Але́н Фабье́н Мори́с Марсе́ль Дело́н (франц. Alain Delon; 8 ноябрь 1935 йыл)[5]Ален Делон булараҡ билдәле француз театр һәм кино актёры. 1960—1980 йылдарҙың «кино йондоҙо» һәм секс символы.

Ален Делон
Alain Delon
Delon Le Guépard (cropped).jpg
Ален Делон, 1963 йыл
Исеме:

Alain Fabien Maurice Marcel Delon

Тыуған:

8 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2][…] (84 йәш)

Тыуған урыны:

Со (О-де-Сен), Франция

Гражданлығы:

Flag of France.svg Франция[4]
Flag of Switzerland.svg Швейцария

Һөнәре:
актёр, кинорежиссёр, продюсер, сценарист
Карьера:

1957 йылдан — әлегә тиклем

Йүнәлеше:

драма, криминал, детектив, триллер

Наградалары:
Почётлы легион ордены офицеры
Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены (Франция)
Ҡалып:Кавалер ордена За заслуги (Франция)

Премия «Сезар» за лучшую мужскую роль (1985).

IMDb:

ID 0001128

alaindelon.ch
Commons-logo.svg Ален Делон

«На ярком солнце» (1960), «Рокко и его братья» (1960), «Леопард» (1963) фильмдарынан һуң киң танылыу яулай. Ирҙәр араһында, яңы килгән иң өмөтлө актёр булараҡ, «Алтын глобус» номинацияһында билдәләнә.

Карьераһының башланыуыҮҙгәртергә

1956 йылда армиянан ҡайтҡан Ален хеҙмәттәше менән башта Марселгә бара һәм унда армияла эшләгән аҡсаһының бер өлөшөн тотона, аҙаҡ яңыннан Парижға китә[6]. Йәштәр осһоҙло ҡунаҡханала номер ала. Делон яҡында Елисей яланы янында урынлашҡан һыраханаға официант булып эшкә урынлаша. Әммә был һөнәр уның күңеленә ятмай. «Администратор, метрдотель, өлкән официант һәр саҡта ла миңә, ябай официантҡа, ҡысҡырҙы. Минең а менән лакей вазифаһын башҡарыуҙы ҡабул итеү ҡыйын булды», — тип иҫләй ул[6]. Саҡ ҡына эшләгәс, ул эштән сыға һәм Парижда эшһеҙ тороп ҡала. Уҡырға инеү өсөн аҡсаһы булмай, тыуған Бур-ла-Ренға ҡайтҡыһы килмәй. Париждағы дуҫтарының кәңәше буйынса, ул үҙенең фотоһын продюссерҙарға күрһәтеп ҡарарға була. Ләкин ул бер-бер артлы кире ҡағыуҙарға осрай. «Һеҙ артыҡ ныҡ матурһығыҙ, һеҙҙең карьерағыҙ булмаясаҡ», — тиҙәр уға[7]. Әммә Делон төшөнкөлөккә бирелмәй һәм төрлө кастингтар, кинопробалар үтеүҙән туҡтамай. Шундай бер кастинг ваҡытында йәш актёр Жан-Клод Бриали менән таныша. Улар дуҫлашып китә һәм 1956 йылда үҙҙәрен күрһәтә алыу өмөтө менән Каннға фестивалгә китә.[8]. Унда Делонға «таланттар аулаусы» америка импресариоһы Гарри Уилсон иғтибар итә. Ул күптән түгел генә тормоштан киткән Джеймс Динға алмаш эҙләгән була. Уилсон Аленды Римгә фильмгә төшөрөп ҡарау өсөн ебәрә. Был һынауҙы ул уңышлы үтә. Уилсон Ален Делонға Голливудта эшләү өсөн ете йыллыҡ контракт тәҡдим итә. Контракттың тәүге шарты булып, инглиз телен белеү тора. Буласаҡ актёр өс ай эсендә инглиз телен үҙләштерергә тейеш була. Парижға ҡайтҡас, Ален тел өйрәнеүгә тотона һәм АҠШ-ҡа китергә йыйына. Әммә Жан-Клод Бриали дуҫын билдәле кинорежиссёр Ив Аллегре менән таныштыра. Аллегре Аленды тыуған ерендә актёрлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә күндерә һәм уға үҙенең яңы фильмында ҙур булмаған роль бирә[9].

Тәүге ролдәреҮҙгәртергә

Продюсер һәм режиссёр араһында конфликт сыға: продюсерҙар ул ваҡытта популяр булған актёр — Анри Видалде төшөрөү яғында булһа, Аллегре иһә Делонды төшөрөргә теләй. Килеп сыҡҡан бәхәсте төп ролде башҡарыусы, билдәле актриса Эдвиж Фейер хәл итә. Буласаҡ актёрҙа башҡаларҙа булмаған ниндәйҙер үҙенсәлек булыуына ышандыра ала. «Унан ниндәйҙер ҡырағай көс килә, унда физик ғәйрәт, мөләйемлелек һиҙелә», — тип әйтә ул[10]. 1957 йылда Ива Аллегреның «Когда вмешивается женщина» картинаһында Ален Делондың актёрлыҡ дебюты уҙа. Бер йылдан һуң, 1958 йылда актёр Марк Аллегреның «Будь красива и помалкивай» фильмында төшә һәм ундағы бер эпизодта ул ваҡытта актёрлыҡ карьераһын башлап торған актёр Жан-Поль Бельмондо менән күренә. Ағалы-ҡустылы Аллегреларҙың фильмындағы ҙур булмаған ролдәр Аленға билдәлелек килтермәй. Шуға ҡарамаҫтан, 1958 йылда актёрҙы Уи Пьер-Гаспарҙың «Кристина» тарихи мелодрамаһында төп ролде башҡарырға саҡыралар. Йәш офицерҙың һәм музыкант ҡыҙының мөхәббәт тарихын һөйләгән картина, прокатта әллә ни уңышҡа өлгәшмәй[10]. Артабан, 1959 йылда Мишель Буарондың «Слабые женщины» комедияһы төшөрөлә. Тамашасы араһында уңыш яулаһа ла, тәнҡитселәр был картинаны һалҡын ғына ҡабул итә һәм бары тик режиссёрҙың актёрҙар менән оҫта эш итеүен, Ален Делондың матур тышҡы ҡиәфәтен генә билдәләп үтә[11]. Йәш актёр Буарон менән эшләүен дауам итә («Дорога школяров» фильмы, 1959).

Махсус актёр белеменә эйә булмаған Делон, үҙенең һүҙҙәре буйынса, был оҫталыҡҡа кино төшөрөү майҙансығында өйрәнә. Фильмгә төшөүҙән тыш, актёрҙарға кәрәкле башҡа төрлө оҫталыҡҡа өйрәнеүен дә дауам итә, фехтование буйынса дәрестәр ала, телмәре, мимикаһы өҫтөндә эшләй[9].

ТанылыуыҮҙгәртергә

Буарондың фильмында төшөп бөткәс, Ален Делон Рене Клемандан Патриция Хайсмиттың «Талантливый мистер Рипли]]» романын экранлаштырыуға саҡырыу ала. Унда Делон Том Рипли ролен ала. Банктағы ҙур суммалағы иҫәп, матур ҡатын-ҡыҙ, яхта, диңгеҙ — Риплиның буй етмәҫлек хыялы була. Әммә Том хыялланған бөтә нәмәләр ҙә Филип Гринлифта бар. Ул диңгеҙ буйында рәхәтләнеп ата-әсәһенең аҡсаһын туҙҙыра, бер ғәмһеҙ, хәсрәтһеҙ йәшәй. Бер көн килеп Том әлеге күңелһеҙ тормошоноң түҙеп торғоһоҙ булыуын аңлай. Рене Клемандың «На ярком солнце» детектив лентаһында Делон саманан тыш һөйкөмлө, зирәк, амораль һәм бөтә нәмәгә лә әҙер булған, хатта ялған документтар яһауҙан алып, дуҫын үлтереүгә тиклем барып етә алған ярлы авантюрист образын булдыра[12]. Үҙенең ҡатылығы, килешмәүсәнлеге менән билдәле булған Клеман Делон менән бергә эшләгән сағын хәтерләй:

Шундай ишетеү һәләтенә эйә булған актёр режиссёр өсөн ҙур байлыҡ. Күп кенә актёрҙар үҙенә кәрәк булғанын ғына үҙләштерә. Делон ғәҙәти булмаған нәмәләрҙе башҡарырға ла әҙер булды. Нәк бына ошолар драманы үҫтереүгә булышлыҡ итә лә инде[10].

Фильмдың премьераһы 1960 йылдың 10 мартында була. Уны Елисей ҡырҙарының «Колизей» һәм «Мариво» кинотеатрҙары тәүгеләрҙән булып күрһәтеү хоҡуғына эйә була. Тәнҡитселәр картинаны ҙур һоҡланыу менән ҡабул итә. Ҡайһы берҙәре был фильмды Клемандың иң яҡшы эше тип баһаларға әҙер була. Делон тураһында талант эйәһе булараҡ һөйләй башлайҙар. Ҡалып:Циататаның башы Ниһайәт Ален Делон үҙ геройын тапты.

— Мари-Клер Тремуа, «Телерама»

Делонды «1960 йылдың Жюльен Сореле» һәм «Жерар Филиптың лайыҡлы алмашсыһы» тип һанайҙар [13][14]. 1960 йылдың 1 июлендә, «На ярком солнце» фильмы донъя прокатына сыҡҡандан һуң, Ален Делон тыуған Францияһынан ситтә лә танылыу яулай һәм яңы роль ала. Был юлы итальян режиссёры Лукино Висконтиның «Рокко и его братья» фильмында төшә. Висконти был кинороманында ярлы ғына Базиликат ауылынан ҙур сәнәғәт ҡалаһы Миланға мул өлөш өмөт итеп күсеп килгән Паронди ғаиләһе тураһында төшөрә[15]. Рокко әсәһен һәм туғандарын ҡарау өсөн боксер булырға мәжбүр була. Ален Делон башҡарған Рокко роле — тормош ауырлыҡтарына һәм һынауҙарына ҡарамаҫтан, үҙ дәрәжәһен төшөрмәгән матур һәм изгелекле йәш кеше. Был роль Делон уйнаған Том Рипли геройының нәҡ киреһе була. Картинаның 1961 йылдың 10 мартында Париждағы премьераһынан һуң,тәнҡитселәр кинолағы тәүге ике етди роль Аленды нескә һәм шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы драма актёры булараҡ асты, тип билдәләй[16][17].

[18][19]. «Наша история» (1984) картинаһындағы иң яҡшы ирҙәр роле өсөн «Сезар» премияһы лайыҡ булған. Офицер[20] ордена Почётного легиона. Актёр совет ҡатын-ҡыҙҙары араһында ҙур уңыш яулай;

БиографияһыҮҙгәртергә

Бала сағыҮҙгәртергә

Ален Делон 1935 йылдың 8 ноябрендә Париждың ҡала яны биҫтәһе — Сола (О-де-Сен (Үрге Сена) департаментына ҡарай) тыуған. Делондың бала сағы ата-әсәләре ул тыуғанға тиклем бер нисә йыл элек күсеп килгән ҙур булмаған Бур-ла-Рен исемле ҡалала үтә.[5].

Атаһы Фабьен Делон (1904—1977), сығышы менән Корсика утрауынан, Амбаркадер урамындағы 3-сө йортта урынлашҡан шәхси «Режина» кинозалы менән идара итә[21]. Әсәһе — Эдит Арнольд (1911—1995) — һөнәре буйынса фармацевт, иренең кинозалында контролер булып эшләй[22]. Ата-әсәһе айырылышҡанда, Аленға 3 йәш тә тулып өлгөрмәгән була[5][23].

1939 йылда Эдит колбаса лавкаһы хужаһы Поль Булонға яңынан кейәүгә сыға. Месье Булондың лавкаһы ҡала халҡы араһында бик популяр була. Эдит яңы иренә лавкала ярҙамлаша. Был уның күп ваҡытын ала, шул арҡала улын тәрбиәләргә лә ваҡыты, көсө ҡалмай[5]. Ален тураһында хәстәрлек күрһәтеү уны ҡараусы ҡатынға — мадам Нероға йөкмәтелә. Нероның ғаиләһе Френ төрмәһенә йыраҡ булмаған бәләкәй генә өйҙә йәшәй. Уның ире ошо төрмәлә ҡарауылсы булып эшләй. Делон бер нисә йыл ошо ғаиләлә йәшәй. Ошо йылдарҙағы ваҡытын ул бик йылы иҫтәлектәр менән хәтерләй. «Был ғаилә минең дә ғаиләм булды. Бында мине ысын күңелдән ҡабул иттеләр. Нәҡ ошо йортта бала саҡтың тәүге күҙ йәштәре түгелде», — тип иҫкә ала ул[5]. Ален ата-әсәһенең йортона ирле-ҡатынлы Неролар фажиғәле вафат булып ҡалғас ҡына ҡайта[24].

Мәктәп йылдары һәм һөнәр һайлауыҮҙгәртергә

Мәктәп йылдарында буласаҡ актёр өлгөлө тәртибе менән айырылып тормай. Шуға күрә лә уны йыш ҡына мәктәптәрҙән, пансиондарҙан ҡыуалар. Поль һәм Эдит классик белем биреүҙең Ален өсөн булмауын аңлай һәм уны колбаса эшләүсе һөнәренә уҡытырға хәл итә. Ален үҙе лә ҡаршы килеп тормай һәм ошо һөнәр буйынса уҡый башлай. «Был ата-әсәйемдең һөнәре ине. Мин уны дауам итергә тейеш инем һәм был минең өсөн ғәҙәти күренеш булды», — тип хәтерләй ул[5]. Бер йыл уҡып, ҡулына эшләргә хоҡуҡ биргән диплом алғас, Делон Лей-ле-Роз ит лавкаһына эшкә урынлаша. Унда 3 ай эшләгәс, Париждың Сен-Шарль урамындағы колбаса магазинына күсә.

Һинд-ҡытайҮҙгәртергә

Париж метроһында «Һеҙ лётчик-һынаусы буласаҡһығыҙ һәм Канадала стажировка үтәсәкһегеҙ», тигән иғланды күреп ҡалғанда, Делонға 17 йәш була[5]. Ален лётчик-һынаусы булыу хыялы менән яна башлай. Тик Һауа көстәре министрлығына мөрәжәғәт иткәс, осоусылар мәктәбенә быйылға уҡыусылар йыйыу тамамланыуын әйтәләр. Әммә француз армияһы рекруттарға мохтаж була. Тәҡдим ителгән 200 мең Франк йәш Аленға ҙур сумма булып күренә. Шулай итеп, 1953 йылда Париждағы эшен ҡалдырып, буласаҡ актёр диңгеҙ пехотаһы корпусының парашют-десант ғәскәре рәтенә баҫа һәм Һинд-Ҡытай һуғышына эләгә[6].

ХеҙмәтеҮҙгәртергә

Һинд-Ҡытайға Делон тиҙ генә барып эләкмәй. Башта ул Брестҡа (Франция) матростар йыйыу бюроһына ебәрелә. Унда уның белем кимәленең флот белгесе алыу өсөн тап килмәүе асыҡлана. Аленға йомошсо булып палуба йышырға йәки килем кимәлен арттырырға тигән һайлау ҡуйыла. Делон икенсе тәҡдимде һайлай. 1953 йылдың ғинуарында яңы ғына хәрби хеҙмәткә алынған Ален Делон Пон-Реанға флотта хеҙмәт итеүселәр әҙерләү үҙәгенә (CFM) килә. Бында уҡыу уға еңел булмай.

Үҙәктә рекруттарҙы ныҡышмаллы итеү өсөн барыһы ла эшләнде. Беҙгә ял итергә лә мөмкинлек бирмәнеләр, бер туҡтауһыҙ йүгереүҙәр үткәрҙеләр, ауыр физик күнекмәләр менән шөғөлләнергә мәжбүр иттеләр, ҡайһы берәүҙәр иҫтән яҙып ҡолай торғайны. Әгәр ҙә һинең биҙгәк икән, медпункт тураһында уйлама ла! Беҙҙе һуғышҡа, дөрөҫөрәге пушка итенә әйләнеү өсөн әҙерләнеләр. Үҙәктә шундай ҡағиҙә булды: «Бар, йәки үләһең»

Делондың армиялағы хеҙмәттәше, CFM рекруты Раймона Бласко иҫтәлегенән

. Ҡаты шарттарҙа уҡыуға ҡарамаҫтан, Ален ҡырыҫланып китмәй. Иптәше Раймон Бласко уны үтә оялсан, тыйнаҡ, изге күңелле яҡшы егет тип хәтерләй.

1953 йылда CFM тестарын уңышлы үткән диңгеҙ пехотасыһы Делонды Тулонға радисттар курсына ебәрәләр. Әммә матрос Делон дисциплиналы булмай, язаларҙың береһе артынан икенсеһен алып ҡына тора. Етәкселек Делон алдына йә контрактты ике йылға оҙайтып Һинд-Ҡытайға китергә йәки ҡораллы көстәр уның хеҙмәтенән баш тартасаҡ, тигән шарт ҡуя. Алендың хеҙмәтен ҡалдырғыһы килмәй. Уның Һинд-Ҡытайҙы һайлаған дуҫтары ла була, уларҙан айырылырға теләмәй һәм хеҙмәтте һайлай. Хеҙмәткә алыныусыларҙы Сайгонела төшөрәләр. Өлкән матрос Делонды Дисциплинар ротаға ебәрәләр[25]. Унда ла Алендың дисцилиналы булмауы үҙен һиҙҙерә. Яза рәүешендә ул көндәр буйы дөгө бушата, кискеһен гауптвахтаға ҡайта. Әммә ауырлыҡтарға ҡарамайынса, актёр үҙенең хеҙмәттә үткән ваҡытына үкенес белдермәүен әйтә. «Ул саҡтар тормошомдағы иң бәхетле көндәр булды. Нәҡ ошо ваҡыт минең кемгә әүерелеремә һәм кем булырыма ҙур йоғонто яһаны», — ти ул[26].

НаградаларыҮҙгәртергә

Орден Почётного легиона
Год Звание
1991 Кавалер[27]
2005 Офицер[28][29]
Награждён[30]
1972 — Специальная премия «Давид ди Донателло»
1985 — «Сезар» за лучшую мужскую роль — «Наша история» (1984)
1987 — «Bambi Awards» -
1995 — Международный Берлинский кинофестиваль — Почётная награда фестиваля
1999 — «Flaiano International Prizes» — Приз за карьерные достижения
2003 — Международный кинофестиваль в Марракеше — Почётная награда фестиваля
Номинирован[30]
1964 — «Laurel Awards» — Самый многообещающий новичок среди мужчин.
1964 — «Золотой глобус» — Самый многообещающий дебют среди мужчин — «Леопард» (1962)
1977 — «Сезар» за лучшую мужскую роль — «Месьё Кляйн» (1976)
1978 — «Сезар» за лучшую мужскую роль — «Смерть негодяя» (1977)

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. RKDartists
  2. SNAC — 2010.
  3. Discogs — 2000.
  4. http://www.nytimes.com/movies/person/87436/Alain-Delon
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Бернар Виоле. Глава I. Сын // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000. (рус.)
  6. 6,0 6,1 6,2 Бернар Виоле. Тайны Делона. Глава II. Матросик // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000. (рус.)
  7. интервью Алена Делона. — проект "Люди". (рус.)
  8. по сведениям Actualite de Stars  (фр.) в 1957 Бернар Виоле. Глава III. Ступени к звёздам // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000.
  9. 9,0 9,1 Ален Делон. — Кинопортал: Variety.ru. (рус.)
  10. 10,0 10,1 10,2 Бернар Виоле. Тайны Делона. Глава IV. Невеста по имени Роми // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000.  (рус.)
  11. Бернар Виоле. Тайны Делона. Глава V. Талантливый господин Делон // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000.  (рус.)
  12. Михаил Водопьянов. Делон, Ален. / «Кругосвет». Энциклопедия 2008: Частичная цитата
  13. На ярком солнце  (рус.). — Российский ресурс, посвящённый Алену Делону. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 5 ноября 2008 тикшерелгән.
  14. Вязмитинова Л. Г. Жюльен Сорель. «Энциклопедия литературных героев»  (рус.). — герой романа Стендаля «Красное и чёрное» (1830). Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011.
  15. Экранизация романа Джованни Тестори «Мост через Гизольфу»
  16. Ровно через год после премьеры «На ярком солнце»
  17. Михаил Водопьянов. Ален Делон. — «КРУГОСВЕТ». Энциклопедия, 2008. (рус.)
  18. Годы указаны в соответствии с фильмографией на сайте Алена Делона  (фр.)
  19. Номинации и награды указаны согласно информации в разделе «Награды» на Кинопоиск.ру  (рус.)
  20. Alain Delon— Autres activités (фр.)
  21. ныне улица Рене-Рекель. (рус.)
  22. Ален Делон  (рус.). «Афиша» Mail.ru. — урождённая Арнольд. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011.
  23. Ален Делон  (рус.). «Телеканал Россия». — по другим данным — четырёх..
  24. Звёздное Досье. Делон / Delon, Alain. — «Pro Кино» — журнал о российском и зарубежном киноискусстве..
  25. Раздел полностью написан по материалам Бернар Виоле. Тайны Делона. Глава II. Матросик // Тайны Делона = Les mysteres Delon — Paris: Flammarion, 2000. (рус.)
  26. Интервью Алена Делона
  27. 1991 йылдың яҙында Ален Делон күп француздарҙың йөрәген елкендергән юғары наградаға лайыҡ була һәм «Почетлы легион» орден кававлеры була. (рус.)
  28. франц. Officier de la Légion d’honneur
  29. Le Journal Officiel de la Republique Francaise (фр.)
  30. 30,0 30,1 The Internet Movie Database (IMDb) Awards for Alain Delon  (инг.)

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • IMDb  (инг.). — Ален Делон на сайте Internet Movie Database. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 26 ноября 2008 тикшерелгән.
  • www.alain-delon.ru  (рус.). — Российский портал, посвящённый Алену Делону. Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 26 ноября 2008 тикшерелгән.
  • «Pro Кино»  (рус.). — биография актёра в журнале «Pro Кино». Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 26 ноября 2008 тикшерелгән.
  • «Tout le cine»  (фр.). — биография актёра на портале «Tout le cine». Тәүге сығанаҡтан архивланған 21 август 2011. 26 ноября 2008 тикшерелгән.