Маты (Балтас районы)
Маты (рус. Мата) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 452989, ОКАТО коды — 80208843003.
Ауыл | |
Маты Маты | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ауылға нигеҙҙе Танып ырыуы башҡорттары һалған[2].
Тарихы
үҙгәртергәАуылға нигеҙҙе Маты һәм Тушҡыр йылғалары буйында йәшәгән Танып ырыуы башҡорттары һалған. 1745 йылда бында 4 ихатала 66 кеше йәшәгән (йола буйынса, ихатала бер нисә йорт була). 1816 йылда 8 йортта 66 кеше теркәлгән. 1834 йылда (VIII ревизия буйынса) ауылда 16 йортта 137 кеше йәшәй. 1906 йылда 50 йорт хужалығында 887 кеше йәшәгән[3].
1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылыу һөҙөмтәһендә күп хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр балаларын башҡа кешеләргә мәңгелеккә ялсылыҡҡа бирергә мәжбүр булған. 1718 йылдың 10 мартындағы документ (бессрочная житейская запись) һаҡланған: Маты ауылы яһаҡ түләүсе башҡорто Бурансы Ялашлы ауылы башҡорто Ырыҫ Илсекәйевкә (рус."Урус Ильчикеев") үҙ хужалығынан айырырып сығарылмаған улы Абрашты ялсылыҡҡа биргән. Бындай хәлдәр аҫаба башҡорттар араһында бик ныҡ бөлгән саҡта ғына булған.
Урман араһындағы Маты ауылы кешеләре башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, игенде бик әҙ сәскән. 1843 йылда ауылдың һәр кешеһенә ни бары 2,8 бот ашлыҡ сәселгән. Ауылда тирмән, XIX быуат аҙағында — тире эшкәртеү, аяҡ кейеме тегеү оҫтаханалары, ике тимерлек, ике бакалея кибете һәм мәсет булған[3].
2010 йылға тиклем ауылда тулы булмаған дөйөм белем биреү мәктәбе эшләй. Хәҙерге ваҡытта балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 407 | 217 | 190 | 53,3 | 46,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 23 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Штәнде): 4 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 86 км
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Зөлфирә Фәрхетдинова (8.04.1943), опера йырсыһы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Нәбиуллина Мәғлиә Муллаҡай ҡыҙы (1949—2004), «Балтач» совхозы һауынсыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәПортал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |