Поляктар (урыҫтарҙың этнографик төркөмө)
«Поляктар» (тырнаҡтар эсендә яҙыла) — урыҫтарҙың этнографик төркөмө, 1763 йылдан һуң Речь Посполитаянан Себергә күсерелгәндәр (Уба йылғаһы буйлап — Алтайға, өлөшләтә — Байкал аръяғына).
Поляктар |
«Поляктар» Калуга, Тула, Рязань, Орел губерналарынан сыҡҡан урыҫ старообрядсылары нәҫеле. Башта улар Речь Посполитаяла (Белоруссияла — Стародубье, Ветка, Добрянка, Гомель, Дорогобуж райондарында) төпләнә, ә унан XVIII быуаттың икенсе яртыһында административ тәртиптә Себергә күсерәләләр. «Поляктар», башҡа Себер этнос вәкилдәре менән никахҡа инеүҙән ҡасып, ике быуат дауамында ғаилә эсендә никахтарға инәләр[1].
Ветканы ҡыйратыу
үҙгәртергәСтарообрядсыларҙы иҫенә төшөрөп, Екатерина II манифест сығара ә 1762 йылда уның нигеҙендә Сенат — Указ, уға ярашлы старообрядсылар тыуған яғына саҡырыла, шулай уҡ Указда уларға йәшәү өсөн урындар билдәләнә. Әммә, старообрядсылар үҙ теләге менән Ветканы ташлап китмәгәнгә күрә, Екатерина II тағы ла бер тапҡыр старообрядсыларҙы Ветканан ҡыуып сығарыуҙы ниәт итә. 1764 йылда Веткаға генерал Маслов ебәрелә, ул старообрядсыларҙы бик ҡаты баҫтыра һәм унан яҡынса 20 000 старообрядсыны һөрөп сығара.
Күсенеү
үҙгәртергәЭтап буйлап старообрядсыларҙы Себергә оҙаталар, унда уларҙың бер өлөшөн Иркутск губернаһына ебәрәләр, ҡалғандарын — Алтайға. Байкал аръяғына эләккән старообрядсыларҙы — «семейҙар», ә Алтай старообрядсылары — «поляктар» тип атала башлай.
Алтайҙа
үҙгәртергәТәүҙә Алтайҙа 6 «поляк» ауылы барлыҡҡа килә, һуңынан уларҙың һаны арта бара. «Поляк» старообрядсылары Алтайҙа дәүләт крәҫтиәндәре булараҡ урынлаштырыла, улар 6 йылға һалымдарҙан азат ителә, артабан уларға икеләтә һалым түләү йөкмәтелә. Ирекле дин тотоу хоҡуғын алғандан һуң, Алтай «поляктары» үҙ динен һаҡлай, «поплыҡҡа» һәм «попһыҙлыҡҡа» бүленеү яҡлы булалар, ҡатнаш никахтарға ҡаршы торалар. «Поляктар» дини сикләнгәнлектә һәм шуның менән бәйле бикле тормошта йәшәүе арҡаһында үҙ тормошон һәм диалект үҙенсәлектәрен һаҡлап алып ҡала.