Ҡолмөхәмәтов Хәйрулла Динмөхәмәт улы

Ҡолмөхәмәтов Хәйрулла Динмөхәмәт улы (1 сентябрь 1904 - 14 ғинуар 1987) — крайҙы өйрәнеүсе, Салауат Юлаев исемен башҡорт халҡына яңынан ҡайтарыусы, тормошон һәм көрәш юлын өйрәнеп, уның шәжәрәһен төҙөүсе; Әйле ҡәбиләләр берләшмәһе Тырнаҡлы ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен тергеҙеүсе. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Хужалыҡ һәм партия эше активисы[2][3]

Ҡолмөхәмәтов Хәйрулла Динмөхәмәт улы
Тыуған көнө

1 сентябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (120 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы ауылы[1]

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

крайҙы өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Тормош һәм хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Хәйрулла Динмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов 1904 йылдың 1 сентябрендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Ҡаратаулы ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Сала­уат районы) тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант, политрук, Төньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы 26-сы Сталин уҡсылар дивизияһының 349-сы уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры урынбаҫары.

Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан осорҙа үҙе генә 39 немец һалдаты һәм офицерын юҡ иткән. Ленинград өлкәһенең Сорокин ауылын алған ваҡытта үҙенең ротаһы менән 300-гә яҡын немец һалдатын һәм офицерын ҡыйратҡан. Шуның менән бергә 70 һалдатты әсир иткән, 6 орудие, 5 пулемёт һәм бик күп боеприпастарҙы ҡулға төшөргән. Һуғышта 2 тапҡыр яралана һәм ауыр контузия ала. 2-се төркөм инвалиды.

Крайҙы өйрәнеүсе

үҙгәртергә

Ҡолмөхәмәтов Хәйрулла Динмөхәмәт улы һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы һәм Салауат районы Малаяҙ ауылдарыында партия һәм хужалыҡ органдарында хеҙмәт итә. Уның намыҫлы хеҙмәтен урындағы партия ойошмаһы ыңғай баһалаған, халыҡ араһында абруй менән файҙаланған.

Хәйрулла Динмөхәмәт улы — тыуған яҡты өйрәнеүсе. Үҙенең тыуған төбәге буйынса бик күп тарихи мәғлүмәттәр йыйған, Әйҙе башҡорттарының бөйөк Сыңғыҙ хандан башланған шәжәрәһен тапҡан һәм күсереп яҙған. Тырнаҡлы башҡорттары ырыуы шәжәрәһен төҙөгән.

Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевтың «Юлай улы Салауат» (Салауат - Юлайҙың улы) документаль әҫәрендә донъя күргән Салауат Юлаев шәжәрәһен яҙып алған. Емельян Пугачёв менән Салауат Юлаевтың 1774 йылдың 2-3 июнендә ауыл янындағы императрица Екатерина II ғәскәрҙәренә ҡаршы яуының 200 йыллығы һәм Салауат Юлаевҡа хәрби бригадир чины бирелеүенә арналған бетон плитанан әҙерләнгән обелискты шәхсән үҙе ҡуя[4].

Әүҙем йәмәғәтсе

үҙгәртергә

БАССР-ҙың Ҡыйғы районында киң йәмәғәт эштәрен башҡара. 1962-1965 йылдарҙа 8 йыллыҡ мәктәптә малайҙар интернаты тәрбиәсеһе,

1972-1978 йылдарҙа Ҡыйғы районы халыҡ контроле комитетының халыҡ контролёры, Ҡыйғы районы эске эштәр бүлеге тәфтишсеһенең йәмәғәт ярҙамсыһы.

1987 йылдың 14 ғинуарында вафат була, БАССР-ҙың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл», - «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме биш йыл», -«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл», - «СССР Хәрби көстәренә 50 йыл»

  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә «КПСС-та 50 йыл» билдәһе
  • «1961 йылдың 1 июленән урындағы әһәмиәттәге персональ пенсия» (БАССР Министрҙар Советының 1961 йылдың 17 июлендәге ҡарары - 573-сө һанлы Протокол нигеҙендә)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, 1978 йыл (Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы)[5]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башкирское шежере: Филологические исследования и публикации. Уфа, 1985.
  • БНТ. Т.2: Предания и легенды. Уфа, 1987; Иҙелба­е М.Х. Юлай улы Салауат: Тарихи-документаль китап. Өфө, 1994; БХИ. 2-се т.: Риүәйәттәр, легендалар. Өфө, 1997.

Һылтанмалар

үҙгәртергә