Таҙлар (Ейәнсура районы)
Таҙлар (рус. Тазларово) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453382, ОКАТО коды — 80226837001.
Ауыл | |
Таҙлар рус. Тазларово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453382 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәҮҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Шишәй менән Бишәй хәҙерге Хәйбулла районы ауылдарын нигеҙләй. Аҫҡаҡтың улдары Бикбау, Үтәғол, Ҡыуат, Буранғол (Ырымбур өлкәһендә) ауылдарына нигеҙ һала. Ҡунаҡтың улдары Тирәкле, Сиреғол ауылдарында йәшәй. Абаҙа улдары Ҡаҙанболаҡ, Аҡбулат, Ергәйеш, Һунарсы, Сәнкем ауылдарында төпләнгән. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған. Ҡыҙрас улдары Аҫҡар, Таҙлар, Аҡҡондоҙ, Үрген, Ҡужанаҡ, Кинйәбулат ауылдарында төйәкләнгән[2]. Ауыл 1758 йылдан алып билдәле. 1866 йылда 32 йортта 136 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. 1891 йылда Таҙлар утары (12 йортта — 62 кеше) булған, ул һуңынан Таҙлар менән бергә иҫәпкә алынған. 1920 йылда Таҙлар (Курноскин) исеме менән теркәлгән. XX быуаттың 70‑се йылдарында ауылға Киселёв утары ҡушылған[3].
Хәҙерге осор
үҙгәртергәТаҙлар ауылы — административ үҙәк. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, магазиндар бар[3].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәХалҡы: 1900 йылда — 184 кеше, 1920 йылда 226 кеше иҫәләнгән[3]. 2009 йылда 1170 кеше тәшкил итә[4]. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй.
|
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (65 %), урыҫтар (30%)[10].
Географик урыны
үҙгәртергәТаҙлар ауылы Кесе Һүрәм йылғаһы тамағында урынлашҡан.
Урамдары
үҙгәртергә- Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. улица 40 лет Победы)
- Еңеүҙең 65 йыллығы урамы (рус. улица 65 лет Победы)
- Еңеүҙең 70 йыллығы урамы (рус. улица 70 лет Победы)
- Ворошилов урамы (рус. улица Ворошилова)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
- Ҡаратал урамы (рус. улица Каратал)
- Киселев урамы (рус. улица Киселевская)
- Комсомол урамы (рус. Комсомольская улица)
- Ленин урамы (рус. улица Ленина)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
- Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
- Пахомов урамы (рус. улица Пахомова)
- Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
- Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
- Совет урамы (рус. улица Советская)
- Дала урамы (рус. Степная улица)
- Төҙөлөш урамы (рус. Строительная улица)
- Һүрәм урамы (рус. Суренская улица)
- Химиктар урамы (рус. улица Химиков)
- Шайморатов урамы (рус. улица Шаймуратова)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[11]
Ваҡытлы матбуғатта
үҙгәртергәВидеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Таҙлар (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 1.
- ↑ 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // Өфө — Китап, 2018. — Т. 2.
- ↑ 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 3.
- ↑ 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // Уфа — Китап, 2018. — Т. 4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- / Таҙлар (Ейәнсура районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |