Башҡортостан ауыл хужалығы
Башҡортостан ауыл хужалығы — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади тармағы.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы Рәсәй Федерацияһында алдынғыларҙың береһе. Ул илдәге ауыл хужалығы ерҙәренең 3,4%-ын (7,069 млн га, һөрөнтө ер — 3636,7 мең гектар) биләй һәм 3,2 % ауыл хужалығы продукцияһы етештерә[1].
Башҡортостан ауыл хужалығы Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағында[2].
Башҡортостан Республикаһының биләмәһе тәбиғәт шарттарына, ландшафт, тупраҡ һәм үҫемлек ҡатламына ҡарап, бер нисә ауыл хужалығы төбәгенә бүленгән[3].
- Тау-урман зонаһы — 15,1 %.
- Урал аръяғы дала зонаһы — 13 %.
- Урал алды дала зонаһы.
- Төньяҡ урман-дала зонаһы — 20,7 %.
- Төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһы — 8,2 %.
- Көньяҡ урман-дала зонаһы — 16,8 %.
Һәр төбәктең ауыл хужалығын алып барыуҙа, үҫемлек үҫтереүҙә үҙенсәлеге бар. Мәҫәлән, урман-дала, дала зонаһында ҡарабойҙай, көнбағыш, ҡабаҡлылар: ҡыҙыл клевер (туғай), люцерна, эспарцет, аҡ һәм һары ҡандала үләне, шулай уҡ бер йыллыҡ культуралар — гәрсис, рапс үҫтерәләр.
Тарихы
үҙгәртергә16-17 быуаттарҙа Башҡортостандың көньяҡ һәм төньяҡ төбәктәрендә йола булараҡ күсмә малсылыҡ менән, көнбайыш һәм төньяғында ер эшкәртеү менән шөғөлләнгәндәр. Башҡорт аты тәбиғәтте боҙмай торған йорт хайуандарынан һаналған. Йылҡы башҡа малдар ашамаған үләндәр менән туҡлана. Уларҙың ҡырҙа айырым өйөр (һәр айғырҙың үҙ төркөмө) булып йөрөүө тирә-йүнде тигеҙ һаҡларға булышлыҡ итә. Йылҡы малына ҡышҡылыҡҡа йылы урын һәм бесән әҙерләү талап ителмәй, улар тибенлектә йөрөп сыға. 1865 йылда ат менән һыйыр малын сағыштырғанда — 9:1, 1895 — 1:1, ә 1995 йылда — 1:10.
Башҡортостан еренә урыҫ крәҫтиәндәре менән Волга буйы халыҡтары күсенеп килә башлау менән ер эшкәртеү киң тарала башлай. Башҡорттар ерҙе ҡәбилә-ырыу менән биләгән, әммә мал шәхси милек булған. Йәмғиәт менән ерҙе биләү артабан коллективлаштырыу осорон еңелләштергән.
Рәсәйҙә крепостной хоҡуҡты бөтөргәндән һуң алпауыт хужалығы ике системаға нигеҙләнгән — капиталистик һәм эшкәртеү, йәғни алпауыттар крәҫтиәндәргә үҙ ерҙәрен эшкәртеү шарты менән биреп торған. Шулай уҡ улар уңыштың бер өлөшөн алыу шарты менән дә ерҙе ҡуртымға биргән.
XIX быуаттың 60-сы йылдарынан ер арендаһы арта башлай. Уның ике төрө була: мәжбүри һәм эшҡыуарлыҡ. Аҙаҡтан кулактарҙың эшҡыуарлыҡ арендаһы үҫеш ала. Өфө губернаһында 1896 −1897 йылдарҙа 478 048 десятина шәхси һөрөнтө ерҙең (33,4 %) 159 784 десятинаһы ҡуртымда була. XIX быуат аҙағында бында 699 788 эре имение 150 788 десятина һөрөнтө ер ҡуртымға биргән, шуларҙың 100 216 -һы (66,5 %) аҡсалата түләүгә бирелгән, 27 956-һы (18,6 %) — эшләп ҡайтарыу (отработка) һәм 22 616-һы (15 %) — испол өсөн.
Дөйөм алғанда, XX быуат башында Өфө губернаһы крәҫтиәндәре 416 мең дисәтинә ҡаҙна, алпауыт һәм удел ерҙәрен, Ырымбур губернаһында — 373 мең дисәтинәне ҡуртымға алған була.
Башҡорттарҙың ер эшкәртеү хужалығында башлыса ялансылыҡ мөһим урын алып тора. Баҡсасылыҡ аҙ үҫешкән, ә баҡсасылыҡ бөтөнләй булмаған. Ер эшкәртеү киңерәк йәйелә барған һайын башҡорттар арыш, һоло, ҡарабойҙай, борай, тары, борсаҡ, бойҙай, киндер, етен сәсәләр. XIX быуат уртаһында батша чиновниктары баҫымы менән картуф үҫтерә башлайҙар.
Тупраҡ эшкәртеү өсөн башҡорттар һабан, ике төрәнле һуҡа, ағас тешле тырма, ураҡ, салғы, сылбыр ҡулланған. Таулы-урманлы райондарында урман кәсептәре ҙур әһәмиәткә эйә була. Ҡыш урман ҡырҡҡандар, яҡындағы заводтарға, дала башҡорттарына һатыу өсөн утын әҙерләгәндәр.
Башҡорт ерҙәрен талау һөҙөмтәһендә XIX быуат аҙағына көтөүлек ерҙәре ныҡ ҡыҫҡартыла һәм малсылыҡ хәлһеҙләнә. Был мәлдә бик һирәктәр генә 50-100 баш ат тота. 20-30 аты булған башҡорт бай һаналған. Ер эшкәртеү һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән төбәктәр ултыраҡ ер эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай.
Тау-урман башҡорттарының XIX быуат аҙағы — XX быуат башында солоҡсолоҡ мөһим урын алып тора әле.
XX быуатта Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫешенең этаптары:
- 1935 йылға тиклем яңғыҙаҡ хужалыҡ итеү һәм ҡулланыусылыҡ.
- планлы-ҡулланыусылар менән коллектив хужалыҡ (1936—1957);
- тауар, планлы-тауарлы (1958—1993);
- баҙар — 1994 йылдан. Фермер хужалыҡтары, кооперативтар барлыҡҡа килә. Баҙар этабы башында малсылыҡ продукцияһының ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында БАССР фронт ихтыяждары өсөн ауыл хужалығы продукцияһы һәм аҙыҡ-түлек етештереү менән шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта эшкә яраҡлы колхозсылар һаны (1943 й.) һуғышҡа тиклемге менән сағыштырғанда 31 процентҡа кәмей. Техника, аттар, кешеләр фронтҡа оҙатыла. Һуғыш йылдарында колхоздың йөк машинаһы 97 процентҡа, аттар 35 %-ҡа кәмей. 1941 йылдың июненән 1944 йылдың 1 июленә тиклем 72462 ат, 4878 йөк һәм 181 еңел машина, 743 трактор ебәрелә. Кеше ҡулы һәм техниканың етешмәүе сәсеүлек майҙандарының — 32 %-ҡа, һарыҡ, эре малдың — 42 %-ҡа, йылҡының — ике тапҡырға кәмеүенә килтерә. Уңыш та ҡырҡа кәмей: бөртөклөләр — 1940 йылдағы 12,5 цт/цт булһа, 1944 йылда 6,8 цт/га тиклем.
Һуғыш йылдарында республиканың колхоз-совхоздары 160 миллион бот икмәк етештерә, 782,8 мең тонна картуф, 54,5 мең тонна йәшелсә, 960 мең цт ит, 3821 мең гектолитр һөт оҙата.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә шәхси хужалыҡтар 63 %, ауыл хужалығы ойошмалары — 31 %, фермер хужалығы 6 % биләй.
2015 йылда Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексына 900-гә яҡын ауыл хужалығы предприятиеһы, 5857 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси эшҡыуар, 594,5 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ, 900 аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеһы инә.
Ауыл хужалығы продукцияһы
үҙгәртергәРеспубликаның ауыл хужалығы структураһы (2012 йыл): үҫемлекселек — 35,8 %, малсылыҡ — 64,2 %[4].
Үҫемлекселек
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының климат шарттары иген, техник культуралар (шәкәр сөгөлдөрө), майлы культуралар (көнбағыш), бәрәңге һәм мал аҙығы культуралары үҫтерергә мөмкинлек бирә. Республикала шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү заводтары бар.
Малсылыҡ
үҙгәртергә2013 йылда бөтә хужалыҡтарҙа эре мал 1320,3 мең баш, шул иҫәптән һыйыр — 501,1 мең, сусҡа — 303,7 мең башы, һарыҡ һәм кәзә — 889,0 мең, ат — 133,4 мең, ҡош — 16,3 млн.
2004 йылда Башҡортостан Республикаһында «Умартасылыҡ тураһында» закон ҡабул ителә[5]. Был закон бал ҡорттарын һаҡлау, тотоу һәм үрсетеү, продукцияны эшкәртеү буйынса хоҡуҡи һәм иҡтисади нигеҙҙәр билдәләй.
Башҡортостан Республикаһында күлдәр һәм быуалар булыуы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. («Баткиррыбхоз» балыҡ хужалығы, Ҡарман рыбхоз, МГП «Балыҡ», «Бөрө» тәжрибә хужалығы).
Умартасылыҡ
үҙгәртергәУмартасылыҡ Башҡортостандағы боронғо кәсеп. Республикала умартасылыҡты үҫтереү өсөн бөтә тәбиғәт шарттары бар: тоҡомло бал ҡорттары, баллы үҫемлектәр. 525 мең тонна бал запастары баһалана. Башҡортостан Республикаһында «Умартасылыҡ тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы ҡабул ителгән.
Йылҡысылыҡ
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһында атты ҡулланыу һәм үрсетеү менән электән шөғөлләнәләр. Был башҡорттар өсөн традицион булған ауыл хужалығы тармағы. Бында тоҡомло аттарҙың 4 төрө бар: башҡорт, урыҫ юртағы, орлов юртағы һәм ауыр йөк аты.
Башҡортостан Республикаһында тоҡомло аттар үрсетеү менән 27 ат фермаһы шөғөлләнә. Башҡорт аттары үрсетеү шуларҙың 21-ендә ҡулланыла (Өфө ат заводы, «Ирәндек», Баймаҡ ТПХ-ы, Калинин ис, «Ильич васыяты» хужалығы), 6 ферма — рус һәм орлов тоҡомло юртаҡтар үрсетә.
Ат һаны буйынса Рәсәй Федерацияһында Саха Республикаһы һәм Алтай крайынан ҡала Башҡортостан (2010 йылда 129 мең) 3-сө урынды биләй.
Башҡортостан Республикаһында ҡымыҙ, киптерелгән һөт, йылҡы ите һәм унан төрлө ризыҡтар әҙерләйҙәр (колбаса, ҡаҙы, ял, ҡарта, билдәмә).
Бөгөн ҡымыҙ етештереү күләме йылына 2 мең тонна самаһы, ит — 3,5-5 мең тонна. Шулай уҡ республикала элек-электән ҡымыҙ менән дауалау киң ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта уның менән «Шафран» һәм С. Т. Аксаков ис. шифаханалар шөғөлләнә.
Йылҡысылыҡ өлкәһендә оҫта белгестәр: Сайгин И. А., Мөрсәлимов В. С., Һатыев Б. Х., Әхәтова И. А., Масленникова В. В. , Моршенников А. А., Мөкминов. Н. Н. һәм башҡалар.
Шулай уҡ ҡарағ Башҡорт аты.
Фән
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы буйынса иң алдынғы юғары уҡыу йорто — Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ).
Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институты ауыл хужалығы культуралары , һөтлө мал, продуктив йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡ селекцияһы менән шөғөлләнә.
Башҡорт дәүләт университеты (биология факультеты) биологик, медицина һәм ауыл хужалығы профилле белгестәр әҙерләй.
Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһының Башҡортостан ғилми үҙәге[6]
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы йүнәлешендәге матбуғат баҫмалары:
- Сельская новь гәзите. 1930 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға.
- Сельские зори гәзите. 1931 йылдан Баҡалы ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға.
- Ауыл уттары гәзите. 1931 йылдан Йылайыр ауылында аҙнаһына 3 тапҡыр сыға.
- Сельские узоры журналы. 1992 йылдан Өфөлә айына 1 тапҡыр сыға.
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы фәненә ҙур өлөш индергән ғалимдар:
Ғосманов Үзбәк Ғосман улы — иҡтисад фәндәре докторы, профессор, РАХФА-ның мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһы академигы.
Исмәғилев Рафаэль Ришат улы — агроном ғалим, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы.
Ҡунаҡбаев Абдулла Сабирйән улы — ғалим-селекционер.
Сафин Хәлил Мәсғүт улы — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы, БДАУ-ның ер төҙөлөшө кафедраһы мөдире; Башҡортостан ауыл хужалығы тикшереү институтының игенселек бүлеге мөдире.
Хеҙмәт геройҙары
үҙгәртергәБашҡортостан ауыл хужалығы өлкәһендәге ҙур уңыштары өсөн Социалистик хеҙмәт геройы исемен алғандар:
- Әбдүшев Хәбибулла Аҫылғужа улы — тракторсы
- Зәйнәғәбдин Сәлих Насретдин улы — Ленин исемендәге колхоз рәйесе, Мәләүез районы, БАССР
- Абрамычева Нина Ивановна — растениевод
- Ожегова Анастасия Васильевна — тракторсы, «Рәсәй» кохозы, Дыуан районы, БАССР
- Яхин Фазылғаян Фатхелбаян улы — «Октябрь» колхоз рәйесе, Илеш районы, БАССР
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Сельское Хозяйство Республики Башкортостан. 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан 2013 йыл 11 ноябрь архивланған.
- ↑ Медоносные ресурсы Башкортостана 2017 йыл 7 октябрь архивланған.
- ↑ Основные социально-экономические показатели в 2012 г 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Закон Республики Башкортостан «О пчеловодстве» — 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
- ↑ БАШКИРСКИЙ НАУЧНЫЙ ЦЕНТР (2002—2006 гг. 2013 йыл 12 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Усманов Ю. А. Агрохимслужба и система удобрений. Өфө, 1981.
- Трапезников В. К. Физиологические основы локального применения удобрений. М., 1983.
- Комплексная программа повышения плодородия почв Башкирской АССР на 1990—1995 гг. Өфө, 1990.
- Скотоводство. В 2-х т. М., 1961.
- Красота В. Ф. и др. Разведение сельскохозяйственных животных. М., 1983.
- Янгузин Р. З. Хозяйство башкир дореволюционной России. Өфө, 1989.
- Экономика Башкортостана. Учебник. Под ред. проф. Х. А. Барлыбаева. Өфө. 2003.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М-Л., 1955.
- Сайгин И. А. Мясное коневодство. Өфө, 1974;
- Мурсалимов В. С. Племенная работа в коневодстве //Племенное животноводство в Башкирии. Өфө, 1983.
- Фархшатов М. Н. Народное образование в Башкирии в пореформенный период. 60—90-е годы XIX в. М., 1994.
- Аминов Т. М. История профессионального образования в Башкирии. М., 2006.
- Богомолов Д. В. Почвы Башкирской АССР. М., 1954.
- Почвенное районирование СССР. М., 1960. Вып.1.
- Тайсинов С.Н., Бульчук П. Я. Природное и агропочвенное районирование Башкирской АССР. Ульяновск, 1975.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бурханов Р. А. Сельское хозяйство // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Гизатуллин Р. С., Губайдуллин М. С. Животноводство // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Исмагилов Р. Р. Растениеводство // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Йылҡысылыҡ
- Бөйөк ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан ауыл хужалығы. 2017 йыл 10 октябрь архивланған.
- Р. 2016 йыл 14 ноябрь архивланған. Р. Исмәғилев. Ст. 2016 йыл 14 ноябрь архивланған. Үҫемлекселек 2016 йыл 14 ноябрь архивланған.. Башҡорт энциклопедияһы.
- С. 2016 йыл 15 ноябрь архивланған. М . Лоҡманов, Р. Р. Исмәғилев. Ст. 2016 йыл 15 ноябрь архивланған. Селекция 2016 йыл 15 ноябрь архивланған.. Башҡорт энциклопедияһы.