Баштау (һырт)
Баштау — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.
Баштау | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 40 км |
Киңлеге | 10 км |
Бейек нөктәләре | |
Иң бейек түбәһе | Оло Шатаҡ |
Абсолют бейеклеге | 1271 м |
Урынлашыуы | |
54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Урынлашҡан ере
үҙгәртергәБелорет районы буйлап Оло Әүжән һәм Ағиҙел йылғалары араһында Ҡараташ тауына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 10 км, абс. бейеклеге 1271 м (Оло Бишитәк тауы). Көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре айырыла. Көньяҡ өлөшө Кесе Әүжән йылғаһы (Оло Әүжән йылғаһы ҡушылдығы) кимәленән яҡынса 180 м бейеклектәге параллель тауҙар теҙеменән тора, уларҙа бейеклеге 1043 м (Катушка тауы) һәм 950 м еткән ҡая ҡалдыҡтары булған түбәләр бар.
Рельефы
үҙгәртергәТауҙар теҙеме араһындағы биләндә Кесе Әүжән һәм Ҡотҡор й (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) башлана. Үҙәк өлөшө иң бейеге, уның күсәр өлөшө көнбайышҡа күскән, ҡаялы Оло Бишитәк һәм Ҡапҡаташ (1099 м) түбәләре айырылып тора. Битләүҙәре асимметриялы: текә көнбайыш битләүҙәренең итәктәре һөҙәк, һөҙәк көнсығыш битләүҙәренеке — текә. Таш өйкөмдәре осрай; түбәләр араһындағы биләндә Ҡотҡор йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшө тәпәш, бейеклеге яҡынса 900 м еткән киң арҡа рәүешендә, көнсығыш битләүҙәрҙә урыны менән асыҡ ҡаялы ерҙәр осрай. Урта рифейҙың машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, аргиллиттары, һелте һәм әсе составлы эффузивтарынан тора. Б. ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500 м тиклем бейеклектәге битләүҙәр аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары, 500 м алып 900 м тиклем — ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандары, 900 м юғары — 600 йәшлек ағастарҙан торған парк рәүешендәге ҡарағас урмандары менән ҡапланған.
Составы
үҙгәртергәҺыртта машаҡ свитаһының уртаса рифейҙары кварцит-ҡомлоҡтар, конгломератамдар, аргиллиттар, төп һәм әсе эффузивтар .
Топонимика
үҙгәртергәБашҡорт телендәге төп тигән һүҙгә синоним булып киләгән һүҙҙән алынған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИ.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. / Баштау (һырт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.