Белов Фёдор Иванович

(Фёдор Иванович Белов битенән йүнәлтелде)

Белов Фёдор Иванович (20 февраль 1920 йыл27 май 1979 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, артиллерия полкының орудие командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Фёдор Иванович Белов

Сибай ҡалаһында Фёдор Белов бюсы
Тыуған ваҡыты

20 февраль 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Тамьян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы ауылы [1]

Үлгән ваҡыты

27 май 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (59 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ы
Сибай ҡалаһы

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1945

Хәрби звание

Өлкән сержант

Часть

52-се армия 214-се уҡсылар дивизияһының 683-сө артиллерия полкы

Командалыҡ итеү

орудие командиры

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Миҙалдар

Биографияһы үҙгәртергә

Фёдор Иванович Белов 1920 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Тамьян-Ҡатай кантоны Түбәнге Әүжән‑Петровск Заводы ауылында[1] тыуған.

Армияға алынғанға тиклем Баймаҡ районының Түбә руднигында эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың авгусында Баймаҡ район хәрби комиссариатынан саҡырыла. 1943 йылдан ВКП(б) (КПСС) ағзаһы.

Фёдор Белов 1945 йылдың 26 ғинуарында Олау ҡалаһы (Германия) янында Одер йылғаһы аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Демобилизациянан һуң Фёдор Иванович Белов ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарамағындағы партия мәктәбен тамамлай. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында граждандар оборонаһы начальнигы, смена мастеры булып эшләй.

1979 йылдың 27 майында вафат була, Сибай ҡалаһында ерләнгән.

Наградалары үҙгәртергә

  • Советтар Союзы Геройы исеме Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» медале менән (№ 8870) Федор Иванович Беловҡа 1945 йылдың 10 апрелендә бирелә[2][3].
  • Ленин Ордены
  • Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (03.10.1943)[4]
  • Медалдәр

Хәтер үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Түбәнге Әүжән ауылы
  2. Представление «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 636, л. 5)ф. 33, оп. 686046, д. 636, л. 5)
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 2)ф. 33, оп. 686046, д. 35, л. 2)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2845, л. 1, 14, 15)ф. 33, оп. 686044, д. 2845, л. 1, 14, 15)
  5. http://www.bashinform.ru/news/149277-v-sibae-muzey-geroya-sovetskogo-soyuza-fedora-belova-popolnyaetsya-novymi-eksponatami/

Һылтанмалар үҙгәртергә