Өмөтбай (Стәрлебаш районы)
Өмөтбай (рус. Уметбаево; башҡа атамалары Ҡалмаҡ; Яхъя) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 113 кеше булған[2].
Ауыл | |
Өмөтбай рус. Уметбаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы |
мосолмандар |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34739 |
Почта индексы |
453185 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Почта индексы — 453185, ОКАТО коды — 80248835006. ИФНС коды 0268
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында Өмөтбай ауылы Юрматы улусының Аҙнай түбәһенә ҡарай. Өфө наместниклығының 1786 йылғы картаһында был ауыл билдәләнмәгән. Тимәк, уға нигеҙ 1786 йыл менән 1795 йылдар араһында һалынған. Шул мәлгә ауылдың 16 ихатаһында 133 кеше йәшәй. Ауылға нигеҙҙе Өмөтбай уҙаман һала. Уның улдары Әмир (1751 йылда тыуған), Хәмит, Әбделғәзиз һәм Әбделмән дә ғаиләләре менән ошо ауылда көн күрә. Әмирҙең улы Вәлит, Вәлиттең балалары: Алтынбай, Көмөшбай, Хәсән, Ҡаһарман. Хәмиттең улы - Сөләймән Ә 1816 йылғы VII Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытына ихаталар һаны 5 берәмеккә кәмей, ә халыҡ һаны 79 кеше генә була. Быны яҡында ғына Яхъя ауылының хасил булыуы менән аңлатырға була. Ауылға нигеҙ һалған Яхъя уҙамандың улы, йорттоң йөҙ башы Абдрахман Яхин (1784 йылда тыуған) ошонда йәшәй. Бергә иҫәпләгәндә 1842 йылда был ике ауылда 199 кеше йәшәй (Өмөтбайҙа - 117, Яхъяла - 82 кеше). Артабанғы рәүиз документтарында был ике ауыл бергә Өмөтбай (Яхъя) ауылы тип кенә атала. 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә бындағы 42 ихатала 208 башҡорт, 3 ихатала 17 урыҫ һәм 1 ихатала 10 украин йәшәүе теркәлә.
1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ауыл өсөнсө исеме (Ҡалмаҡ) менән атала. 42 ихатала 200 кеше йәшәй[3].
1842 йылда ауылда йәшәгн 199 кешегә 176 бот ужым ашлығы, 614 бот яҙғы ашлыҡ сәселә. Өмөтбай ауылында 260 баш йылҡы, 180 баш һыйыр малыголов, 152 баш һарыҡ, Ә Яхъя ауылында - 200 баш йылҡы, 102 баш һыйыр малы, 36 баш һарыҡ аҫырала.Ауыл халҡы 159 умарта тота[4].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 113 | 57 | 56 | 50,4 | 49,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлебаш): 39 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йәлембәт): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 36 км
Ауыл урамдары
үҙгәртергә- Йылға урамы (рус. улица Речная),
- Сафа Хәсәнов урамы (рус. улица Сафы Хасанова),
- Төньяҡ урамы (рус. улица Северная),
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәсәнов Сафа Хөзәм улы (26.06.1916—24.09.1973), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының миномёт взводы командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1944) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 191. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://ufagen.ru/places/sterlibashevskiy/umetbaevo.html
- ↑ https://www.gosspravka.ru/02/041/000028.html
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Өмөтбай (Стәрлебаш районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
- Уметбаево (Яхино) на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 сентябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |