Ғәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы

матбуғат ветераны, журналист, йәмәғәт эшмәкәре

Ғәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы (рус. Гаскарова Гульфира Ильсовна ; 7 июнь 1956 йыл) — матбуғат ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, журналист, тәржемәсе, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2022) һәм Журналистар союздары (2000) ағзаһы, 1981—2001 йылдарҙа Асылыкуль-Балҡантау район гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 2001—2011 йылдарҙа Дәүләкән районы хакимиәтендә мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе, бүлек етәксеһе, Әхиәр Хәким исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (2014).

Ғәскәрова Гөлфирә Ильяс ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 июнь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (68 йәш)
Тыуған урыны Усман, Төрөмбәт ауыл Советы (Ауырғазы районы), Ауырғазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, тәржемәсе, уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Ғәскәрова 1956 йылдың 7 июнендә Башҡорт АССР-ының Ауырғазы районы Уҫман ауылында белемле, мәҙәниәтле Аҡбулатовтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы, Аҡбулатов Ильяс Хәбибрахман улы, һуғыш ветераны, күп йылдар клуб мөдире, ферма мөдире, бригада партия ойошмаһы секретары, Ауырғазы район гәзитенең әүҙем ауыл хәбәрсеһе була. Әсәһе, Аҡбулатова Рәйхана Әхиәр ҡыҙы, физика, математика фәндәре, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, 5 балаға ғүмер бирә, ижад менән шөғөлләнә. Шиғырҙары район гәзитендә баҫыла. «Изге тойғоларҙан тыуған юлдар» мәҡәләһендә Гөлфирә Ильяс ҡыҙы:

  Шиғриәт өлкәһендә профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүселәр күҙлегенән ҡарағанда, әсәйемдең шиғырҙарын, моғайын, үтә ябай, өлгөрөп етмәгән тип тәнҡитләргә лә булалыр. Шулай ҙа минең өсөн улар тап шул ябайлығы, ихласлығы менән яҡын. Кеше тирә-йүндәге хозурлыҡҡа, матур шәхестәргә һоҡланып, үҙендә тыуған кисерештәрҙе, хис-тойғоларҙы башҡаларға ла еткереү теләге менән ҡәләмгә тотона бит. Минеңсә, был осраҡта рифмалар камиллығы, ритмдың төҙөклөгө түгел, ә фекерләү, һығымта яһау һәләте һәм әлеге ихласлыҡ мөһимерәк.[1]  

Гөлфирә Ильяс ҡыҙы Усман башланғыс белем биреү мәктәбенән һуң, Ишембай ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатта һигеҙ йыллыҡ, Өфөләге 1-се мәктәп-интернатында урта белем ала. 1978 йылда Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамлай, инглиз теле уҡытыусыһы һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Ауырғазы районы Мораҙым урта мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып башлай.

Ижади эшкә ынтылыш уны 1981 йылда Дәүләкән район гәзитенә алып килә һәм корректор булып эш башлай, ошо редакцияла мөхәррир урынбаҫарына тиклем юл үтә.

2001 йылда Дәүләкән районы хакимиәтендә яңы ойошторолған мәғлүмәт-аналитика бүлегенә баш белгес вазифаһына тәғәйенләнә. 2003—2011 йылдарҙа бүлек етәксеһе вазифаһын башҡара.[2]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Күп йылдар район ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, һайлау кампанияларында ҡатнаша. 1996 йылдан район «Дим» әҙәби берекмәһе ағзаһы. 2021 йылда «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсында «Өлкән быуындың әүҙем йәмәғәтсеһе» номинацияһы лауреаты.

Мәктәп йылдарынан уҡ ижад менән мауыға, шиғыр, нәҫер жанрын үҙ итә. Ауырғазы һәм Дәүләкән район гәзиттәрендә шиғырҙары баҫылып тора, «Илһам шишмәләре» фестиваленең «Йәйғор-2001» альманахына, «Дим тулҡындары» (2008) һ.б шиғри йыйынтыҡтарға инә.

Тәржемә эштәре

үҙгәртергә

90-сы йылдарҙан башҡорт яҙыусыларының хикәйәләрен рус теленә тәржемәләүгә күсә. Иң тәүге эше Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Ҡорбан килтереү» хикәйәһе 2004 йылда «Бельские просторы» журналында баҫылып сыға. 2016 йылда «Бельские просторы» журналының «Тәржемә» номинацияһы лауреаты. Республика баҫмаларынан тыш, эштәре "Литературная газета"ла, «ЛиФФТ» Бөтә Рәсәй әҙәби журналында, «Шёпот музы» китабында һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән Рәсәй фантаст-яҙыусылар йыйынтығында баҫыла.[3]

20-нән ашыу авторҙың проза әҫәрҙәрен тәржемәләгән. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары: Таңсулпан Ғарипова һәм Ринат Камал, танылған әҙиптәр: Гөлнур Яҡупова, Ғәли Ибраһимов, Тамара Юлдашева, Риф Мифтахов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Айгиз Баймөхәмәтов, Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Миләүшә Ҡаһарманова, яҡташ яҙыусы Миңзәлә Хәлилова. Миңзәлә Хәлилованың «Наҙлыҡай һәм Ҡояш балалары» тип аталған әкиәтен рус һәм инглиз телдәренә тәржемә иткән.[4]

Барлығы 60-ҡа яҡын хикәйә, 12 повесть, 2 роман, уларҙан тыш Зәки Әлибаевтың «Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһы» тип аталған монографияһы, бер нисә авторҙың юлъяҙмалары өҫтөндә эшләй. Улар араһында Мөнир Ҡунафиндың Украиналағы махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаһы хаҡында «Ағиҙел» журналында баҫылған ҙур ике мәҡәләһе. Шулай уҡ талантлы шағирә, танылған журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның тыл батырҙарына, һуғыш осоро балаларының әсе яҙмышына арналған өс томлыҡ китабынан, бер томлыҡ хәтирәләрен тәржемәләй.

Бүләктәре

үҙгәртергә

2014 йылда «Әҙәби тәржемә» номинацияһында Әхиәр Хәким исемендәге премия

2016 йылда «Тәржемә» номинацияһында "Бельские просторы журналын лауреаты

2023 йылда әҙәби тәржемә буйынса республика конкурсы финалисы дипломы

Китаптар

үҙгәртергә

Гәзит-журналдарҙа баҫылған тәржемәләр

үҙгәртергә

Уның тураһында

үҙгәртергә

Гөлзәйнәп Нафиҡова. «Үҙебеҙҙең Гөлфирә». «Рух» гәзите, 26.02.2009.

Хәтирә Шәрипова. «Ижадҡа кәртә юҡ». «Башҡортостан» гәзите,27.03.2010.

Вера Пахомова."На соискание премии Ахияра Хакимова". Газета «Асылыкуль». 30.09.2013.

Ләйлә Хөсәйенова. «Шиғри күңелле тәржемәсе». «Рух» гәзите. 27.09.2014.

Минира Бикәнәсова. «Ижадҡа арналған ғүмер». «Рух» гәзите. 28.05.2016.

Вера Пахомова. "Стала лауреатом «Бельских просторов». Газета «Асылыкуль». 25.02.2017.

Сергей Чиков. «Им многое по плечу». Газета «Асылыкуль». 12.03.2021.

Алия Уразбахтина. «От увлечения — к творчеству». Газета «Асылыкуль».1.04.2022.

Лилия Гайсина. «Оценили мастерство наших переводчиков». Газета"Асылыкуль". 4.01.2024.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Гөлфирә Ғәскәрова. Изге тойғоларҙан тыуған юлдар. Рух (8 март 2023). Дата обращения: 9 февраль 2024.
  2. «Дим тулҡындары» шиғри йыйынтыҡ, 2006 й., 86-87-се б.б.
  3. Алия Уразбахтина. «От увлечения — к творчеству». Газета «Асылыкуль».1.04.2022.
  4. Лилиә Ғайсина. Яҡташыбыҙҙың яңы ҡаҙанышы. «Балҡантау» 3 февраль, 2023
  • Шиғри йыйынтыҡ. «Дим тулҡындары». — Дәүләкән: Дәүләкән ҡала типографияһы, 2005. — 179 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Алия Уразбахтина. «От увлечения — к творчеству». Газета «Асылыкуль».1.04.2022.
  • Лилия Гайсина. «Оценили мастерство наших переводчиков». Газета"Асылыкуль". 4.01.2024.