Хажин Ильяс Абдулғәни улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Хажин Ильяс Абдулғәни улы (1902 йыл1966 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945)

Хажин Ильяс Абдулғәни улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1902
Тыуған урыны Ниғәмәт, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1966
Вафат булған урыны Ниғәмәт, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Һуғышҡа тиклем

үҙгәртергә

Ильяс Абдулғәни улы Хажин 1902 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Үкһеҙ етем ҡалғас, бер туған ағаһы Әминев Һиҙиәт тәрбиәһендә үҫә. Йәше еткәс, хеҙмәт армияһына алынып, Үзбәкстанда эшләй. Армиянан ҡайтҡас, Таулыҡай ауылы ҡыҙы Күсәрбаева Мәҙинә Рәхмәтулла ҡыҙына өйләнә.

Һуғыш осоро

үҙгәртергә

1942 йылда Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһы сафына алына[1].

Яңы ойошторолған 112-се башҡорт атлы кавалерия дивизияһына билдәләнә. 62-се кавалерия полкында ат йөрөтөүсе (коновод) һәм ездовой булып хеҙмәт итә[1].

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Баймаҡ районы «Үрнәк» колхозында йылҡы фермаһы мөдире булып эшләй.

Һуғыш яраларынан оҙаҡ ауырый. 1966 йылда вафат була[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хажин Ильяс Абдулғәни улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән «Они вернулись с победой. Списки военнослужащих, вернувшихся живыми с Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» баҫмаһының 2-се томында [2] һәм Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлектә бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә