Удовенко Геннадий Иосифович

Удовенко Геннадий Иосифович (укр. Геннадій Йосипович Удовенко; 22 июнь 1931 йыл, Кривой Рог — 12 февраль 2013 йыл, Киев) — Украинаның сәйәси эшмәкәре, дипломат, 1994—1998 йылдарҙа Украина сит ил эштәре министры, 1997—1998 йылдарҙа БМО Генераль Ассамблеяһының 52-се сессияһы президенты.

Удовенко Геннадий Иосифович
укр. Геннадій Йосипович Удовенко
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Патронимы йәки матронимы Иосифович[d]
Тыуған көнө 22 июнь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1]
Тыуған урыны Кривой Рог[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 12 февраль 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[1] (81 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө сәйәсмән, дипломат
Биләгән вазифаһы министр иностранных дел Украины[d], Украина халыҡ депутаты[d][2], Украина халыҡ депутаты[d][3], Украина халыҡ депутаты[d][4], посол Украины в Польше[d], постоянный представитель при ООН[d] һәм председатель Генеральной Ассамблеи ООН[d]
Уҡыу йорто Институт международных отношений Киевского национального университета имени Тараса Шевченко[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Народный рух Украины[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «За заслуги» II степени орден Креста земли Марии 3-го класса Почётный знак отличия Президента Украины орден князя Ярослава Мудрого V степени орден князя Ярослава Мудрого IV степени орден князя Ярослава Мудрого III степени орден Великого князя Литовского Гядиминаса орден Креста земли Марии орден Инфанта дона Энрике
Изображение памятной доски
 Удовенко Геннадий Иосифович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Геннадий Иосифович Удовенко 1931 йылдың 22 июнендә Кривой Рогта тыуған.

1954 йылда Киев дәүләт университетының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетын тамамлай. Уңышлы студент булараҡ, Геннадий Удовенко 1952 йылда уҡ УССР-ҙың төҙөлөш материалдары сәнәғәте министрының секретаре итеп тәғәйенләнә. 1955 йылда колхоз башлығы булыр алдынан, ул УССР-ҙың төҙөлөш материалдары сәнәғәте коллегияһының секретаре булып эшләп өлгөрә. 1958 йылда колхоз башлығы вазифаһынан китеп, Геннадий Удовенко УССР Министрҙар Советына кире ҡайта.

1959 йылдан 1965 йылға тиклем Геннадий Удовенко башта беренсе секретарь, ә һуңынан УССР-ҙың сит эштәр министрлығы ҡарамағындағы халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар бүлегенең советнигы булып эшләй. Һуңынан ул алты йыл дауамында Женевала Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының секретариат бүлеге хеҙмәткәре була. 1971 йылдан 1977 йылға тиклем коллегия ағзаһы, артабан УССР сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар бүлеге начальнигы. 1980 йылға тиклем өс йыл дауамында ул Нью-Йоркта Берләшкән милләттәр ойошмаһының секретариатында Д-2 идаралығының директоры булып эшләй.

1980 йылдан 1985 йылға тиклем Геннадий Удовенко УССР сит ил эштәре министры урынбаҫары, ә 1985 йылда ул ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе статусын ала. 1991 йылға ҡәҙәр БМО Генераль ассамблеяһының даими вәкиле. 1992 йылдың сентябрендә Польшала Украина илсеһе итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны ул 1994 йылдың 25 авгусына тиклем, Украина сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнгәнсә башҡара. Илсе булған сағындағы иң сағыу ваҡиғаһы булып 1997 йылдың майында РФ Ҡара диңгеҙ флоты статусы буйынса Рәсәй һәм Украина араһында «Ҙур килешеүгә» ҡул ҡуйыу тора. Сит ил эштәре министрлығы башлығы вазифаһын Геннадий Удовенко дүрт йыл тирәһе биләй — 1998 йылдың 17 апреленә тиклем.

Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһында Украинаның даими вәкиле булараҡ, Геннадий Удовенко 1997 йылдың сентябренән 1998 йылдың сентябренә тиклем уның 52 -се сессияһының президенты була.

1990 йыл уртаһында Геннадий Удовенко Украинаның Халыҡ Рухы менән яҡынлаша, һөҙөмтәлә был партияның һайлау исемлегенә 3-сө һанлы партияһыҙ кандидат булып индерелә (тик 1999 йыл башында ғына Геннадий Удовенко УХР ағзаһы була). Шулай итеп, 1998 йылдың март айында парламент һайлауҙарында ул Украинаның Юғары радаһына депутат итеп һайлана.

1999 йылдың 25 мартында Украина Халыҡ Рухы башлығы Вячеслав Чорновил вафат булғандан һуң, Геннадий Удовенко шул уҡ йылдың 31 мартында ошо партияның рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайлана. 1999 йылдың 14 майынан алып 2003 йылдың 3 майына тиклем Украинаның Халыҡ Рухы башлығы вазифаһын биләй.

1999 йылдың 31 октябрендә Удовенко Геннадий президент һайлауҙарының беренсе турында ҡатнаша. Унда ун өстән етенсе урынды биләп, 1,22 % (319778 тауыш) йыя.

2002 йылдың март айында парламент һайлауҙарында Геннадий Удовенко «Беҙҙең Украина» партия блогы һайлаусылар исемлегенең 3-сө һан аҫтында сығыш яһай, уның составына Халыҡ Укранинаһы ла инә.

Украин сәйәси тормошоноң артҡы планына киткән Геннадий Удовенко 2006 йылдың 26 мартында парламент һайлауҙарында ҡатнаша. Хәҙер инде ул «Беҙҙең Украина» һайлау исемлегенең 31-се һанлыһы була. Шулай итеп, ул Украина Юғары радаһының өсөнсө тапҡыр депутаты була.

2007 йылдың 24 мартынан Геннадий Удовенко Украина сит ил эштәре министрлығының коллегия ағзаһы булып тора.

Рус һәм украин теленән тыш, Удовенко Геннадий поляк, инглиз һәм француз телдәрендә иркен һөйләшә.

2013 йылдың 12 февралендә «Феофания» дауаханаһының хирургия бүлегендә 81 йәшендә үлә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • III дәрәжәләге Кенәз Ярослав Мудрый ордены (2007)[5], IV дәрәжәләге кенәз Ярослав Мудрый ордены(2005)[6][7], V дәрәжәләге кенәз Ярослав Мудрый ордены (1998)[8]
  • II дәрәжәләге «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены (22 июнь, 2011 йыл)[9]
  • Украина Президентының Почёт Билдәһе (1995)[10]
  • Аҡ Тәре Ордены (Эстония, 2007)[11]
  • Бриджпорт университетының почётлы докторы (1997, АҠШ)
  • Мюнхенда Украина ирекле университетының почётлы докторы (1997, ГФР)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Hennadij Udowenko // Munzinger Personen (нем.)
  2. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=3
  3. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=4
  4. http://w1.c1.rada.gov.ua/pls/radac_gs09/d_index_arh?skl=5
  5. Указ Президента України № 1226/2007 від 15 грудня 2007 року «Про відзначення державними нагородами України» (укр.)(укр.)
  6. Указ Президента України № 1850/2005 від 27 грудня 2005 року «Про відзначення державними нагородами України» (укр.)(укр.)
  7. Ющенко наградил Удовенко орденом Ярослава Мудрого
  8. Указ Президента України № 310/98 від 17 квітня 1998 року «Про нагородження відзнакою Президента України „Орден князя Ярослава Мудрого“» (укр.)(укр.)
  9. Указ Президента України № 699/2011 від 22 червня 2011 року «Про нагородження Г.Удовенка орденом „За заслуги“» (укр.)(укр.)
  10. Указ Президента України № 979/95 від 18 жовтня 1995 року «Про нагородження Почесною відзнакою Президента України» (укр.)(укр.)
  11. Геннадій Удовенко: Демократія в Естонії на високому рівні