Талха ибн Ғөбәйдулла
Талха ибн Ғөбәйдулла (ғәр. طلحة بن عبيد الله;рус. Тальха ибн Убайдуллах ? -һ. 36, 656 йыл) — Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең сәхәбәһе, иҫән сағында уҡ ожмах менән һөйөнсөләнгән 10 сәхәбәнең береһе.
Талха ибн Ғөбәйдулла | |
араб. طلحة بن عبيد الله | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Талха ибн Ғөбәйдулла ‘Усман ибн Ғәмер ибн Ҡәғб |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ерләнгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Ғөбәйдулла ибн ‘Усман |
Әсәһе: |
ас-Са‘ба бинт ‘Абдуллах |
Ҡатыны |
Хамна бинт Джахш[d], Q124649286?, Умм Кульсум бинт Абу Бакр[d] һәм Курайба аль-Кубра бинт Абу Умайя[d] |
Балалары: |
Мухаммад ибн Тальха[d], Imran ibn Talha[d], Mousa ibn Talha[d], Isa ibn Talha al-Taymi[d], Yakub ibn Talha[d], Юсуф ибн Тальха[d], Закарийя ибн Тальха[d], Ishaq ibn Talha[d], Умм Исхак бинт Талха бинт Убейдалла[d] һәм Аиша бинт Тальха[d] |
Бәрелештәр: | |
Талха ибн Ғөбәйдулла Викимилектә |
Йәш сағында Талха ҡорайыштарҙың каруаны менән Шам ерендә барып сыға. Каруан Басраға килгәс, Талха бер монахтан Мәккәлә яңы пәйғәмбәр киләсәген ишетә. Мәккәгә ҡайтҡас, ысынлап та, үҙен пәйғәмбәр тип атаусы кеше булғанын белә һәм беренселәрҙән булып ислам ҡабул итә. Был уның менән ғаиләһе һәм ҡәбиләләштәре араһындағы низағҡа сәбәп була. Мәккә осорондағы йәберләүҙәрҙән һуң, Талха Мәҙинәгә һижрәт итә. Ул Бәҙер, Өхүд һәм башҡа мөһим һуғыштарҙа ҡатнаша. Үхүд һуғышында, мосолмандарҙың еңелеүенән һуң, Талха Мөхәммәт ғәләйһиссәләм янында ҡалған 12 сәхәбәнең береһе була. 11 ансар (Мәҙинә сәхәбәләре) һәләк була, ә мөһәжир Талха, ваҡыт-ваҡыт һөжүм итеүселәрҙе сигендереп, яраланған Мөхәммәт ғәләйһиссәләмде тауҙарға табан күтәреп бара. Һуғыштан һуң уның тәнендә ҡылыс, һөңгө һәм уҡ тейеүҙән 70 артыҡ яра һанайҙар. Был ваҡиғанан һуң Талхаға «тере шәһит» ҡушаматын бирәләр.
Беренсе хәлифәләр осоронда ислам дәүләтен нығытыуға өлөш индерә. Ғүмәр ибн әл-Хәттабтың үлеменән һуң, хәлифәлеккә алты кандидат араһында була.
Һижри 36 йылда Ираҡта Басранан йыраҡ түгел, мосолмандар араһында Дөйә һуғышы исемен алған бәрелеш була. Йәмән йәһүде Ғабдулла ибн Саба мәкере арҡаһында ике мосолман төркеме — Ғәйшә, Талха, Зөбәйер һәм хәлиф Ғәли төркөмдәре араһында алыш башлана.[2] Ошо бәрелештә Талха үлтерелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Али-заде А. Тальха ибн Убайдулла (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007.
- ↑ «"Исламнаневе" сайты», <http://www.islamnaneve.com/mpage.php?p=lichnosti%2FAli%2Fmaarakahaldjimal>. Проверено 11 август 2021. 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Ṭalḥa / Madelung W. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed : [англ.] : in 12 vol. / edited by P. Bearman; Th. Bianquis; C. E. Bosworth; E. van Donzel & W.P. Heinrichs. — Leiden : E.J. Brill, 2000. — Vol. 10. — P. 162. (платн.)
- Ислам энциклопедия һүҙлеге 2010 йыл 21 май архивланған.
- Габдеррахман Рафат Әл-Баша. . — ISBN 978-5-88503-745-7.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |