Ташсылар
Ташсылар (бухтарма ташсылары, бухтарма старообрядсылары, алтай ташсылары, бухтармалар) — урыҫтарҙың этнографик төркөмө, XVIII—XIX быуаттарҙа Көньяҡ-Көнбайыш Алтай территорияһындағы күп һанлы юлһыҙ тау үҙәндәрендә һәм Катунь йылғаһы башындағы бейек Уймон далаһында формалаша. Атамаһы таулы ерҙәрҙе билдәләүсе боронғо урыҫ таш һүҙенән алынған ,тимәк «тау кешеләре, таулылар». Старообрядсылар ғаиләләренән, башлыса помор килешеүе попһыҙҙарҙан һәм хөкүмәт йөкләмәләренән ҡасып йөрөүселәрҙән— тау заводтары крәҫтиәндәре, рекруттар, крепостнойҙар, каторжандарҙан һәм башҡа һуңғараҡ күсеп килеүселәрҙән формалаша.
Ташсылар | |
Туған тел | урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт |
Ҡаҙағстан Рәсәй Ҡытай Америка Ҡушма Штаттары |
Ташсылар Викимилектә |
Тарихи тел диалекты — олаштырып һөйләү[1].
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәБухтарма ташсыларының формалашыуы төрлө төбәктәрҙән һәм төрлө социаль төркөмдәрҙән сығыусыларҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, яйлап улар борондан йәшәгән общиналарға инәләр. Төп нигеҙен Түбәнге Новгород губернаһынан кержактар тәшкил итә[2]. Поморье, Олонец, Новгород, Вологда, Пермь губерналарынан сығыусыларың[3], Көнбайыш Себер һәм Алтай крайынан, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың, алтайҙарҙың, ойраттарҙың мәҙәни йоғонтоһон билдәләп үтәләр[4]. Бергә йәшәү һәм уртаҡ сығышлы булыу бухтармаларҙы «поляктар» менән айырыуса тығыҙ яҡынлаштыра. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың етешмәүе сәбәпле, урындағы төрки һәм монгол халыҡтары менән ҡатнаш никахтар осрай (кәләш өсөн иҫке православие динен ҡабул итеү мотлаҡ була), балалары урыҫ тип иҫәпләнә. ташсыларҙың көнкүрешенә һәм мәҙәниәтенә (кейем элементтары, көнкүреш әйберҙәре, ҡайһы бер ғөрөф-ғәҙәттәр, телде белеү) ҡаҙаҡ традицияларының йоғонтоһо һиҙелә[5]. Милләтенә ҡарамайынса балаларҙы уллыҡҡа алыу йолаһы ғәмәлдә була. Никахтан тыш тыуған балалар әсәһе яғынан ҡартатаһының фамилияһын йөрөткәндәр һәм «законлыларҙың» хоҡуҡтары менән файҙаланғандар[6]. Старообрядсылар яҡын туғанлыҡ никахтарҙан һаҡланып ҡалыу өсөн туғыҙ быуын шәжәрәһен яттан белгәндәр[7].
Тикшеренеүселәр билдәләнеүенсә, бухтарма ташсылары дәүләт йөкләмәләренең баҫымы кимәле аҙ булыуы, үҙ идара һәм үҙ-ара ярҙам итеү системаһы көслө булыуы, үҙенсәлекле холҡо, тәбиғәт байлығы, ялланма хеҙмәт ҡулланыу арҡаһында хәлле тормошта йәшәгәндәр. Ташсылар коллективлаштырыуға тиклем үҙенсәлекле мәҙәниәте һәм ғәҙәткә ингән йәшәү рәеше менән бикле һәм локаль йәмғиәтте кәүҙәләндерә.
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуаттың башынан урыҫ ҡасҡындары Колыван-Кузнецк нығытылған линия аръяғында Алтай тауҙарының барып етергә ауырлыҡтар тыуҙырған урындарында урынлашалар. Жунгар ханлығының көслөһҙләнеүенән һәм уны Цин империяһы ҡыйратҡандан һуң Бухтарма крайы нейтраль территорияла, Рәсәй империяһы һәм Ҡытай араһындағы аныҡланмаған сиктәрҙә, ҡала. Край тәбиғәт ресурстары менән бай була һәм күрше дәүләттәр уға дәғүә итмәй. Беренсе староверҙар бында 1720-се йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килә, әммә документаль шаһитлыҡтар тик 1740-се йылға ҡарай. Ҡасыуҙарҙың сәбәптәре 1720-се йылдарҙа староверҙарҙан икеләтә оклад индерелеүе, ә шулай уҡ 1737 йылғы казна заводтарға тау эштәренә раскольниктарҙы йәлеп итеү тураһында ҡарары була[8][9].
Ҡасҡындар йыш ҡына Бухтарма үҙәненә килеп урынлашалар. Һуңынан был ерҙәр Беловодье исемен ала.
Бухтарма ҡасаҡтарына нигеҙ һалыусы булып крәҫтиән Афанасий Селезнёв һанала, шулай уҡ Бердюгиндар, Лыковтар, Коробейниковтар, Лысовтар. Уларҙың нәҫелдәре хәҙерге ваҡытта ла Бухтарма ярындағы ауылдарҙа йәшәй[10].
Беренсе ауылдар айырым бәләкәй өйҙәрҙән, заимкаларҙан һәм 5-6 йортло бәләкәй ҡасабаларҙан торған. Ташсылар һунарсылыҡ, ауыл хужалығы (ҡалдау-пар системаһы өҫтөнлөк ала), умартасылыҡ, һуңғараҡ мараллыҡ (аҫыл боланды үрсетеү) менән шөғөлләнәләр. Тире һәм аҙыҡ-түлекте күршеләренән — себер казактарынан, ҡаҙаҡтарҙан, алтайҙарҙан, ҡытайҙарҙан, шулай уҡ урыҫ сауҙагәрҙәрҙән тауарҙарға алыштырғандар. Ауылдар йылға буйында ултырған, унда мотлаҡ рәүештә тирмән һәм тимерлек була. 1790 йылда 15 ауыл иҫәптә тора. Ташсыларҙың бер өлөшө Бухтарма үҙәненән артабан — тауҙарға, Арғыт һәм Ҡатун йылғаларына табан китә. Улар Уймон үҙәнендә Уймон һәм тағы ла бер нисә старообрядсы ауылға нигеҙ һалалар[11].
Бухтарма ҡәлғәһенә нигеҙ һалғандан һуң түбәнге Бухтармалағы тауҙарҙа 17 урыҫ ауылдары төҙөлә[12].
1791 йылдың 15 сентябрендәге Екатерина II үҙенең рескрипты менән ташсыларҙың бер өлөшө (205 ир-ат һәм 68 ҡатын-ҡыҙ[13]) һәм улар йәшәгән территориялары Бухтарма урыҫ булмағандар идаралығы һәм Уймон урыҫ булмағандар идаралығы булараҡ Рәсәй составына ҡабул ителә. Улар хөкүмәткә урыҫ булмаған халыҡтар булараҡ йәнлек тиреһе һәм хайуандар тиреһе менән яһаҡ түләйҙәр. Бер яҡтан, бындай юридик хәл иркенлек бирә, ә икенсе яҡтан уларҙы хөрмәткә бигүк лайыҡ булмаған халыҡтар категориялары менән тигеҙләй. Бынан тыш, бухтармалар ситтән ебәрелгән администрацияға буйһоноуҙан, тау заводтары эшенән, рекрутлыҡтан һәм тағы ла ҡайһы бер йөкләмәләрҙән азат ителә.
Рәсәй подданныйҙары статусын алғандан һуң бухтарма ташсылары йәшәү өсөн уңайлыраҡ урындарға күсенә. 1792 йылда 2-3 йорттан торған бәләкәй ҡасабаларҙан 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән 9 ауыл барлыҡҡа килә: Осочиха (Богатырево), Быково, Сенное, Коробиха, Печи, Язовая, Белая, Фыкалка, Малонарымская (Огнево)[14].
1796 йылда яһаҡ аҡсалата һалым менән алмаштырыла, ә 1824 йылда — ултыраҡ тормош алып барған урыҫ булмаған халыҡ булараҡ оброк менән. 1835 йылғы халыҡ алыу иҫәбендә идаралыҡта 326 ир-ат һәм 304 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә.
1878 йылда Бухтарама һәм уймон идаралыҡтары бөтөрөлә һәм ғәҙәти крәҫтиән идаралыҡтарына әүерелдерелә, бөтә ташламалар ҙа юҡҡа сығарыла[15].
1883 йылда административ яҡтан Томск губернаһы Бий округына ингән Бухтарма крайы халҡы барыһы 15503 йән тәшкил итә, шул иҫәптән Зырян улусында 5240 кеше; Бухтарма крәҫтиән — 4931, Бухтарма урыҫ булмаған — 2153, Оло Нарым — 3184 кеше. Бухтарма кКрәҫтиән улусы 11 ауылдан торған, халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, Змеиногорск руднигынан Бухтарма мәғдән ҡыуыу, сауҙа һәм башҡа кәсептәр менән шөғөлләнә. Улар ҡарамағында 5000 дисәтинә һөрөнлгән ер һәм 1400 дисәтинәгә тиклем бесән сабыу ерҙәре була[16]. Властарға билдәле булмаған ҡайһы бер ауылдар Октябрь революцияһына һәм коллективлашыуға тиклем һаҡланып килә.
1927 йылда ғына ташсылар нигеҙ һалған биш бухтарма ауылдарҙа 3000-дән ашыу кеше йәшәгән[17].
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәСовет власына тиклемге, совет һәм советтарҙан һуңғы осорҙағы мәҙәни-сәйәси процестар һәм миграциялар һөҙөмтәһендә бухтарма вариҫтары үҙҙәрен дөйөм урыҫ этносы рәтенә индерә һәм Ҡаҙағстандың, Рәсәйҙең, Ҡытайҙың төрлө төбәктәрендә[18], АҠШ-та[19][20] һәм башҡа илдәрҙә йәшәйҙәр. Алтай ташсылары вариҫтары күпселегендә ташсыларҙың төп территорияларын үҙ эсенә алған Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкәһенең ҡалаларында һәм ауылдарында йәшәйҙәр. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу Рәсәй Федерацияһы территорияһында 2 генә кеше үҙен ташсы тип күрһәткән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ↑ [1] — Народы России. Энциклопедия
- ↑ Александров В. А. Русские старожилы Сибири. Историко-антропологический очерк. — М., 1973. — С. 118, 119.
- ↑ Гуляев С. И. Алтайские каменщики // Санкт-Петербургские губ. вед. — 1854. — № 21.
- ↑ Фурсова Е. Ф. Традиционная одежда крестьян-старожилов Верхнего Приобья . Дата обращения: 15 апрель 2015. Архивировано 24 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Исследования бухтарминских каменщиков Н. М. Ядринцевым.
- ↑ Старообрядческая семья Южного Алтая в её историко-социальном развитии. 2018 йыл 19 октябрь архивланған.
- ↑ Сельские поселения на Алтае XVIII — начала XX в. 2009 йыл 23 май архивланған.
- ↑ Казанцева Т. Г., Мурашова Н. С. и др. Старообрядцы Алтая // Алтайский старообрядец.
- ↑ Старообрядцы Алтая 2009 йыл 13 октябрь архивланған.(недоступная ссылка) Проверено 24 ноябрь 2018.
- ↑ Быль волшебной страны(недоступная ссылка)
- ↑ Русское наследие Алтая (Поселения, Жилище, Одежда, Пища и Утварь) 2009 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ Русское население Юго-Восточного Казахстана во второй половине XIX в. 2016 йыл 4 март архивланған.(недоступная ссылка) Проверено 24 ноябрь 2018.
- ↑ Вольные каменщики Сибири(недоступная ссылка)
- ↑ Рескрипт Екатерины II(недоступная ссылка)
- ↑ Хронологический перечень важнейших дат из истории алтайского старообрядчества 2009 йыл 13 октябрь архивланған..(недоступная ссылка) Проверено 24 ноябрь 2018.
- ↑ К истории вопроса о передаче Бухтарминского края из Алтайского округа в Семипалатинскую область 2016 йыл 4 март архивланған..(недоступная ссылка) Проверено 24 ноябрь 2018.
- ↑ Бухтарминские старообрядцы. // Материалы комиссии экспедиционных исследований. — Серия Казахстанская. — Вып. 17. — Л., 1930.
- ↑ Путешествие в Китай: Русская община в Синьдзян-Уйгурском районе
- ↑ Архивированная копия (неопр.) (недоступная ссылка). Проверено 8 апреля 2010. Архивировано 22 апреля 2009 года. — Старообрядческие миграции и Томский край
- ↑ Староверы в США 2010 йыл 13 июнь архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Алексеенко Н. В. Алтайские каменщики. В поисках Беловодья / Н. В. Алексеенко. — Усть-Каменогорск: Изд-во Либрус, 2009. — 100 с.: ил. — Библиогр.: с. 93. — ISBN 978-601-7117-07-8
- Бухтарминские старообрядцы (Материалы комиссии экспедиционных исследований, вып. 17. Серия казакстанская). Издание Академии наук СССР. — Л., 1930. — 460 с.
- Герасимов Б. Г. Из жизни Бухтарминской долины // Сибирский Архив. — Иркутск, 1912. № 7. — С. 569—575.
- Лукичев С. С. К истории бухтарминских «каменщиков». Из истории Алтая. — Томск, 1978. — С. 220—238.
- Покровский Н. Н. К постановке вопроса о беловодской легенде и бухтарминских «каменщиках» в литературе последних лет // Общественное сознание и классовые отношения в Сибири в XIX—XX вв. — Новосибирск, 1980. — С. 116.
- Русакова Л. М., Фурсова Е. Ф. Одежда бухтарминских крестьян: XIX начало XX века // Общественный быт и культура русского населения Сибири XIX — начало XX века. — Новосибирск: Наука, 1983. — С. 68—104.
- Алексеенко Н. В. Бухтарминские были. — Алма-Ата: «КАЗАХСТАН», 1981.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Русские. Монография Института этнологии и антропологии РАН
- Алтайская Русь. Историко-этнографический очерк
- ЗАГАДОЧНАЯ СТРАНА БЕЛОВОДЬЕ
- Бухтарминские старообрядцы Северо-Восточного Казахстана
- Ядринцев Н. М. Алтай и его инородческое царство (Очерки путешествия по Алтаю), 1885 г.
- Мукаева Л. Н. Хозяйственная культура и менталитет старообрядцев Южного Алтая в XVIII—XX вв. // в сб. «Культурное наследие народов Сибири и Севера. 4 Сибирские чтения» — СПб.: МАЭ РАН, 2000. 2016 йыл 19 март архивланған.
- Липинская В. А. Старожилы и переселенцы: Русские на Алтае. XVIII — начало XX века. Создание семьи, её состав
- Русский субэтнос Западной Сибири: расселение и топонимия (недоступная ссылка)
- Переселение крестьян в Сибирь в конце XIX — начале XX в. Документы и материалы
- «Бийский уезд Томской губернии», 1911 г. (топографический, экономический и этнографический очерк)
- Старообрядческие хозяйственные традиции жителей Уймонской долины в XX веке 2019 йыл 22 февраль архивланған.
- Традиционные представления о женском теле русских Алтая
- Рукописное наследие старообрядцев Юго-Западного Алтая
- Бухтарминский тракт
- Начало Русско-Китайского разграничения в Центральной Азии 2012 йыл 26 декабрь архивланған.
- История Казахстано-Китайского разграничения
- История формирования казахской диаспоры Алтайского (горного) округа
- Русские, Казахи и Алтай. Только факты
- Бухтарминцы, Православная энциклопедия