Фролов Александр Павлович
Фролов Александр Павлович (27 сентябрь 1921 йыл — 10 октябрь 1994 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965).
Фролов Александр Павлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1921 |
Тыуған урыны | Заворонежское[d], Козловский уезд[d], Тамбов губернаһы[d], Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 10 октябрь 1994 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Казанка ауылы, Әлшәй районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1] |
Һөнәр төрө | офицер, лётчик, мәктәп директоры |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Фролов Александр Павлович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Павлович Фролов 1921 йылдың 27 сентябрендә Тамбов өлкәһе Мичурин районының Заворонежское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. 9-сы синыфты һәм аэроклубты тамамлай.
1940 йылда Тамбов өлкәһе Мичурин район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941 йылда Чугуев хәрби авиация пилоттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың сентябренән хәрәкәт итеүсе армияла.
659-сы истребителдәр авиацияһы полкының эскадрилья командиры урынбаҫары (288-се истребителдәр авиация дивизияһы, 17-се һауа армияһы, 3-сө Украин фронты) капитан Фролов Александр 1945 йылдың февраленә 475 хәрби осош яһай һәм һауа һуғышында шәхсән дошмандың 13 самолетын, төркөмдә 7 самолетын бәреп төшөрә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 6 майындағы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Фролов Александр Павловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 10680) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.
1945 йылдан майор А. П. Фролов — запаста. 1952 йылда ул педагогия институтын тамамлай. Башҡортостанға күсеп килгәс, Әлшәй районының Казанка ауылында йәшәй, «Ҡыҙыл» игенселек совхозында партбюро секретары булып эшләй, 1965—1985 йылдарҙа Казанка урта мәктәбе директоры була.
1994 йылдың 10 октябрендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (06.05.1965);
- Ленин ордены (06.05.1965);
- өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21.03.1943[2]; 06.03.1944[3]; 30.05.1944[4]);
- Александр Невский ордены (20.09.1944)[5];
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (18.03.1943)[6];
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[7];
- миҙалдар.
Хәтер
үҙгәртергә- Казанка ауылының мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Әлшәй районының Раевка ауылында Герой исеме менән бер урам аталған[8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1264, л. 2, 53, 54).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 1414, л. 3, 93, 94).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 3612, л. 4, 112, 113).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690306, д. 1916, л. 6, 190, 191).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 460, л. 3—5).
- ↑ Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Фролов Александр Павлович (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Фролов Александр Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2021)
- Фролов Александр Павлович . «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей боевой славы: Фролов Александр Павлович 2015 йыл 23 сентябрь архивланған..