Машаҡ (һырт)
Машаҡ — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.
Машаҡ | |
---|---|
Характеристики | |
Оҙонлоғо | 40 км |
Киңлеге | 6 км |
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 1383 м |
Урынлашыуы | |
54°21′34″ с. ш. 58°16′41″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Башҡортостан |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Башҡортостандың Белорет районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап Оло Мәргән йылғаһы (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы; Силәбе өлк.) алып Ямантау киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.
Оҙонлоғо яҡынса 36 км, киңлеге яҡынса 1,5—7 км, абсолют бейеклеге 1383 м (Мөйөш Машаҡ тауы). Бейеклектәре 1000 м ашыу булған 10 түбәһе бар (Кәбиә, Айыулы, Харитонов, Широкая һ.б. тауҙар). Көньяҡ‑көнсығыш битләүҙәре текә, көнбайышы — һөҙәк; түбәләргә курумдар, таш ҡаласыҡтар хас. Урта рифейҙың егәлгә свитаһының кварцлы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарынан һәм машаҡ свитаһының конгломераттарынан, ҡомташтарынан, балсыҡлы‑углеродлы һәүерташтарынан, вулканиттарынан тора. Мағаш Кесе һәм Оло Ҡытау йылғалары (Йүрүҙән йылғаһы бассейны), Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдыҡтары, көньяҡ‑көнсығыш итәгенән — Йүрүҙән йылғаһы, көнбайыштан — Бәләкәй Ҡаҙауҙы йылғаһы (Кесе Инйәр йылғаһы ҡушылдығы) башлана. Тау араларындағы уйпатлыҡтар урыны менән һаҙға әйләнгән (Йүрүҙән, Ҡуянтау һаҙлыҡтары). Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: шыршы һәм аҡ шыршы урмандары тау‑тундра һәм көрән тау‑урман тупраҡтарындағы бейек үләндәр үҫкән болонло һирәк урмандар, тау тундралары менән алмашына. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- http://perevalnext.ru/piligrim/perekat/hrebet-mashak 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.
- http://www.samaragid.ru/nature/mountain/hrebet-mashak.html 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.
- http://yuzhnyj-ural.ru/obekty/hrebtyi/83-hrebet-mashak.html
- http://forum.nedoma.ru/topic34169.html
- http://www.silencephoto.ru/2013/02/13/mashak-odin-iz-samyx-krasivyx-xrebtov-na-yuzhnom-urale/ 2014 йыл 10 ғинуар архивланған.