Фридрих III (Изге Рим империяһы императоры)

(Фридрих III Габсбург битенән йүнәлтелде)

Фридрих III (нем. Friedrich III.; 21 сентябрь 1415(14150921), Инсбрук — 19 август 1493, Линц) — Германия короле (Рим короле) 1440 йылдың 2 февраленән алып (Фридрих IV исеме аҫтында), Изге Рим империяһы императоры 1452 йылдың 19 мартынан алып, Австрия эрцгерцогы 1457 йылдың 23 ноябренән алып (Фридрих V исеме аҫтында), Штирия, Каринтия һәм Крайна герцогы 1424 йылдан алып, Венгрия короле (номиналь рәүештә) 1458 йылдың 17 февраленән 1458 йылдың 17 июленә тиклем (1459 йылдың 4 мартында таж кейҙереү тантанаһы үтә), Габсбургтар династияһының Леопольд тармағы вәкиле, Римда тажланған һәм Австрия ерҙәрен берләштергән һуңғы император.

Фридрих III
Friedrich III
Фридрих III
Штирия герцогы
1424 — 19 август, 1493
Алдан килеүсе: Эрнст
Дауамсы: Максимилиан I
Германия герцогы
2 февраль, 1440 — 19 август, 1493
Алдан килеүсе: Альбрехт II
Дауамсы: Максимилиан I
Изге Рим империяһы императоры
19 март, 1452 года — 19 август, 1493
Дауамсы: Максимилиан I
Австрия герцогы
23 ноябрь, 1457 — 19 август, 1493
Алдан килеүсе: Ладислав Постум
Дауамсы: Максимилиан I
Венгрия короле (номиналь рәүештә)
17 февраль, 1458 — 17 июль, 1463
Коронация: 4 март, 1459
 
Дине: Христианлыҡ
Тыуған: 21 сентябрь, 1415
Инсбрук, Тироль
Үлгән: 19 август, 1493
Линц, Австрия
Ерләнгән: Grabmal Kaiser Friedrichs III.[d]
Нәҫел: Габсбурги
Атаһы: Эрнст Тимер
Әсәһе: Кимбурга Мазовецкая
Ҡатыны: Элеонора Португальская
Балалары: 1. Максимилиан I
2. Кунигунда Австрийская
 
Монограмма: Монограмма

Йәш сағы

үҙгәртергә

Фридрих V Эске Австрия герцогы Эрнст Тимерҙең һәм Кимбурга Мазовецкаяның өлкән улы була. Әсәһе — Плоцк һәм Куявия кенәзе, Земовит V ҡыҙы — үҙенә генә башҡа көс менән айырылып торған һәм нәҡ унан артабанғы Габсбургтарҙың нәҫеле башлығы булараҡ, улар барыһы ла айырмалы, тыумыштан хас физик билдә —Габсбургтарҙың яңаҡ һөйәгенең симптомдары (өҫтөнлөклө прогнатизм): йыуан аҫҡы ирен, ялпаҡ бит һөйәктәре, әйләндерелгән аҫҡы күҙ ҡабағы, бейек танау биле һәм патологик тешләнеш алалар.

Атаһы үлгәндән һуң туғыҙ йәштә ҡалған Фридрих Штирия, Каринтия һәм Крайна герцоглыҡтарының тәхеттәрен мираҫҡа ала. 1440 йылда Фридрих Габсбургтар нәҫеле башлығы булараҡ немец курфюстары тарафынан Германия короле итеп һайлана. Шул уҡ ваҡытта ул әле сабый йәшендә булған Австрия герцогы Ладислав Постум өҫтөнән опека урынлаштыра, уның вафатынан һуң (1457 йыл) үҙенең биләмәләренә Австрияны ҡушылдырып, Габсбургтар ерҙәренең күпселек өлөшөн (Тиролдән башҡа) берләштерә.

Германияла идара итеүе һәм папа менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Фридрих III Урта быуаттарҙың һуңғы императоры булып һанала. Империяның идара итеү органдарының дөйөм кризисы, император хакимлығының һөҙөмтәһеҙлеге һәм немец кенәздәренең аҙаҡҡы быуатта һаман артҡан бойондороҡһоҙлоғо тулыһынса үҙен Фридрих III идаралыҡ иткән осорҙа билдәләй. Үҙенең шәхси сәйәсәтен Германияла үткәреү өсөн уға ҙур күләмдә аҡса йыйырға йәки император хакимлығын нығытырға мөмкинлек булмай. Икенсе яҡтан император менән кенәздәр һәм империя ҡалалары араһында империя институтарының реформалауы буйынса Фридрих III бер ниндәй ҙә сара күрмәй. Йыш ҡына Германияның иң эре дәүләттәре Фридрих III ҡаршы сығыш яһайҙар, әммә императорҙы тәхеттән төшөрөүгә шулай ҙа барып етмәй, бәлки, курфюстарҙың яңыртып үҙгәртеүҙәр менән ҡыҙыҡһынмауы арҡаһындалыр.

Фридрих III сиркәү эштәрендә лә бик һирәк ҡатнаша. Рим папаһының Базель соборы менән көрәшендә , унан алдағы император Сигизмундтан айырмалы, королдең улар араһындағы ҡапма -ҡаршылыҡҡа ҡыҫылыуы юҡ кимәлендә була, 1446 йылда Фридрих Изге тәхет менән Австрия монархтарының һәм Рим папаһының араларын көйләгән Вена конкордатына ҡул ҡуя. Конкордат үҙ көсөндә 1806 йылға тиклем ҡала. Папа менән килешеү буйынса Фридрих 100 сиркәү бенефицияларын бүлеп таратыу һәм 6 епископты тәғәйенләү хоҡуғын ала.

1452 йылда Фридрих III Италияға сәйәхәт ҡыла һәм Римда папа Николай V тарафынан тажлана. Был тантана Германия императорҙары өсөн аҙаҡҡыһы була. Фридрих III Италияға элекке дәғүәләрен белдереүсе аҙаҡҡы Германия императоры була. Максимилиан I дәүерендә Римда тажланыуҙы үткәрергә мөмкинлек булмай, 1512 йылдан алып империя үҙенең яңы рәсми рәүештә — "Германия милләтенең Изге Рим империяһы"исемен ала.

Австрияла хакимлығы

үҙгәртергә

Шул уҡ ваҡытта император власының сикле булыуын аңлап, Фридрих III Австрияның мөстәҡиллеген арттырыуға көс һала. 1453 йылда ул Рудольф IV «Privilegium Maius» патентын раҫлай, шулай итеп Австрияның империя сиктәрендә айырмалы урынын һәм Австрия монархтарының эрцгерцог титулына хоҡуғын дөрөҫләй. Һөҙөмтәлә Австрия ысынбарлыҡта империянан бүленеп сығарыла һәм империя менән бер рәткә ҡуйыла. Австрия биләмәләрен император титулынан айырым һәм ентекләп һанап сыҡҡан һәм Фридрих III ҡулланған титул нәҡ ошо хәлде иҫбатлай[1].

1457 йылға тиклем Фридрих III бәләкәй йәштәге ейән тейешле туғаны Ладислав Постум Австрия герцогы була, әммә ысынбарлыҡта император Ладиславты әсирлектә тота һәм опекун булараҡ уның бөтә хоҡуҡтарын ҡанунһыҙ рәүештә тартып ала. Фридрихтың һөҙөмтәһеҙ сәйәсәте Австрия дворянлығында уның хакимлығына ҡаршы Ульрих Айтуипера етәкселеге аҫтында оппозиция тыуҙыра. Австрия магнаттары Ладиславты Венгрия короллегенә ҡайтарыу буйынса сығыш яһаған Венгрияның милли партияһы менән яҡынлаша. 1452 йылда ФридрихIII Римда булған саҡта Венала ихтилал тоҡана. Оппозиция баҫымы аҫтында император Ладиславты азат итә һәм уны Чехия менән Венгрия короле итеп танып, Австрия менән идаралыҡ итә торған функцияларҙы уға тапшыра. 1457 йылда Ладислав үлгәндән һуң Габсбургтар династияһының Альберт тармағы туҡтатыла һәм Фридрих III үҙенең биләмәләренә Австрия герцоглығын да ҡушып ала.

Шул уҡ ваҡытта 1457 йылда Фридрих менән Габсбургтар мираҫының бер өлөшөнә дәғүә иткән ҡустыһы Альбрехт VI араһында капма — ҡаршылыҡ көсәйә. 1458 йылда Фридрих үеҙнең ҡустыһына Үрге Австрияны бирергә мәжбүр була. Бер аҙҙан Венгрия менән император ҡаршы тора алмаҫлыҡ бик ҡаты һуғыштар башлана. Австрия ерҙәре талана һәм бөлгөнлөккә төшөрөлә. Фридрих III үҙе тәьмин итә алмаған аҡса баҫып сығарыу ниәте тормошҡа ашмай, крәҫтиәндәрҙең тулҡынланыуҙары йышая. 1461 йылда император үҙенең ҡустыһы тарафынан Венала ҡамауҙа ҡала. Бары тик 1463 йылда Альбрехт VI вафатынан һуң Фридрих Австрияның берҙән — бер хакимы булып китә.

Ҡатламдар, туғандар менән даими конфликттар һәм венгрҙарҙың барымталары императорҙы Австрия баш ҡалаһынан ҡасып, бер ҡаланан икенсеһенә күсенеп йөрөргә мәжбүр итә. Уның һарайы йә Грацала, йә Винер — Нойштадтта (замок һәм монастырь төҙөгән һуңғы ҡалаһы) урынлаша. Папа менән мөнәсәбәттәрен көйләү Фридрих III 1469 йылда Венала һәм Винер — Нойштадта епископстволар ойоштороуға Римдың ризалығын алырға булышлыҡ итә, унан алдағы Австрия хакимдары бер нисек тә ризалыҡты ала алмағандар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Германияла ла, Австрияла ла Фридрих III ҡырҡа үҙгәрештәр индереүҙән баш тарта һәм дәүләт аппаратында ниндәй булһа ла мөһим камиллаштырыу сараларын үткәрергә тырышмай.

Тышҡы сәйәсәте

үҙгәртергә

Чехия һәм Венгрия менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә

Венгрия һәм Чехия тәхеттәренә хоҡуғы булған Ладислав Постумдың бала сағында Фридрих III ошо дәүләттәр өҫтөнән үҙенең власын урынлаштырырға тырыша. Әммә ул Габсбургтар яҡлы көслө партия ойоштора алмай. Ике короллектә лә власҡа милли урта дворянлыҡ вәкилдәре — Чехиялағы Подебрадтан Йиржи һәм Венгриянан Янош Хуньяди ойоштоған граждандар һуғышы башлана. Австрия ҡатламдары тулҡынланыуы менән бер уҡ ваҡытҡа тура килгән венгрҙарҙың баҫып инеүе Фридрих III 1452 йылда Ладиславты азат итергә һәм уға король регалияларын кире ҡайтарырға мәжбүр итә. Был илдәргә йоғонто яһауҙы ҡатмарлаштыра. Улай ғына ла түгел, император венгрҙарға төрөктәр менән көрәштә ярҙам итеүҙән баш тарта. Ладиславтың 1457 йылда вафатынан һуң, Чехияны һәм Венгрияны Габсбургтар монархияһы орбитаһында тотоп ҡалыу ҙа килеп сыҡмай. Чехия короле итеп Подебрадтан Йиржи һайлана, быны Австрия өсөн уңышһыҙ булған һуғыштан һуң, 1459 йылда, Фридрих III танырға мәжбүр була. Уға, номиналь рәүештә 1463 йылдың 17 июленә тиклем Венгрия короле булып һаналһа ла, Изге Иштвандың тажын 80 000 алтын форинтҡа Матьяш Хуньядиға һатырға тура килә. Венгрия тәхетенә Матьяш Хуньяди ултыра һәм императорға ҡаршы тиҙҙән эре масштаблы хәрби ғәмәлдәр йәйелдереп ебәрә.

1460 йылдарҙа венгрҙарҙың Австрия ерҙәренә туҡтауһыҙ һөжүмдәре башлана, уларға ҡаршы финанс ҡытлыҡ кисергән Фридрих III тәьҫир итерлек ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Австрия хәйерселеккә төшә. 1485 йылда Матьяш Хуньяди армияһы Венаны һәм Винер — Нойштадты баҫып ала. Венгр ғәсҡәрҙәре Түбәнге һәм Үрге Австрияның бер өлөшөн, шулай уҡ Штирия, Каринтия һәм Крайнаның көнсығыш төбәктәрен, оккупациялай.

1490 йылда Матьяштың үлеме генә Австрия ерҙәрен азат иттерә һәм был эште Фридрихтың улы Максимилиан башҡарып сыға. Ул шулай уҡ Пожон килешеүен төҙөүгә ирешә. Был килешеүгә ярашлы Габсбургтар, Ягеллондарҙың династияһы бөткәндән һуң, Венгрия тәхете мираҫына хоҡуғына эйә була. Венгрия йүнәлешендә Фридрих III хакимлығы аҙағындағы уңыштар уның улының тәүәккәл ғәмәлдәре менән бәйле, үҙе император ғүмеренең ахырында бөтөнләй сәйәсәттән алыҫлаша.

Швейцария менән мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә

Швейцария конфедерацияһына ҡарата Фридрих III сәйәсәте шулай уҡ һөҙөмтәһеҙ булып сыға. Габсбургтарҙың хакимлығы аҫтына Швейцария ерҙәрен ҡайтарыу өсөн Францияны ҡулланырға тырышыуҙар уңышһыҙлыҡҡа осрай: 1444 йылда Карл VII Сен — Готтардта тар — мар ителә. Һөҙөмтәлә Габсбургтар нәҫеленең боронғо Тургау биләмәһе Швейцария составына инә. Императорҙың 1468 йылдағы Швейцария кантондары араһындағы граждандар һуғышына ҡыҫылыуы уңышһыҙ тамамлана. Шул уҡ ваҡытта Австрия ерҙәренең көнбайыш сиктәрендәге Бургундияның көсәйеүе һәм Эльзасты юғалтыу ҡурҡынысы Фридрих III 1470 йылдарҙа швейцариялылар менән араларҙы яҡынайтыу сәйәсәтен алып барырға мәжбүр итә. 1474 йылда Австрия менән Швейцария араһында оборона союзына Бургундия герцогы Карл Ҡыйыуға ҡаршы ҡул ҡуйыла. Килешеүҙе имзалаған саҡта Габсбургтар Швейцарияға ҡарата дәғүәләренән «тулыһынса һәм мәңгегә» баш тарталар. Бургундия менән һуғыш швейцарлылар өсөн уңышлы тамамлана: 1477 йылда Карл Ҡыйыу Нанси эргәһендәге алышта һәләк була..

Бургундия мираҫы

үҙгәртергә

Карл Ҡыйыу вафаты Бургундия мираҫы буйынса бәхәс тыуҙыра. Бургундия герцогтарының үҙ эсенә Франш — Конте, Ретель, Фландрия, Брабант, Намюр, Голландия, Зеландия һәм Люксембургты алған бик ҙур биләмәләрен Карлдың бер бөртөк ҡыҙы Мария Бургундская мираҫлыҡҡа ала. Тиҙ арала Мария Фридрихтың улы Максимилианға кейәүгә сыға. Габсбургтар монархияһы составына ошондай киң һәм бай биләмәләрҙең инеүе династияны Европа сәйәсәтендә шундуҡ алдынғы урынға этеп сығара һәм Габсбургтар нәҫеленең билдәле девизы тыуыуына сәбәп була: "Башҡалар, әйҙә, һуғышһындар,ә һин, Австрия, өйлән! "

Быға ҡарамаҫтан, Бургундия мираҫына үҙенең дәғүәләрен Франция короле лә белдерә. 1479 йылда Габсбургтарҙың бөтә биләмәләренә Людовик XI француз ғәсҡәрҙәре бәреп инә, ләкин улар Гонгат эргәһендәге алышта еңеләләр. 1482 йылда Аррас килешеүе төҙөлә, был килешеүгә ярашлы Франция Бургундия менән Пикардия герцоглыҡтарын ала, ә Габсбургтар Бургундия тажының ҡалған ерҙәрен үҙҙәре артынан һаҡлап ҡалалар. 1486 йылда Бретон мираҫы өсөн Франция менән конфликт ҡабаттан яңыра. Был юлы ваҡиғалар Австрия өсөн һәйбәттән булмай: Нидерландтарҙа ихтилал тоҡана, ә Максимилиан Брюггта әсирлеккә эләгә. Фридрих III улын азат итер өсөн 1489 йылда Нидерландтарҙа Адмиралтействоны булдырыуға ризалығын бирергә тейеш булып сыға һәм ошо ваҡыттан Голландия хәрби -диңгеҙ флотына нигеҙ һалына.

Австрия һәм Төркиә араһында һуғыштар башланыуы

үҙгәртергә

1469 йылда төрөк ғәсҡәрҙәре Австрия монархияһы сиктәренә беренсе мәртәбә бәреп инәләр. Ошо ваҡыттан Ғосман империяһының Штирия, Каринтия һәм Крайна ерҙәренә талау маҡсаты менән даими барымталары башлана. 1492 йылда Филлах эргәһендәге алышта Максимилиан етәкселегендә Австрия ғәсҡәрҙәре төрөктәрҙе еңә, әммә был әле Ғосман империяһы яғынан хәүефте кәметмәй.

Идара итеүенең дөйөм һөҙөмтәләре

үҙгәртергә
 
Фридрих III гербы

AEIOU хәрефтәр бәйләнеше тәүге тапҡыр Фридрих III батшалығы осоронда файҙалана башлай. Фридрих III бер нисек тә был бәйләнеште аңлатмай, әммә һуңынан, үҙенең вафатына тиклем, ул AEIOU аббревиатураһы латин теленән Austriae est imperare orbi universo— «Австрия дөнья менән идара итергә тейеш» тигәнде аңлата, тип әйтеп ҡалдырған тигән фекерҙәр тарала. Әммә был дәғүә ысынбарлыҡҡа тап килмәйҙер, сөнки императорҙың идара иткән осоро бер нинләй ҙә етди үҙгәрештәр менән билдәләнмәй, ул хатта дәүләт аппаратын да нығыта алмай һәм, дөйөм алғанда, уның хакимлығы бик уңышһыҙ була. Чехия Һәм Венгрия юғалтыла. Бик күп эске конфликттар арҡаһында, венгрҙар һәм төрөктәр менән һуғыштар башланыуы сәбәпле Австрия тулыһынса туҙҙырыла. Илдә финанс системаһы оҙайлы кризис кисерә. Әммә нәҡ Фридрих III үҙенең улын Бургундия вариҫына өйләндереп, күп милләтле Габсбургтар имперяһына нигеҙ һала.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Wir Friderich von gots gnaden Römischer kayser, zu allen zeitten merer des reichs, zu Hungern, Dalmacien, Croacien etx. kunig, hertzog zu Osterreich, zu Steyr, zu Kernndten und zu Krain, herre auf der Windischen march und zu Porttenaw, grave zu Habspurg, zu Tyrol, zu Phyrtt und zu Kyburg, marggrave zu Burgaw und lanndtgrave in Ellsass

Никахы һәм балалары

үҙгәртергә
  • Митрофанов П. Боронғо ваҡыттарҙан 1792 йылға тиклем Австрия тарихы — М., 2003
  • Принтер, Е. Австрияның ҡыҫҡаса тарихы. — М., 1952
  • Шимов, Я. Австро-Венгрия империяһы. — М., 2003

Һылтанмалар

үҙгәртергә
Алдан килеүсе
Альбрехт II
Германия короле
14401493
Вариҫы
Максимилиан I
Изге Рим империяһы императоры
14521493
Алдан килеүсе
Ладислав Постум
Австрия эрцгерцогы
14571493
Бергә идара итеүсе: Альбрехт VI
Алдан килеүсе
Эрнст
Штирия,
Каринтия һәм Крайна герцогы
14241493
  Изге Рим империяһы императорҙары (Оттон I тиклем — «Көнбайыш императорҙары») (800—1806)
 
800 814 840 843 855 875 877 881 887 891
   Карл I Людовик I  —  Лотарь I Людовик II Карл II  —  Карл III  —    
891 894 898 899 901 905 915 924 962 973 983
   Гвидо Ламберт Арнульф  —  Людовик III  —  Беренгар I  —  Оттон I Оттон II   
983 996 1002 1014 1024 1027 1039 1046 1056 1084 1105 1111 1125 1133 1137 1155
    —  Оттон III  —  Генрих II  —  Конрад II  —  Генрих III  —  Генрих IV  —  Генрих V  —  Лотарь II  —    
1155 1190 1197 1209 1215 1220 1250 1312 1313 1328 1347 1355 1378 1410
   Фридрих I Генрих VI  —  Оттон IV  —  Фридрих II  —  Генрих VII  —  Людвиг IV  —  Карл IV  —    
1410 1437 1452 1493 1508 1519 1530 1556 1564 1576 1612 1619 1637
   Сигизмунд Фридрих III Максимилиан I Карл V Фердинанд I Максимилиан II Рудольф II Матвей Фердинанд II   
1637 1657 1705 1711 1740 1742 1745 1765 1790 1792 1806
   Фердинанд III Леопольд I Иосиф I Карл VI  —  Карл VII Франц I Стефан Иосиф II Леопольд II Франц II   

Каролингтар — Саксонская династия — Салическая династия — Гогенштауфендар — Виттельсбахтар — Габсбургтар