Турищева Людмила Ивановна

совет гимнасы

Турищева Людмила Ивановна (7 октябрь 1952 йыл) — совет гимнасы. Дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, донъяның һәм Европаның күп тапҡыр чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1970). Владислав Растороцкийҙа күнегә.

Турищева Людмила Ивановна
рус. Людмила Ивановна Турищева
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
Тыуған көнө 7 октябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2] (72 йәш)
Тыуған урыны Грозный, РСФСР, СССР[1]
Хәләл ефете Валерий Филиппович Борзов[d]
Һөнәр төрө спорт гимнасы
Уҡыу йорто Ростов дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Масса 52 килограмм
Спорт төрө спорт гимнастикаһы[d]
Ҡатнашыусы Летние Олимпийские игры 1968[d], gymnastics at the 1972 Summer Olympics – women's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's artistic individual all-around[d], gymnastics at the 1972 Summer Olympics – women's floor[d], gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's floor[d], gymnastics at the 1972 Summer Olympics – women's vault[d] һәм gymnastics at the 1976 Summer Olympics – women's vault[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены заслуженный мастер спорта СССР
Бейеклеге/буйы 160 сантиметр
 Турищева Людмила Ивановна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Людми́ла Ива́новна Тури́щева 1952 йылдың 7 октябрендә Грозный ҡалаһында тыуған.

Уны ҙур гимнастикаға 1962 йылда тренер Ким Ефимович Вассерман килтерә. Мәктәптәргә барып, һәләтле балаларҙы эҙләп йөрөгәндә Людмилаға иғтибар иткән тренер өс тапҡыр уларҙың өйҙәренә килә. Ким Ефимович Люданың ата-әсәһен дә, үҙен дә ҡыҙыҡайҙың спорт гимнастикаһы менән шөғөлләнергә тейешлегенә инандырырға тырыша. Ниһайәт, күндерә. Людмила Турищева К. Е. Вассерман менән йыл ярым шөғөлләнә. Шул саҡта уҡ буласаҡ чемпион ҡыҙҙың тырышлыҡ, яуаплылыҡ, күнегеүҙәрҙе башҡарғанда бөхтәлек һәм теүәллек, элементтарҙы, комбинацияларҙы өйрәнгәндә ныҡышмалыҡ кеүек һыҙаттары иғтибарҙы йәлеп итә. Гимнастика залында шөғөлләнгән тәүге йылында уҡ Людмила Турищеваның көслө ихтыярлы булыуы күренә. Ун йәшлек уҡыусы ҡыҙ тәүге тренеры Ким Ефимович Вассермандың уны мәшһүр спортсы итеп үҫтерәсәгенә, үҙенең бөтә донъяла билдәлелек яулаясағына ышана.

1964 йылда Ким Ефимович Вассерман үҙенең төркөмөндәге ҡыҙҙарҙы, шул иҫәптән Людмила Турищеваны ла, Владислав Растороцкийға тапшыра (Растороцкий тик ҡыҙҙарҙы ғына күнектерә, ә Вассерман үҙенә малайҙарҙы алып ҡала).

Беренсе алтын Олимпия наградаһын Людмила 16 йәшендә, 1968 йылда Мехиколағы Олимпия уйындарында яулай. СССР йыйылма командаһында Зинаида Воронина, Наталья Кучинская, Лариса Петрик, Ольга Карасёва һәм Любовь Бурда менән бергә Турищева команда беренселегендә еңеүгә өлгәшә. 1970 йылда Люблянала Людмила беренсе тапҡыр донъяның абсолют чемпионы була, 1971 йылда Европаның абсолют чемпионы титулын яулай. Тиҙҙән спортсы Грозныйҙан Дондағы Ростовҡа күсә, Ростов педагогия институтына уҡырға инә, бик юғары кимәлдә сығыш яһауын дауам итә.

Мюнхенда XX Олимпия уйындарына спортсы совет йыйылма командаһының лидеры булараҡ килә, команда һәм шәхси беренселектә ике алтын награда яулай. 1973 йылда — тағы ла Европаның абсолют чемпионы, бер йылдан донъяның абсолют чемпионы була.

1974 йылда Ростов педагогия институтын тамамлай.

Монреалдә үҙенең өсөнсө Олимпиадаһында совет гимнастика йыйылма командаһының капитаны Турищева команда беренселегендә алтын миҙал, ирекле күнекмәләрҙә һәм таянып һикереүҙә ике көмөш, абсолют беренселектә бронза миҙал яулай. Олимпия уйындарынан ҡайтҡас та ул ҙур спорттан китә һәм тренер булып эш башлай. Үҙенең спорт карьераһында Людмила Турищева төрлө турнирҙарҙа һәм ярыштарҙа бөтәһе 137 тапҡыр награда ала.

1977 йылдан Людмила Ивановна Турищева — еңел атлетика буйынса мәшһүр спортсы Валерий Борзовта кейәүҙә. Туйҙан һуң Киевҡа күсә. Ҡыҙы Татьяна (1978) — модельер, ире менән Торонтола йәшәй.

1978 йылдан КПСС ағзаһы. 1986 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Дәүләт физик культура институты аспирантураһын тамамлай (гимнастика теорияһы һәм методикаһы кафедраһы). Шул уҡ йылды педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә «Ҡатын-ҡыҙ гимнастарҙың башҡарыу оҫталығы компоненттары һәм уларҙы баһалау методтары» диссертацияһын яҡлай.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

1975 йылда Лондонда Донъя кубогына сығыш яһағанда Людмила Турищева күнегеүҙәрҙе төрлө бейеклектәге брустарҙа яһай. Сығышы тамаланып килгәндә снаряд конструкцияһы тотороҡһоҙ булыуын һиҙеп ҡала. Ләкин Людмила күнегеүҙе уңышлы тамамлай, ул һикереп төшөү менән артынан брус конструкцияһы ҡыйралып төшә. Людмила Турищева, үҙен тулыһынса ҡулда тотҡанлығын күрһәтеп, судьялар менән тамашасыларҙы сәләмләй ҙә бер ни ҙә булмағандай, хатта дөбөрҙәп ҡойолған брустарға әйләнеп тә ҡарамайынса сығып китә.[3][4]

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Турищева Людмила Ивановна // Олимпийская энциклопедия / Павлов С. П.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 415 с.
  • Голубев В.Л. Людмила Турищева. — М.: Физкультура и спорт, 1977. — 41 с. — (Герои олимпийских игр). — 50 000 экз.
  • Малов В. И. Сто великих Олимпийских чемпионов. — М.: Вече, 2006. — С. 309—313. — 480 с. — (100 великих). — 7000 экз. — ISBN 5-9533-1078-1.
  • Самин Д. К. Самые знаменитые спортсмены России. — М.: Вече, 2001. — 512 с. — (Самые знаменитые). — 10 000 экз. — ISBN 5-7838-0833-4.
  • Турищева Л. И. Жизнь моя - гимнастика. — М.: Советская Россия, 1986. — 160 с. — 50 000 экз.
  • С-А. М. Аслаханов, Х. Х. Хизриев. Физическая культура и спорт Чечни: истоки и современность. — Москва: «Перо», 2015. — С. 193—194. — 240 с. — ISBN 978-500086-997-0.

Һылтанмалар

үҙгәртергә