Фёдоров Виктор Степанович
Федоров Виктор Степанович (1912 йыл — 1990 йыл — 1 февраль 1990 йыл) — совет дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Фёдоров Виктор Степанович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 29 май 1912 |
Тыуған урыны | Армавир, Кубан өлкәһе[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1 февраль 1990 (77 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Грозный дәүләт нефть техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | XXIV съезд КПСС[d], КПСС-тың XXV съезы[d], XXVI съезд КПСС[d], XXIII съезд КПСС[d] һәм КПСС-тың XXII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биография
үҙгәртергә1912 йылдың 16 (29 майында) Армавир ауылында (хәҙерге Армавир, Краснодар крайы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте — урыҫ.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1926 йылда Грозный ҡалаһында нефть промыслаһы слесары уҡыусыһы булып башлай, бригада уҡыусылары мәктәбен тамамлай. 1928 йылда институтта уҡыуын дауам итә.
1932 йылда Грозный нефть институтын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты.
1935 йылдан уҡытыусы була.
1940 йылдан алып «Грознефтезаводтар» берекмәһендә хужалыҡ эшендә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 24 ғинуарындағы «Нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен биреү тураһындағы» Указы менән «нефть сығарыуҙы арттырыуҙа, нефть продукттары сығарыуҙа, яңы нефть ятҡылыҡтарын тикшереүҙә һәм нефть скважиналарын быраулауҙа ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә[1].
1946—1948 йылдарҙа СССР-ҙың көньяҡ һәм көнбайыш райондарында нефть сәнәғәте министры урынбаҫары.
1948—1951 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары.
1951—1952 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары.
1952—1954 йылдарҙа — Ангара нефть химияһы комбинатының төҙөлөш начальнигы.
1954—1957 йылдарҙа — СССР нефть сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары.
1957—1958 йылдарҙа — Башҡортостан халыҡ хужалығы советы рәйесе.
1958—1963 йылдарҙа СССР Министрҙар Советының химия буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
1963—1964 йылдарҙа СССР Дәүләт планы ҡарамағындағы Химия һәм нефть сәнәғәте дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
1964—1965 йылдарҙа СССР Дәүләт планы ҡарамағындағы Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте дәүләт комитеты рәйесе — СССР министры.
1965—1985 йылдарҙа — СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры.
1939 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. КПСС ҮК ағзаһы (1976—1986), КПСС ҮК-на ағзалыҡҡа кандидат (1961—1976). СССР Юғары Советының 5 — 10-сы саҡырылыш депутаты.
1985 йылдан алып пенсияла. 1990 йылдың 1 февралендә Мәскәүҙә вафат була. Троекуров зыяратында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (24.1.1944).
- биш Ленин ордены
- Октябрь Революцияһы ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- миҙал
- икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1942) — ғәмәлдәге ҡоролмаларҙа һәм заводтарҙа авиабензиндар етештереүҙе арттырыу ысулын эшләгән һәм сәнәғәткә индергән өсөн
- беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1948) — юғары сифатлы бензин ресурстарын байтаҡҡа киңәйтеүҙе тәьмин иткән нефть продукттарын алыу ысулдарын тамырынан камиллаштырған өсөн
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда работникам нефтяной промышленности» от 24 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — № 6 (266). — С. 1.
Һылтанмалар
үҙгәртергәФёдоров Виктор Степанович . «Герои страны» сайты.
- Биография на сайте «Библиотека — Люди и книги»
- Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Биография и фотография