахмат буйынса донъя чемпионы Владимир Крамник, инглиз рок-йолдоҙо — Ян Гиллан, режиссерҙар Андрей Тарковский менән Эмир Кустурица, актерҙар Джордж Клуни менән Ален Делон, физика буйынса Нобель премияһы лауреаты Жорес Алферов, космонавт Алексей Леонов, йырсылар Монсеррат Кабалье һәм Мария Гулегина, пианист Евгений Кисин, поп-йондоҙ Шер, шансонье Шарль Азнавур, Нобелдең тыныслыҡ премияһы лауреаты Лейма Гбови, яҙыусы Пауло Коэльо һәм башҡалар була[5].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә