Украина Президенты
Украина Президенты украин дәүләтенең башлығы булып тора. Украина граждандары тарафынан тура һайлауҙа биш йылға һайлана.
Украина Президентының конституцион статусы
үҙгәртергәКонституцияға ярашлы, Украина Президенты дәүләт башлығы булып тора һәм уның исеменән сығыш яһай. Украина Президенты — Украинаның дәүләт суверенитетының, территориаль бөтөнлөгөнөң, Украина Конституцияһы, кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм иректәре күҙәтелеүенең гаранты[1].
Украина Президенты башҡа бер ниндәй вәкиллекле мандатҡа эйә була, дәүләт власы органдарында йә граждандар берләшмәләрендә вазифа биләй алмай, шулай уҡ түләүле башҡа эш менән шөғөлләнә йәки табыш алыу маҡсатында предприятиеның етәкселек органына йәки күҙәтеү советы составына инә алмай.
Украина президенты вәкәләттәр башҡарғанда тейелгеһеҙлек хоҡуғынан файҙалана. Украина Президентының намыҫына һәм дәрәжәһенә зыян килтергән ғәйепле кешеләр закон нигеҙендә яуапҡа тарттырыла. Украина Президенты атамаһы закон менән һаҡлана һәм ғүмерлеккә бирелә, Украина Президенты вазифанан импичент тәртибендә бушатылһа ғына был ҡағылмай.
Украина Президенты уны айырып торған билдәләргә эйә.
Һайланыу һәм вазифаға инеү тәртибе
үҙгәртергәУкраина Конституцияһының 103-сө статьяһына ярашлы, Украина Президенты Украина граждандары тарафынан дөйөм, тиң һәм тура тауыш биреү хоҡуғы нигеҙендә йәшерен тауыш биреү юлы менән биш йылға һайлана. 35 йәше тулған, тауыш биреү хоҡуғына эйә булған, һайлауға тиклем 10 йыл буйы Украинала йәшәгән, дәүләт телен белгән Украина гражданы Украина Президенты итеп һайланырға хоҡуҡлы. Бер үк кеше Украина Президенты итеп рәттән ике мөҙҙәттән дә артыҡ һайлана алмай.
Сираттағы Украина Президентын һайлау Украина Президенты вәкәләттәренең һуңғы йылында марттың һуңғы йәкшәмбеһендә үтә. Украина Президенты вәкәләттәре ваҡытынан алда тамамланған осраҡта Украина Президентын һайлау вәкәләттәр тамамланғандан һуң 90 көн эсендә үткәрелә. Украина Президентын һайлау тәртибе закон менән билдәләнә.
Украинаның яңы һайланған Президенты һайлау йомғаҡтарын рәсми иғлан иткәндән алып 30 көндән дә һуңға ҡалмайынса Украина Юғары Радаһының тантаналы ултырышында Украина халҡына ант биргәндән һуң вазифаһына инә. Украинаның яңы һайланған Президентының ант биреүен Украина Конституция суды рәйесе тормошҡа ашыра. Әгәр Президент сираттан тыш һайлауҙа һайланған булһа, уның вазифаға инеүе һайлау йомғаҡтары рәсми иғлан ителгәндән һуң 5 көндән дә һуңға ҡалмайынса үткәрелә.
Украина Президентының конституцион вәкәләттәре
үҙгәртергәДәүләт башлығы һәм дәүләт суверенитеты гаранты булараҡ, Украина Президенты бөтәһенән элек милли именлек һәм оборона, Конституцияны, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәүҙе гарантиялау, дәүләттең тышҡы сәйәси эшмәкәрлегенә етәкселек итеү өлкәләрендә ярайһы уҡ киң вәкәләттәргә эйә. Дәүләт бойондороҡһоҙлоғон, милли именлекте һәм дәүләттең хоҡуҡ мираҫсылығын гарантиялау Президент бурыстары булып тора. Президенттың башҡарма власть тармағына, атап әйткәндә, Украина Министрҙар Кабинетына ҡарата вәкәләттәре 2004 йылдың декабрендә Украина Конституцияһына төҙәтеүҙәр ҡабул иткәндән һуң һиҙелерлек сикләнде.
Украина Конституцияһы һәм закондары нигеҙендә һәм уларҙы үтәү йөҙөнән Украина Президенты Украинаның бөтә территорияһында үтәлеүе мотлаҡ булған указдар һәм бойороҡтар сығара. Украина Президенты указдарын һәм бойороҡтарын үтәүҙе тәьмин итеү Министрҙар Кабинетының бурысы булып тора. Айырым осраҡтарҙа Конституция Украина Президенты акттары Украина Премьер-министрының һәм дәүләт башлығы сығарған тәғәйен актты үтәү өсөн яуаплылыҡты алған министрҙың ҡултамғаһы менән нығытылыуын (йәғни контрассигнация процедураһын) талап итә.
Украинаның дәүләт бюджетында ҡаралған средстволар сиктәрендә Украина Президенты үҙ вәкәләттәрен башҡарыу өсөн консультациялар үткәреү, кәңәшләшеү һәм башҡа ярҙамсы органдар һәм хеҙмәттәр булдыра ала (мәҫәлән, Украина Президенты Хакимиәте шундайҙарға инә).
Украина Конституцияһында Президенттың тормошҡа ашырыу тәртибен аныҡлау өсөн айырым закондар ҡабул ителә алған вәкәләттәренең тулы исемлеге бирелә. Конституция һәм ҡануниәт нигеҙендә Украина Президенты түбәндәге вәкәләттәрҙе башҡара:
Милли именлек һәм оборона өлкәһендә:
- Украина Президенты вазифаһы буйынса Украина Ҡораллы Көстәренең Юғары Башкомандующийы булып тора;
- Украина Ҡораллы Көстәренең, башҡа ғәскәри формированиеларҙың юғары командованиеһын вазифаға тәғәйенләй һәм вазифанан бушата; юғары хәрби званиелар бирә;
- Украина Юғары Радаһына Украина оборона министрын вазифаға тәғәйенләү һәм вазифанан бушатыу тураһында күрһәтмә индерә;
- Украина Милли именлек һәм оборона советының шәхси составын формалаштыра һәм уға етәкселек итә. Милли именлек һәм оборона советы ҡарарҙары Президент указдары менән көсөнә индерелә;
- Украина Юғары Радаһына Украинаның Именлек хеҙмәте Рәйесе вазифаһына тәғәйенләү һәм вазифаһынан бушатыу тураһында күрһәтмәләр индерә;
- «Украинаның милли именлеге нигеҙҙәре тураһында»ғы закондың ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, дәүләт башлығы Украинаның милли именлеге стратегияһын һәм Украинаның хәрби доктринаһын эшләй һәм раҫлай, был документтар мотлаҡ үтәлергә тейеш булып тора;
- Украинаның Юғары Радаһына һуғыш хәлендә булыуҙы иғлан итеү тураһында күрһәтмә индерә һәм Украинаға ҡаршы ҡораллы агрессия осрағында Украинаның Ҡораллы Көстәрен һәм Украина закондарына ярашлы ойошторолған башҡа ғәскәри формированиеларҙы файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул итә;
- һөжүм итеү хәүефе янағанда, Украинаның дәүләт бойондороҡһоҙлоғона хәүеф тыуғанда, законға ярашлы, дөйөм йәки өлөшләтә мобилизация һәм Украинала йәки уның айырым урындарында хәрби хәл индереү тураһында ҡарар ҡабул итә;
- ихтыяж тыуһа, Украинала йә уның айырым урындарында ғәҙәттән тыш хәл индереү, шулай уҡ, ихтыяж тыуһа, Украинаның айырым урындарын ғәҙәттән тыш экологик хәл зоналары тип иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул итә[2] — артабан был ҡарарҙар Украина Юғары Радаһы тарафынан раҫлана;
Тышҡы сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә:
- халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә дәүләт вәкиле булып тора, дәүләттең тышҡы сәйәси эшмәкәрлегенә етәкселек итә, һөйләшеүҙәр алып бара һәм Украинаның халыҡ-ара договорҙарын төҙөй;
- Украина Юғары Радаһына Украина сит ил эштәре министры вазифаһына тәғәйенләү һәм вазифаһынан бушатыу тураһында күрһәтмәләр индерә;
- Украинаның башҡа дәүләттәрҙәге дипломатик вәкиллектәренең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙағы етәкселәрен тәғәйенләй һәм кире саҡырып ала һәм дипломатик рангылар бирә; сит ил дәүләттәре дипломатик вәкилдәренең таныҡлыҡ грамоталарын һәм вәкәләттәре туҡтатылыу грамоталарын ҡабул итеп ала;
- сит дәүләттәрҙе таныу тураһында ҡарарҙар ҡабул итә;
Украина Министрҙар Кабинетына һәм урындарҙағы дәүләт хакимиәттәренә ҡарата:
- Украина Конституцияһының 83-сө статьяһына ярашлы, Украина Юғары Радаһында ойошторолған депутат фракциялары коалицияһының тәҡдиме буйынса, был тәҡдимде алғандан һуң ун биш көндән дә һуңламай, Украина Юғары Радаһына Украина Юғары Радаһының Украина Премьер-министрын тәғәйенләүе тураһында күрһәтмәне индерә (премьер-министр кандидатураһын индереү буйынса Украина Конституцияһы һәм ҡануниәте тарафынан ҡуйылған шарттар боҙолған йә тәҡдим ителгән кандидатура Министрҙар Советы ағзаһына ҡануниәт ҡуйған талаптарға яуап бирмәгән осраҡта ғына премьер-министр кандидатураһы дәүләт башлығы тарафынан кире ҡағыла ала)[3];
- Украина Юғары Радаһы алдында Украина Министрҙар Советының яуаплылығы һәм ышанмаусылыҡ күрһәтеү хаҡында резолюция ҡабул итеү тураһындағы мәсьәләне ҡуйырға хоҡуҡлы;
- Конституцияға ярашлы булмауы сәбәпле Украина Министрҙар Кабинетының акттарын ғәмәлдә булыуҙан туҡтатып тора һәм бер юлы Украина Конституция судына мөрәжәғәт итә ала;
- Министрҙар Кабинеты күрһәтеүе буйынса урындарҙағы дәүләт хакимиәттәре рәйестәрен вазифаға тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
- өлкә йә район советы тарафынан ышанмаусылыҡ күрһәтелһә, урындағы дәүләт хакимиәте рәйесен отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә;
- урындағы дәүләт хакимиәте рәйестәренең Украина Конституцияһына һәм закондарына, Украина ҡануниәтенең башҡа акттарына ҡаршы килгән ҡарарҙарын юҡҡа сығарыу хоҡуғына эйә;
- «Украина Миинистрҙар Кабинеты тураһында» закондың ғәмәлдәге редакцияһына ярашлы, дәүләт башлығы Министрҙар Кабинетының ултырыштарында ҡатнашырға һәм уның ултырыштарының стенограммаһын (ул хөкүмәттең эке эш документы булып тора һәм йәшерен төҫкә эйә) алырға хоҡуҡлы;
Украина Юғары Радаһының эшен ойоштороу:
- Украина Конституцияһында билдәләнгән мөҙҙәт эсендә Украина Юғары Радаһына сираттан тыш һайлауҙы тәғәйенләй;
- Конституцияла ҡаралған осраҡтарҙа Юғары Раданың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтата;
- Юғары Раданың сираттан тыш сессияһын саҡырыуҙы талап итергә хоҡуҡлы;
- Юғары Рада регламентына ярашлы, Украина Президенты парламенттың ябыҡ ултырышында булырға, шулай уҡ гарантиялы сығыш яһарға хоҡуҡлы;
Закондар ҡабул итеү барышы:
- Украина Президенты Украина Юғары Радаһы ҡабул иткән закондарға ҡул ҡуя;
- Украина Юғары Радаһы ҡабул иткән закондарға (Украина Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы закондарҙан тыш) вето һалыу һәм уларҙы Украина Юғары Радаһының ҡабат ҡарауына ҡайтарыу хоҡуғына эйә (Президент ветоһы Юғары Раданың конституцион составының кәм тигәндә өстән ике өлөшөнән торған күпселегенең законды ҡабат ҡабул итеүе юлы менән урап үтелә ала);
- закон тәҡдим итеү инициативаһы (шул иҫәптән Украина Конституцияһына үҙгәрештәр индереү) хоҡуғына эйә;
- закон проекттарын кисектергеһеҙ тип билдәләргә хоҡуҡлы (бындай закон проекттары Украина Юғары Радаһы тарафынан сираттан тыш ҡаралырға тейеш);
Дәүләттең юғары вазифалы кешеләрен тәғәйенләү һәм бушатыу:
- Украина Юғары Радаһына Украина Милли банкы Рәйесен, Украинаның Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү һәм бушатыу тураһында күрһәтмә индерә;
- Украина Милли банкы Советы составының яртыһын вазифаға тәғәйенләй һәм бушата;
- Украина Юғары Радаһы ризалығы менән Украина Генераль прокурорын вазифаға тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
- Украинаның Телевидение һәм радио мәсьәләләре буйынса милли советы составының яртыһын вазифаға тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
Суд системаһына ҡарата:
- Украина Конституция суды составының өстән бер өлөшөн вазифаға тәғәйенләй һәм вазифанан бушата;
- закон менән билдәләнгән тәртиптә судтарҙы ойоштора;
- Украина Юғары Радаһы закондарының һәм башҡа хоҡуҡи акттарының, Украина Министрҙар Кабинеты акттарының, Украинаның Украина Юғары Радаһына индерелгән ғәмәлдәге халыҡ-ара договорҙарының йәки Украина Юғары Радаһына мәжбүрилеген раҫлатырға индерелгән халыҡ-ара договорҙарҙың Конституцияға ярашлылығы тураһындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, шулай уҡ Украина Конституцияһына һәм закондарына рәсми аңлатма бирҙертеү өсөн Конституция судына мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы;
Автономиялы Ҡырым Республикаһының власть органдарына ҡарата:
- Автономиялы Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы Рәйесен вазифаһына тәғәйенләүҙе һәм вазифаһынан бушатыуҙа яраштыра;
- Автономиялы Ҡырым Республикаһы Министрҙар советының акттарын юҡҡа сығарырға хоҡуҡлы;
- Автономиялы Ҡырым Республикаһы Юғары Радаһының норматив-хоҡуҡи акттарының Украина Конституцияһына һәм Украина закондарына ярашлы булмауы сәбәпле Украина Президенты был хоҡуҡи-норматив акттарҙы ғәмәлдә булыуҙан туҡтатып тора һәм бер юл Украина Конституция судына мөрәжәғәт итә ала;
- Автономиялы Ҡырым Республикаһында Украина Президенты Вәкиллегенә эйә, уның статусы Украина законы менән билдәләнә;
Башҡа вәкәләттәре:
- Украинаның эске һәм тышҡы хәле тураһында халыҡҡа мөрәжәғәтнамәләр һәм Юғары Радаға йыллыҡ һәм сираттан тыш мөрәжәғәтнамәләр менән мөрәжәғәт итә;
- Украина Конституцияһына үҙгәрештәргә ҡағылышлы, Украина Конституцияһының 156-сы статьяһына ярашлы, бөтә украин референдумын билдәләй, халыҡ инициативаһы буйынса бөтә украин референдумын иғлан итә;
- Украина гражданлығына ҡабул итеү һәм Украина гражданлығын туҡтатыу, Украинала ҡасыу мөмкинлеге биреү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә;
- ярлыҡауҙы тормошҡа ашыра;
- юғары махсус званиелар һәм класс чиндары бирә;
- дәүләт бүләктәре менән бүләкләй; президенттың отличие билдәләрен булдыра һәм уларҙы бүләк итә.
Вәкәләттәрҙе туҡтатыу тәртибе
үҙгәртергәУкраина Президенты вәкәләттәрен Украинаның яңы һайланған Президенты үҙ вазифаһына ингәнгә тиклем башҡара. Президенттың вәкәләттәре мөҙҙәтенә тиклем туҡтатылыуы түбәндәге осраҡтарҙа мөмкин[4]:
- ирекле отставка;
- һаулыҡ торошо арҡаһында вәкәләттәрҙе башҡара алмау;
- импичмент тәртибендә вазифанан бушатыу;
- вафат булыу.
Президент импичменты дәүләт хыянаты йә башҡа енәйәт осрағында мөмкин. Бындай осраҡта президентты вазифаһынан импичмент тәртибендә бушатыу мәсьәләһе Юғары Раданың конституцион составының күпселеге тарафынан ҡуҙғатыла, шунан махсус комиссия төҙөлә, уның һығымталары Юғары Рада ултырышында ҡарала. Комиссия һығымталары буйынса ғәйепләү депутаттарҙың конституцион составының кәм тигәндә өстән ике өлөшөнән торған күпселеге тарафынан сығарыла, ә импичмент тураһындағы ҡарар Юғары Раданың конституцион составы тауыштарының кәм тигәндә дүрттән өс өлөшө тарафынан — процедураның күҙәтелеүе тураһында Конституция судының һығымтаһы һәм Юғары судтың президент эш-ғәмәлдәрендә ул ғәйепле тип табылған енәйәттәрҙең булыуы тураһындағы һығымталар булған осраҡта — ҡабул ителә [5].
Украина Президенттарының исемлеге
үҙгәртергә№ | Исем-шәрифе | Вәкәләтлелек мөҙҙәте | Партия | ||
---|---|---|---|---|---|
башы | аҙағы | ||||
1 | Леонид Макарович Кравчук | 5 декабрь 1991 йыл | 18 июль 1994 йыл | КПСС (1991 йылға тиклем) Партияһыҙ (1991—1994) | |
2 | Леонид Данилович Кучма | 19 июль 1994 йыл | 22 ғинуар 2005 йыл | КПСС (1991 йылға тиклем) Партияһыҙ (1991 йылдан) | |
3 | Виктор Андреевич Ющенко | 23 ғинуар 2005 йыл | 25 февраль 2010 йыл | КПСС (1991 йылға тиклем) Халыҡ-демократик партия (1996—2005) | |
4 | Виктор Фёдорович Янукович | 25 февраль 2010 йыл | 22 февраль 2014 йыл | КПСС (1991 йылға тиклем) Төбәктәр партияһы (2000—2014) | |
— | Александр Валентинович Турчинов (вазифа башҡарыусы) |
23 февраль 2014 йыл | 7 июнь 2014 йыл | КПСС (1991 йылға тиклем) Громада (1998—1999) | |
5 | Пётр Алексеевич Порошенко | 7 июнь 2014 йыл | 20 май 2019 йыл | СДПУ(о) (1998—2000) Төбәктәр партияһы (2000—2001) | |
6 | Владимир Александрович Зеленский | 20 май 2019 йыл | әлеге ваҡытта | — |
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ См.: Статья 102. / Конституция Украины. Принята на пятой сессии Верховной Рады Украины 28 июня 1996 года. С изменениями от 08.12.2004 г., ВВР, 2005, № 2, ст.44
- ↑ Требуется контрассигнация указов со стороны премьер-министра и соответствующего министра
- ↑ Согласно закону «О Кабинете министров Украины», статья 8 пункт 4
- ↑ Marchuk, Iryna Ukraine and the International Criminal Court: Implications of the Ad Hoc Jurisdiction Acceptance and Beyond (инг.) // Vanderbilt Journal of Transnational Law. — 2016. — Т. 49. — С. 323-370.
- ↑ Кристиан Марксен Крымский кризис с точки зрения международного права // Дайджест Публичного Права (Digest für öffentliches Recht). — Институт Макса Планка по зарубежному публичному и международному праву, 2014. — В. 3. — № 2. — С. 201-230.