Салауат Юлаев (опера)
Салауат Юлаев — Баязит Бикбай либреттоһына Заһир Исмәғилев яҙған 4 акттан, 7 шаршауҙан торған опера. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында тарихи-героик музыкаль драма.[1]
Салауат Юлаев | |
Композитор | |
---|---|
Либретто авторы | |
Либретто теле | |
Жанр | |
Күренештәр |
4 Акт |
Картиналар |
7 картина |
Яҙылған йылы | |
Беренсе постановка |
10 сентябрь 2004 һәм 15 апрель 1955 |
Беренсе постановка ҡуйылған урын |
1-се редакция
үҙгәртергәОпераның беренсе редакциялағы премьераһы 1955 йылдың 15 апрелендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла.[2] Дирижёры — В. В. Целиковский;
Режиссёры --ҡуйыусылар: СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков Һәм А. Н. Бакалейников
Балетмейстеры — Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы.
Хормейстеры — Л. Х. Исхакова;
Рәссамы — Мѳхәмәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов.
1955 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы алдынан «Салауат Юлаев» операһын комиссияға тапшырыу була. Унда Салауат Юлаев партияһын Мәскәү консерваторияһының тәүге Башҡорт студияһы ҡарлуғастарының береһе, беренсе башҡорт опера йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов башҡара[3].
Салауат ролен РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара.
Көнбикә ролен РСФСР-ҙын халыҡ артисы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәрова башҡара. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында уңышлы күрһәтелә.[4]
Операның яңынан тергеҙелеүе
үҙгәртергә2016 йылдың декабрендә Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы композиторҙың «Салауат Юлаев» операһы, тәүге варианттында тергеҙелеп, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылды. Авторҙар — Мариин театры режиссёр Иркин Ғәбитов һәм театрҙың баш дирижёры Артем Макаров 1954 йылда Баязит Бикбай либреттоһына яҙылған әҫәрҙең бар музыкаль һәм поэтик үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем тулыраҡ бирергә ынтылған[5].
Төп партияны — Салауат ролен Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев башҡарҙы. Әминә ролендә тәүге тапҡыр Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Фатыхова сығыш яһаны. Икенсе состав артистар уйнауында опералағы төп родәрҙе Иҙел Аралбаев менән Гөлнара Вәлиева башҡарҙы[5].
Музыкаль яҙмалар
үҙгәртергәМәғәфүр Хисмәтуллиндын Салауат арияһы | |
Помощь по воспроизведению |
Операһа увертюра. З. Исмәғилев | |
Помощь по воспроизведению |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 509 бит
- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 509 бит
- ↑ «Огонек», № 21, 1955 год, 22 мая, автор Вл. Рудим.
- ↑ Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 509 бит
- ↑ 5,0 5,1 В Уфе к 100-летию Загира Исмагилова восстановили первоначальный вариант оперы «Салават Юлаев». , 2016, 16 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2016)