Ҡырымсаҡ теле

ҡырымшаҡтар теле, төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай

Ҡырымсаҡ теле (кърымчах тыльы) — ҡырымсаҡтар теле. Төрки телдәренең ҡыпсаҡ-һары ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Ҡайһы берҙә ҡырым-татар теленең этнолекты[4][5] булараҡ ҡарала. 1917 йылғы революцияға тиклем ҡырымсаҡтар, нигеҙҙә, ике телле була: йәнле аралашыу теле булып ҡырымсаҡ теле (йәғни төрки теле) булһа, ә ғибәҙәт ҡылыу һәм хат яҙыу өсөн улар боронғо йәһүд телен ҡуллана. Хәҙерге ваҡытта ҡырымсаҡтарҙың күпселеге ҡырымсаҡ телендә һөйләшмәй. Әммә һуңғы ваҡыт туған телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта бара. Ҡырым-татар теле кеүек үк, ҡырымсаҡтарҙың төрки һөйләшенә ҡатнаш ҡыпсаҡ-уғыҙ һөйләше хас. Ҡырымсаҡ теле, ғосман йәки һиҙелерлек дәрәжәлә уғыҙ теленең йоғонтоһонда булһа ла боронғо архаик һыҙаттарын һаҡлап ҡалған, шуға ла ҡараим теленә ҡарағанда ҡарасәй-балҡар теленә яҡыныраҡ тора. Ғосман йоғонтоһоноң тик фонетикала һәм бер ни тиклем лексикала ғына тойола (морфологияла был йоғонто бөтөнләй юҡ), ҡырымсаҡ телен ҡарасәй-балҡар һәм ҡараим телдәре менән бер төркөмгә индергәндә был бигерәк тә мөһим роль уйнай. XIX быуат аҙағына тиклем ҡырымсаҡтар үҙҙәренең телен «сығатай» теле тип атай. Төрки телдәре араһында тик ҡырымсаҡ һәм ҡараим телдәрендә генә гебраизмдар һаҡланған.

Ҡырымсаҡ теле
Дәүләт  Рәсәй[1]
 Украина[2]
Тел төрҙәре агглютинатив телдәр
Яҙыу Кирил алфавиты
Телдә һөйләшеүселәр 785 кеше
Ethnologue каталогында тел статусы 8b Nearly Extinct[d][3]
Тасуирлау биттәре turkic.elegantlexicon.com/…

Тел үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Башҡа төрки телдәренән айырым булған үҙенсәлектәре фонетикала бик асыҡ күренә: алғы рәттә «и» һуҙынҡыһының көслө редукцияһы, әммә көсһөҙ урында ул яҙмала ы хәрефе тип яҙыла: быр «бер», сыз «һеҙ», кытийим «мин бынан китәм», кыбык «кеүек»; һүҙ аҙағында къ өнө спирантлаша: бойдах «өйләнмәгән», къартлый «ҡартлыҡ»; һүҙ башында уғыҙ теленең в өнө килә: вер «бир», вар «бар»"кит"; ярҙамсы ҡылым ол‑ «булыр» уғыҙ теле формаһында; һүҙ башында торған т өнө ч: өнөнә әйләнә чыш «теш», чӱш «йоҡо», чӱшмек «төшөп ҡалыу»; ӧ, ӱ һуҙыңҡы хәрефтәре алғы ижектә бөтөнләй икенсе төрлө өнгә әйләнә : ач копеклер «ас эттәр»; мен ишчы дугульым «мин эшсе түгелмен».

Морфология өлкәһендә ҡырым-татар теленең урта диалекты менән тап килә.

Үҙенсәлекле лексика: къысреге «ғәҙел», чешня «тәм», русфай «әшәке», опранмах «интегеү», мефе «файҙа», авода «хеҙмәт», акибат «өмөт», хора «аллам, хоҙайым», зофра «үт», д' иба «ебәк», халт «мәғәнәһеҙ», арын «ябай», могеджет «мөғжизә», бехсун «моңһоу», эйран ол- «ғашиҡ булыу», исфат «ант» һәм башҡалар. Ҡараимдарҙа мэджума тип аталған ҡулъяҙма йыйынтыҡтары ҡырымсаҡтарҙа джонк тигән вариантта килә (сағ. ҡырымтатар телендә джонк «альбомдар»).

Һөйләшеүселәр һаны

үҙгәртергә

Бөйөк ватан һуғышына тиклем Ҡырымда 6000-гә яҡын ҡырымсаҡ йәшәй, уларҙың күбеһе өсөн ҡырымсаҡ теле туған тел була. 19411944 йылдарҙағы немец оккупацияһы ваҡытында гитлерсылар бөтә ҡырымсаҡтарҙы тип әйтерлек юҡ итә. 1000-гә яҡын ғына кеше иҫән-һау ҡала — фронтҡа киткән ир-егеттәр һәм бик аҙ ғына эвакуацияланып өлгөргән ғаиләләр. Бөгөн өс кенә оло йәштәге кеше ҡырымсаҡ телен туған теле тип таный. Шуларҙың береһе, Давид Реби, 2004 йылда ҡырымсаҡ теленең тасурламаһы һәм ҡырымсаҡ-урыҫ телдәре һүҙлеген китап итеп баҫтырып сығара. Йәнле ҡырымсаҡ телендә һөйләшкән Виктория Багинская (ҡыҙ фамилияһы — Гурджи) — 2012 йылдың 7 ғинуарында Краснодарҙа вафат була. Ҡырым ярымутрауында 2014 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 8 кеше ҡырымсаҡ телендә һөйләшә[6].

Ҡырымсаҡ яҙмаһының арамей алфавиты нигеҙендә барлыҡҡа килеүе, күрәһең, доғаларҙы боронғо йәһүд теленән тәржемә итеүгә бәйлелер (XV быуат башы — XVI быуаттың аҙағында барлыҡҡа килгән яҙма. «Каффа ритуалы»). Ҡырымсаҡ теле буйынса 1930-сы йылдарҙа нәшер ителгән уҡыу әсбаптарында латин алфавиты ҡулланыла:

A a B ʙ C c Ç ç D d E e F f G g
H h I i J j Ь ь K k Q q Ƣ ƣ L l
M m N n Ꞑ ꞑ O o Ɵ ɵ P p R r S s
Ş ş T t U u Y y V v Z z Ƶ ƶ

1936 йылдан һуң ҡырымсаҡ телендә китаптар нәшер итеү туҡтатыла, шулай итеп, ҡырымсаҡ теле үҙенең яҙма теле булмаған телдәр рәтенә инә. 1930-сы йылдар аҙағынан үҙ телендә яҙыу өсөн ҡырымсаҡтар урыҫ крилиццаһын ҡуллана.

Ҡырымсаҡ теленең хәҙерге алфавиты[7]:

А а Б б В в Г г Гъ гъ Д д Е е З з
И и Й й К к Къ къ Л л М м Н н Нъ нъ
О о Ӧ ӧ П п Р р С с Т т У у Ӱ ӱ
Ф ф Х х Ч ч Чъ чъ Ш ш Ы ы Ь ь Э э

Уҡытыу теле

үҙгәртергә

XX быуат башында Симферополь һәм Ҡараһыубаҙарҙа уҡытыу ҡырымсаҡ телендә алып барылған ике башланғыс мәктәп эшләй. Башланғыс кластар өсөн ҡырымсаҡ телендәге тәүге әлифбаны һәм дәреслекте И. С. Кай яҙа. 1989 йылда Симферополдә йәкшәмбе мәктәбе эшләй, унда төрлө йәштәгеләр ҡырымсаҡ телен өйрәнә.

Миҫалдар

үҙгәртергә

А. С. Пушкиндың «Болот» шиғырынан өҙөк В. Багинской-Гурджи тәржемәһендә ҡырымсаҡ телендәге варианты:

Булут къап-къара, сэн нэге давранайсынъ?
Нэге ачылгъан кӧклерде долашайсынъ?
Нэге къарартайсынъ ярых кӱнлерны?
Нэге йыгълатайсынъ частлы аваны?..
Последняя туча рассеянной бури!
Одна ты несешься по ясной лазури,
Одна ты наводишь унылую тень,
Одна ты печалишь ликующий день…

Ҡырымсаҡ телендә мәҡәл. В. Багинской-Гурджи

Кымы су тапмаз ичмее, кымы копур тапмаз кечмее
Кемдер эсеү өсөн һыу тапмаҫ, ә кемдер үтеү өсөн күпер тапмаҫ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ScriptSource - Russian Federation
  2. ScriptSource - Ukraine
  3. Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  4. Ianbay, I. Krimchak Dictionary. — Wiesbaden: Harrossowitz Verlag, 2016. — 237 с. — ISBN 978-3-447-10541-5.
  5. Ianbay, I. Affixes and analytical forms in the Krimchak text of 'The Book of Ruth' // Trans-Turkic Studies, Festschrift in Honour of Marcel Erdal. Turk dilleri arastirmalari dizisi : Istanbul. — 2010. — № 49. — С. 417—429.
  6. Таблицы с итогами Федерального статистического наблюдения «Перепись населения в Крымском федеральном округе» 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  7. Ребе Д. И. Крымчакский язык. Крымчакско-русский словарь. — Симферополь: Доля, 2004. — 224 с. — 1000 экз. — ISBN 966-8584-26-0.
  • Реби, Давид Ильич. «Крымчакский язык. Крымчакско-русский словарь». Симферополь, 2004.
  • Kaja I.S. Qrьmcaq ʙalalarь icyn ana tilinde alefʙet ve oqu kitaʙь. Qrьm, 1928.

Һылтанмалар

үҙгәртергә