Әр-Рияд

Сәғүд Ғәрәбстаны баш ҡалаһы
(Эр-Рияд битенән йүнәлтелде)

Әр-Рия́д (ғәр. الرياض[arrːiˈjɑːdˤ] — «баҡсалар») — Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы, Әр-Рияд административ округы үҙәге. Халҡы — 6 506 700 кеше (2016 йылға)[5].

Әр-Рияд
ғәр. الرياض
ғәр. الخفجي
Герб
Нигеҙләү датаһы XVIII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһы الرياض[1] һәм الخفجي[1]
Этнохороним riyadien[2], riyadienne[2], Riadano, Riyadhi, الرِّيَاضِ, Riyadien[3] һәм Riyadienne[3]
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны[4]
Административ үҙәге Сәғүд Ғәрәбстаны, Эр-Рияд[d] һәм Riyadh governorate[d]
Административ-территориаль берәмек Эр-Рияд[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 7 009 100 кеше (2022)
Административ рәүештә бүленә Al-Bathaa[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 612 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Акапулько[d] һәм Эрмосильо[d]
Майҙан 1798 км²
Почта индексы 11564–12665
Рәсми сайт riyadh.sa/en/
Һештег Riyadh
Урынлашыу картаһы
Вид с воздуха
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Эр-Рияде[d]
Карта
 Әр-Рияд Викимилектә

Яҡынса дүрт мең йылдар әүәл хәҙерге Әр-Рияд тирәһенә күсмән ғәрәп ҡәбиләләре килеп сыҡҡан.

VI—VII быуаттарҙа Әр-Рияд бер ҡәҙимге генә, күҙгә ташланмаған ҡасаба булған. XVIII быуаттан, тарихы ғәрәп баҙары киңәйә, яңы мәсеттәр һалына башлағас ҡына Әр-Рияд йәнләнеп киткән.

1902 йылда әмир Абдул-Әзиз ибн Сәғүд ғәскәре менән килеп Әр-Риядты баҫып алған. 1927 йылда сәғүд әмирҙәре Нәдж йәки Хиджаз тигән дәүләт төҙөп, баш ҡалаһын Әр-Рияд итеүгә өлгәшкән. 1932 йылда яйлап берләшә барып, ғәрәптәр Сәғүд Ғәрәбстаны тигән дәүләт булдырып, унда бөгөнгө көнгә тиклем әмир Сәғүд тоҡомдары идара итә. 1960 йылда Әр-Риядта 160 000 кеше йәшәгән. 1960-сы йылдарҙан Әр-Рияд, бар Сәғүд Ғәрәбстаны кеүек үк, нефть сығарыуҙан килгән табышҡа йәшәй.

Әр-Риядта король резиденцияһы, шулай уҡ барлыҡ үҙәк дәүләт учреждениелары урынлашҡан, улар 1955 йылда барлыҡҡа килгән булған. Ҡалала сәнәғәт юҡ тиерлек, уның ҡарауы, һанһыҙ магазиндар, ресторандар, ҡәһүәханалар, музейҙар һәм уҡыу йорттары тупланған. Ҡала халҡының яҡынса 40 % — 30 йәшкә тиклемгеләр. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙан илдәге кеүек үк 10 %-ҡа артығыраҡ. Ир-егеттәргә белемде баш ҡалала ла — уларға Дәүләт университетынан, Юғары техник институттан, Хәрби академиянан урындар бирелә — сит илдә лә ала алалар.

Ҡалала Исламдың барлыҡҡа килеү тарихына бағышланған экспозициялар ҡуйылған музейҙар күп, улар иҫәбенә Әр-Рияд музейы, Центр исследования и изучения ислама имени Король Фейсал исемендәге Исламды тикшереү һәм өйрәнеү үҙәге инә. Архитектура ҡомартҡылары араһында Әл-Батаа айырылып тора, был үҙәктә боронғо биналарҙы күрергә була. Йәнә Масмак ҡәлғәһе бар, ул 1865 йылда төҙөлгән булған. Әр-Риядтың бөгөнгө тормошо символы булып иң юғары бина — Король үҙәге тора, бында офистар, ҡыйбатлы квартиралар һәм ресторандар урынлашҡан үҙәк.

Климаты тропиктарға хас, сүллек . Әр-Рияд донъяның иң эҫе һауалы ҡалаларының береһе булып тора. Уртаса температура ғинуарҙа +14,4; июлдә +36,6. Климат бик ҡоро, яуым-төшөм йылына 100 мм тирәһенән артмай, ҡыш һәм яҙҙарын ғына ямғыр булғылай. Абсолют максимум +52,0 градус (июль), минимум −1 градус (ғинуар).

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 31,5 34,8 38,0 42,0 45,1 49,8 52 47,8 44,5 41,0 36,0 31,0 52
Уртаса максимум, °C 20,1 23,0 27,6 34,0 39,6 42,7 43,4 43,2 41,3 35,1 27,6 22,0 33,1
Уртаса температура, °C 14,4 16,9 21,1 26,9 32,9 35,4 36,6 36,5 33,3 28,2 21,4 16,1 26,6
Уртаса минимум, °C 6,9 9,0 15,0 20,3 25,7 27,6 29,1 28,8 25,7 20,9 15,3 8,4 19,9
Абсолют минимум, °C −1 0,5 4,5 11,0 18,0 21 23,6 22,7 16,1 13,0 7,0 1,4 −1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 12,3 5,8 30,2 23,3 6,2 0 0 0,3 0 2,3 7,4 11,2 99,0
Сығанаҡ: pme.gov.sa

Демографияһы

үҙгәртергә
Йыл Халыҡ һаны
1862 7500
1935 30 000
1960 150 000
1970 370 000
1972 500 000
1974 650 000
1988 1 500 000
1990 2 000 000
1997 2 800 000
2010 4 600 000
2020 8 900 000

Ҡаланың үҫеше

үҙгәртергә

1940-сы йылдарҙан ҡала ныҡлы һәм бик етеҙ үҫешә. Бигерәк тә Әр-Риядатың халыҡ һаны XX вбыуаттың икенсе яртыһында ныҡ арта. 1960 йылда ҡалала 150 мең кеше йәшәһә, 1980-се йылдар башына миллиондан уҙып китә. Нефттән килгән иҫ киткес ҙур табыш ҡаланы бик замансаға әүерелдерә. Ғәҙәттә ҡала йорттары 8 ҡатлы, әммә оригиналь төҙөлөшө менән айырыла. бик күп күктерәр йорттар, башҡа һуш китерлек проекттар ҙә эшләнә. грандиозные проекты. Ҡаланың һәм шулай уҡ илдең иң ҙур бинаһы — Бурж әл-Мәмләк.

2009 йылдың ноябрендә ер өҫтө метрополитены төҙөлә башлай, ул Мәккәнекенән ҡала икенсе урында[6]. 2017 йылда алтын менән биҙәлгән яңы тармағы төҙөлөргә тейеш[7].

2013йылдың 23 апрелендә Сәғүд ибн Әбдел Әзиз әл Сәғүд исемендәге университет биләмәһендә троллейбус йөрөй башлай[8].

Ҡала 15 районға бүленгән[9].

Ҡала күренештәре

үҙгәртергә
Король үҙәге күренеше һәм Аноуд Башняһы
Аноуд Башняһынан көньяҡ күренеш

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.