Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы

шағир, журналист
(Төхфәт Морат битенән йүнәлтелде)

Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы; Төхфәт Морат (21 ғинуар (3 февраль) 1906 йыл — 27 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).

Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 ғинуар (3 февраль) 1906[1]
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 декабрь 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (38 йәш)
Вафат булған урыны Латвия
Яҙма әҫәрҙәр теле башҡортса‎
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто Ырымбур башҡорт педагогия техникумы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратов 1906 йылдың 21 ғинуарында[2] (яңы стиль буйынса 3 февралендә) Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе[3] Ишембәт ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡыған.

1922 йылда Темәс фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. Артабан Ырымбур башҡорт педагогия техникумында белем ала (19241927 йылдарҙа)[4].

1927 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтендә, һуңынан «Үктәбер» («Сәсән») журналының хеҙмәткәре була.

19361941 йылдарҙа Хәйбулла районы мәғариф бүлеге инспекторы, Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй[5]. 1940 йылда ВКП(б) сафына инә[6].

1942 йылда үҙ теләге менән һуғышҡа китә.

Ҡыҫҡа сроклы хәрби күнегеүҙәр үткәндән һуң, май айында фронтҡа ебәрелә. Ике тапҡыр яралана (1942 йылдың 22 авгусы, 1943 йылдың 19 декабре). Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Моратовтың һуғышта күрһәткән батырлығына командование ошондай баһа бирә:

«19.10.1944 г. в боях под д. Науссерден Клайпедской области, под сильным артиллерийско-минометным огнем противника красноармеец Муратов быстро протянул телефонную связь с огневой позиции на наблюдательный пункт, чем содействовал своевременному открытию огня по пехоте противника. 20.10.1944 г. на передовом наблюдательном пункте, будучи линейным надсмотрщиком, под сильным вражеским обстрелом им исправлено было 15 прорывов телефонной линии. За два дня боевых действий красноармеец Муратов исправил 12 случаев прорыва телефонного кабеля»

— Ф.М.Сөләймәнов. Матрай районы Ишембәт ауылы тарихы: төбәк ғилми-ғәмәли конференция материалдары (1 ноября 2013 г., г.Сибай). – Сибай: ГУП РБ «СГТ», 2013. – 379 с. – С.212-221.

[7].

1944 йылдың 27 декабрендә[2] Латвияны азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә, Курзим бейеклектәрендә (Латвия ССР-ның Будэниске ауылы янында), һәләк була.

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1920 йылдар урталарынан гәзите «Башҡурдистан», «Башҡортостан йэштэр» һәм башҡа гәзиттәрҙә баҫыла башлай . «Шәрәфи ҡасҡын» тарихи повесының авторы (әҫәр һаҡланмаған, ҡайһы бер бүлектәре 1930 һәм 1935 йылдарҙа «Сәсән» журналында баҫылып сыға). Повесть , башҡорт халыҡ йыры «Аргужа» мотивтары буйынса ижад ителгән.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яҙылған шиғырҙары «Йыр сафта ҡала» (1960) һәм «Окопта яҙылған шиғырҙар» (1975) коллектив йыйынтыҡтарға индерелә.

Гудок.
Паровоздың гудогына
Яңғырап ҡуйҙы Алкин урманы,
Хуш бул! Еңеү алып ҡайт!” тигәндәй,
Аҡ ҡайындар яулыҡ болғаны.
Хуш бул! Хуш бул, Башҡортостан!
Һине Артыҡ һөйгән өсөн
Ҡалдырам.
Эйе, беҙ ҡайтырбыҙ
Тиңһеҙ шатлыҡ, Еңеү алып
Бөйөк дан менән.

(Морат Төхфәт шиғырынан өҙөк)

Төхфәт Морат В. Г. Короленконың «Йәмһеҙ йәмғиәттә» («В дурном обществе», 1935) повесын башҡорт теленә тәржемә итә. Композитор-ҡурайсы И. И. Дилмөхәмәтов уның шиғырҙарына йырҙар ижад иткән, ҡайһы бер шиғри әҫәрҙәре Д. Д. Хасаншиндың «Бөйөк рядовой» (1975; «Великий рядовой») операһында файҙаланған.

Бынан тыш башҡорт фольклор ҡомартҡыларын йыйыу һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә, уҡытыу методикаһы, педагогика, тел ғилеме өлкәһендә фәнни проблемалар менән ҡыҙыҡһына. Төхфәт Морат беренселәрҙән булып "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"н төҙөй башлай, әммә башланған һуғыш эште тамамлауға ҡамасау итә. Уның Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында һаҡланған һүҙлек ҡулъяҙмаһы һүҙлек тел белгестәре өсөн бөгөнгө көндә иң мөһим сығанаҡтарҙың береһе булып тора һәм хәҙерге замандағы «Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге» баҫмалары нигеҙендә ята.

  • Атаһы — Моратов Фәттәхетдин (Фаттәх) Аллағыуат улы — офицер, Георгий тәреләре тулы кавалеры, Ишембәт ауылы мәҙрәсәһенең мөғәллиме, Яҡуп ауыл советы ағзаһы[8].
    • Ҡустылары:
Моратов Әмир Фәттәх улы (1926—2003) — педагог, журналист, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. 1943 йылдан артиллерист булып хеҙмәт итә, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, 2 дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Башҡорт АССР-ының һәм СССР-ҙың журналистар союзы ағзаһы. «Хәтер: (фронтовик яҙмалары)» (1991.), «Еңеү Анкетаһы» (1994), «Ер Яҙмышы» (1994) китаптар авторы.
Моратов Әхмәт Фәттәх улы (1908—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Йылайыр районының Юлдыбай һәм Хәйбулла районының Аҡъяр ауылдарында урамдар Төхфәт Морат исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 Башҡорт энциклопедияһы — МОРАТ (Моратов) Төхфәт Фәттәхетдин улы
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы
  4. Исполняется 105 лет со дня рождения поэта-воина Тухвата Мурата. ИА «Башинформ» (23 ғинуар 2011). Дата обращения: 3 февраль 2015.
  5. Учитель, поэт, фронтовик. «Хайбуллинский вестник» (22 март 2012). Дата обращения: 3 февраль 2015. 2015 йыл 3 февраль архивланған.
  6. Сулейманов Ф. М. История деревни Ишимбетово Матраевского района // Уральский регион Республики Башкортостан: человек, природа, общество: материалы региональной научно-практической конференции (1 ноября 2013 г., г. Сибай). — Сибай: ГУП РБ «СГТ», 2013. — 379 с. — С.212—221. «Ургаза.ru» (11 май 2014). Дата обращения: 3 февраль 2015. Архивировано 3 февраль 2015 года. 2015 йыл 3 февраль архивланған.
  7. http://urgaza.ru/library-portal/articles/292/2003/
  8. Сулейманов Ф. М. Населенные пункты Зилаирского района // Ватандаш. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә