Ушаков Андрей Артемьевич

педагог. Өфө ҡалаһының почетлы гражданы

Ушаков Андрей Артемьевич (13 декабрь 1900 йыл — 25 май 1992 йыл) — ғалим, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1987).

Ушаков Андрей Артемьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 13 декабрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Красноусол, Ғафури районы
Вафат булған көнө 25 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (91 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
БДМУ
Өфө дәүләт авиация техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Андрей Артемьевич Ушаков 1900 йылдың 13 декабрендә Өфө губернаһы Красноусол ҡасабаһында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ғафури районында, күп балалы тимерсе ғаиләһендә тыуа.

14 йәшендә Богоявление быяла заводында торбасы, таратыусы, мастер ярҙамсыһы булып эшләй башлай.

Граждандар һуғышы йылдарында Андрей Ушаков һуңынан регуляр Ҡыҙыл Армия сафына ҡушылған Юогоявление эшселәр отряды ағзаһы була. Һуғыш тамамланғас ике йыл дауамында Петроград эргәһендә хеҙмәт итә, һуңынан ҡайтып, тыуған заводында эшләй. 1925 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм профсоюз инструкторы булып эшләй, бер үк ваҡытта Ленинградта юғары белем ала. 1934 йылдан үҙен тулыһынса педагогик эшмәкәрлеккә бәйләй[1].

Андрей Артемьевич Башҡорт педагогия институтының кафедра мөдире, деканы, шулай уҡ директоры була. Һуғыш алдынан уға Өфө сит ил телдәре институтын етәкләүҙе ышанып тапшыралар.

1941 йылдың июлендә фронтҡа саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, уны башынан-аҙағына тиклем ғәмәлдәге армияла үтә. Легендар "катюша"ларҙы булдырыуҙа ҡатнаша, Волхов, Көнбайыш һәм Беренсе Белоруссия фронттарында дифизия штабында хеҙмәт итә. 60-сы уҡсылар дивизияһының 1285-се уҡсылар полкы штабы начальнигы була. Польшаны азат иткәндәге хәрби хәрәкәттәр өсөн Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ була. Һуғышты Одер буйында подполковник дәрәжәһендә тамамланмай. Ҡаты яраланғандан һуң демобилизациялана[2][3]

Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта уҡытыусы булып эшләй. Егерме йыл самаһы Башҡорт медицина һәм Өфө авиация институттарындауҡыта. Авиация институтында марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, шулай уҡ 1968 йылдан 1972 йылға тиклем фәнни коммунизм кафедраһы доценты була. «Белем» йәмғиәтендә уникаль лекциялар менән сығыш яһай[4].

Өфө ҡалаһы ҡала властары ҡарары менән 1987 йылда Ушаков Андрей Артемьевичҡа «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[5].

Өфө ҡалаһында йәшәй. 1992 йылдың 25 майында вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә