Тимершин Рәдиф Мәхмүт улы

Тимершин Рәдиф Мәхмүт улы (1 ғинуар 1947 йыл — 2 май 2017 йыл) — башҡорт шағиры, сатирик һәм юморист, тәржемәсе. 1982 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Яңауыл районы хакимиәтенең Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты (2001).

Рәдиф Тимершин
Исеме:

Рәдиф Мәхмүт улы Тимершин

Тыуған көнө:

1 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Яңауыл районы Мәсәғүт ауылы

Вафат булған көнө:

2 май 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (70 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе

Премиялары:

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәдиф Мәхмүт улы Тимершин 1947 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Мәсәғүт ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм колхозсы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ, күрше Ямаҙыла урта мәктәпте тамамлай. 1965—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, 1970—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай. Республиканың төп сатира һәм юмор баҫмаһына үҙенең тиҫтә ярым йыл ғүмерен биреп, бер ни тиклем ваҡыт редакцияның әҙәбиәт, артабан хаттар бүлектәрен етәкләй. 1986—1988 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләп алғандан һуң, яңынан «Һәнәк»кә ҡайта һәм күңеленә ныҡ яҡын булған хеҙмәтен дауам итә. 1995 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында радио һәм телевидение журналисы йөгөн тарта, 1998 йылдан «Өмөт» гәзитендә бүлек мөдире була, 2004 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы (2007 йыл) хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ҡыҙыл таң» гәзитендә дауам итә.

Рәдиф Тимершин 2017 йылдың 2 майында Өфөлә вафат булды[1].

Ижади эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Әҙәбиәткә Рәдиф Тимершин ХХ быуаттың алтмышынсы йылдарына аяҡ баҫа: уның тәүге шиғыры матбуғатта 1963 йылда донъя күрә. Шулай ҙа әҙәби ижадҡа ныҡлап тотоноу осоро башлыса «Һәнәк» журналында эшләй башлауы менән тап килә. Аҙаҡтан әҙиптең асылын тулыһынса билдәләгән сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр нәҡ ошо баҫмала хеҙмәт итеү арҡаһында донъяға килә лә инде. Уларҙың һаны бер нисә йөҙҙән ашып киткән. Рәдиф Тимершин йөҙләп сатирки хикәйә, өс йөҙләп фельетон һәм скетч авторы. Уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителгән был әҫәрҙәренең байтағы рус, белорус, ҡаҙаҡ, сыуаш, украин, үзбәк һәм башҡа ҡайһы бер телдәргә тәржемә ителгән. Әҙип үҙе лә тәржемә өлкәһендә әүҙем һәм емешле эшләй: илебеҙҙең төрлө милләт яҙыусыларының, атап әйткәндә Михаил Воловик, П. Ребро, П. Шабатин һәм башҡа әҙиптәрҙең сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыһына тәүгеләрҙән булып ул еткерҙе.

Шағир ижади эшмәкәрлегенең башланғыс осоронан уҡ балалар поэзияһын үҙ итте һәм артабан да был йүнәлештә уңышлы ижад итеүен дауам итте. Уның 1974 йылда донъя күргән «Беренсе ҡар» исемле шиғырҙар китабы кескәй уҡыусылар өсөн матур бүләк булды һәм улар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Шуға ла был йыйынтыҡ ике йылдан рус телендә лә нәшер ителде. Әҙиптең «Йомарт терпе» исемле балалар өсөн яҙылған пьесаһы Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрында ҙур уңыш менән ҡуйылды.

Дөйөм алғанда, әҙип фельетондар, скетчтар, мәҫәлдәр, пьесалар, пародиялар, эпиграммалар, лирик шиғырҙар, балладалар һәм поэмалар менән бергә хикәйәләр һәм публицистик әҫәрҙәр ҙә әүҙем ижад итә. Уның «Йыһын һәм Кеше» поэмаһы үҙенсәлекле фәлсәфәүи уйланыуҙарға нигеҙләнеүе менән айырылып торһа, «Муса» исемле икенсе поэмаһында герой-шағир Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәренең фашист концлагерындағы тотҡонлоҡ шарттарында күрһәткән тиңһеҙ батырлығына дан йырлай. «Тынма һин, тальян!» исемле поэмала иһә автор үҙенә генә хас алымдар менән һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ауыр яҙмышын уҡыусы күңелен ярып үтерлек итеп һүрәтләй.

Үҙенең барлыҡ әҫәрҙәрендә Рәдиф Тимершин заман яҙмышы, ваҡыт һәм дәүер үҙенсәлектәре, замандаштарының төрлө яҡлы тормошо тураһында уйлана, көндәлек ысынбарлыҡ менән шәхес намыҫы араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырған һорауҙарға яуап эҙләй. Мәҫәлән, «Алданған» сатирик поэмаһында ул йәмғиәт һәм шәхес, түрәләр һәм ябай кешеләрҙең бик тә ҡатмарлы булған мөнәсәбәттәрен һүрәтләү аша беҙҙең һәр беребеҙҙе ғүмер буйы тиерлек боросоған мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтә.

Юмор һәм сатира оҫтаһы Рәдиф Тимершин әҫәрҙәрен төрлө быуын уҡыусылары йылы ҡабул итә, китаптарын яратып уҡый. Әҙиптең төрлө жанрҙағы ижад емештәре республикабыҙҙың гәзит һәм журналдарында даими донъя күрә. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар радио һәм телевизорҙан яңғырап тора.

Шағирҙың ҡәләмдәштәре, тәнҡитселәр уның әҫәрҙәре хаҡында ваҡытлы матбуғатта ыңғай мәҡәләләр менән йыш сығыш яһай.

Баҫылған китаптары

үҙгәртергә
  • Беренсе ҡар: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 20 бит.
  • Первый снег: Стихи. — Уфа: Башкнигоиздат, 1976. — 20 стр.  (рус.)
  • Әсе емеш: Шиғырҙар һәм әкиәт. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 49 бит.
  • Тартып-һуҙып: Сатирик һәм юмористик шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1987. — 55 бит.
  • Ғәйепләштән булмаһын: Сатирик һәм юмористик шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1989. — 167 бит.
  • Теле бар — һөйлəмəй: Сатирик һәм юмористик шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 16 бит.
  • Яратам, яратмыйм: Сатирик һәм юмористик шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 224 бит.
  • Ете əкиəт: Сатирик әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2001. — 120 бит.

Гәзит һәм журналдарҙа донъя күргән әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
  • Яңауыл районының Ғәли Соҡорой исемендәге премияһы лауреаты (2001).

Әҙип тураһында ваҡытлы матбуғат

үҙгәртергә
  • Рамазанов Ғ. Шиғри балалыҡ донъяһы // «Ҡыҙыл таң» гәзите, 1983.
  • Шаммас Р. Йоҙаҡһыҙ күңелдәр // Ҡыҙыл таң" гәзите, 1988.
  • Ғиләжев Х. Тартып-һуҙып // «Ҡыҙыл таң» гәзите, 1988.
  • Шәкүр Р. Мең йыллыҡ үҫеш юлы // «Башҡортостан» гәзите, 1994.
  • Иҙиәтуллин Р. Көнләшәм // «Ҡыҙыл таң» гәзите, 1996.
  • Кәбиров М. Яҙыусы ижады күләмләп иҫәпләнмәй. // «Өмөт» гәзите, 1997.
  • Кәримов М. Ярата, яратмай. // «Ҡыҙыл таң» гәзите, 1997.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә