Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы

Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы (8 апрель 1943 йыл) — йырсы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова
Тыуған ваҡыты:

8 апрель 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (81 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Балтас районы Маты ауылы

Һөнәре:

йырсы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19692001

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөлфирә Әғләм ҡыҙы Фәрхетдинова (никах буйынса фамилияһы Бәкерова) 1943 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Маты ауылында тыуған.

Өфө музыкаль педагогия училищеһының 1 курсын тамамлағас, Мәскәүгә уҡырға бара[1].

1969 йылда А. Т. Москаленко класы буйынса Гнесиндар исемендәге Мәскәү музыкаль‑педагогия институтын тамамлай һәм 2001 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй.

Бер үк ваҡытта 1999 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында музыкаль белем биреү кафедраһы мөдире. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Музыкаль педагогия буйынса 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, уҡытыу‑методик әсбаптар авторы[2].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Тауышы — лирик‑колоратуралы сопрано. Башҡорт, рус һәм сит ил композиторҙары операларында 3 тиҫтәнән ашыу партия башҡара. Хөсәйен Әхмәтов, Айрат Ҡобағошов, Р. Ф. Кәлимуллин һәм башҡа ҡайһы бер композиторҙарҙың әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусыһы булып тора. Зөлфирә Фәрхетдинованың концерт репертуарында Халиҡ Заимов, Заһир Исмәғилев, Салауат Низаметдинов, Нариман Сабитов һәм башҡа композиторҙарҙың вокаль әҫәрҙәре; рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар һәм романстар, башҡорт халыҡ йырҙары («Зөлхизә», «Таштуғай», «Һыр», «Шәл бәйләнем») һәм башҡалар бар[2].

1961 йылда Мәскәүҙә, 1973 йылда Яҡут АССР-ында Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте аҙналарында ҡатнаша. СССР-ҙан тыш ҡайһы бер сит илдәрҙә, шул иҫәптән Германия, Финляндия һәм Швецияла гастролдәрҙә була[2].

Операла төп партиялары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1991).
  • Салауат Юлаев ордены (2018)

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Активизация познавательной деятельности будущего учителя музыки. — Уфа, 2006.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Гөлдәр Сәлихова. Көмөш шишмәләрҙән күскән моң. Башҡортостан ҡыҙы. Дата обращения: 9 март 2018.(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 Башҡорт энциклопедияһы — Фәрхетдинова Зөлфирә Әғләм ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә