Таймаҫ
Таймаҫ (рус. Таймасово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Ауыл | |
Таймаҫ рус. Таймаcово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453358 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәТаймаҫ — Бөрйән улусының кешеләре йәшәгән төп ауылы. Беренсе тапҡыр ауыл исеме 1795 йылда lX рәүиздә (перепись) рәсми иҫкә алына, ул ваҡытта ауылда 21 хужалыҡта 160 кеше йәшәгән, X рәүиздә 1816 йыл — 251 кеше, 1834 йылда — 349 кеше, 1850 йылда — 504 кеше, 1859 йылғы рәүиз буйынса 569 кеше йәшәй, шул уҡ ваҡытта Юғары Юлдаш ауылынан (хәҙерге Федоровка районы) 86 ир, 65 ҡатын ҡыҙ күсенеп киләләр һәм ауылда 720 кеше көн күрә. Рәсәй картаграфияһында Таймаҫ ауылы беренсе тапҡыр Ырымбур крайының Генераль картаһында 1854 йылда күренә.[2] һәм [3] Таймаҫ ауылы батша хөкүмәтенә тоғро хеҙмәт иткән Табын ырыуы тарханы, старшина Таймаҫ Шәһимовтың балалары тарафынан Рәсәй батшалығы менән ҡаҙаҡтар араһындағы сикте һаҡлау өсөн 1780-се йылдарҙа погранпункт булараҡ барлыҡҡа килә. Уның менән бер арала ауыл кешеһе — 9-сы башҡорт кантонының икенсе бүлегенең 14-се класлы дистанция начальнигы Тунас Аҡҡужин — Яматов (1770—1816) етәкселек итә, ул Ырымбур ил сиге буйына һаҡсылырҙы (үҙ йәшәү сығанаҡтары менән -аҙыҡ, ҡорал, аттары…) алып бара һәм хеҙмәт иткәндәрҙе алып ҡайта.
Бөрйән ырыуы кешеләре йәшәгән ауылға табын ырыуы старшинаһы исеме Таймаҫ көсләп тағыла, уға 1700—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа табын ырыуы менән бөрйән ырыуы араһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр сәбәпсе була. (Белешмә: Табын ырыуы тарханы, старшина Таймаҫ Шәһимов 1700-се йылдарҙың башындағы бөрйән ырыу вәкилдәре башлаған ихтилалдарҙа үҙенең ырыу вәкилдәрен ҡатнаштыртмай, ә инде 1735—1740 йылдарҙа уның етәкселегендәге ҡораллы көстәр башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа әүҙем ҡатнаша). "Арғаяш башҡорттарының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары" китабында, профессор Дамир Валиев бына ниҙәр бәйән итә Таймаҫ Шәһимов тураһында https://nazir1965.com/tarix/ar%D2%93ayash-bash%D2%A1orttary-tarixynan.html
Бөгөнгө Таймаҫ ауылы халҡының ата-бабаларының 140 ғаиләһе 1700 йылдың башынан алып 1780-сы йылдарға тиклем (80 йыл) батша карателдәренең эҙәрлектәреүенән юл яҙҙырып Көнъяҡ Урал тауҙарында ҡасып урын алыштырып йөрөйҙәр. Буй еткереп ҡорал тоторға яраған ир-егеттәре батша власына ҡаршы көрәшкә китә торған булған[4].
Таймаҫ ауылы 9-сы контон, 31-се йортҡа ҡарай, 1864 йылдан өйәҙ үҙәге була, 1919—1935 йылдарҙа Көйөргәҙе улусына керә.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны[5] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
297 | 342 | +45 | +15,15 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 33 саҡырым
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Таймаҫ): 2 саҡырым
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кумертау): 26 саҡырым
Урамдары
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ямат Бикәев (1685—16.03.1740) — 1710-сы йылдарҙа башҡорт ихтилалдары етәксеһе, 1740 йылдың февралендә Ямат Бикәевте, Алдар Иҫәкәевте һәм 9 башҡорт старшинаһын Һамарға ҡаҙаҡтар менән һөйләшеү алып барырға тип Рәсәй батша власы вәкилдәре алдап саҡырып ҡулға алалар. Шул уҡ йылдың 16 мартында Минзәлә төрмәһендә язалайҙар. (Ямат Бикәевтың балалары әле һәм төрлө йылдарҙа Таймаҫта йәшәгән — Солтангәрәевтәр, Тунасовтар, Бикмөхәмәтовтар, Яматовтар, Бәхтигәрәевтәр, Аҡҡужиндар, Бикҡужиндар, Юлсуриндар).
- Мәҡсүт Үтәгәнов 1773 йылда старшина вазифаһында була (РГА, разд. Vl, д. 416, ч. l, отд.7,л.11).
- Тунас Аҡҡужин — Яматов (1770—1816) — 9-сы башҡорт кантонының икенсе бүлегенең 14-се класлы дистанция начальнигы.
- Бикмөхәмәт Бикҡужин — Яматов (1786 — ?) — 9-сы башҡорт кантонының 31-се отряды старшинаһы, зауряд-есаул. Олатаһы Ямат Бикәев язаланғандан һуң 110 йыл үткәс кенә, 1850 йылда үткән йәниҫәптә үҙен Биккужин — Яматов — тип яҙҙырырға батырсылыҡ итә.
- Ғүмәр Ҡалманов (Араптанов) (1786-?) — зауряд-есаул.
- Ишморат Качкильдинов (1789—1850 йылда уға 61 йәш була) — зауряд-есаул.
- Габил Үтәгәнов (1801—?) — зауряд-хорунжий.
- Вәлит Кейекбаев (1761—1835) — указлы мулла.
- Йомағужа Бәхтигәрәев-Солтангәрәев (1781 — в 1850 йылда уға 69 йәш була) — указлы аҙансы.
- Мөхәмәтсәлих Бикҡужинов-Солтангәрәев (1800—1850 йылда уға 50 йәш була) — урядник.
- Рәшит Солтангәрәев — яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
- Айрат Ҡобағошов — композитор, Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы композиторҙар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Исҡужин Рудик Ғәзиз улы — дәүләт эшмәкәре.
- Солтангәрәев Әмир Миһран улы — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юстиция һәм дәүләт советнигы, Башҡортостандың Третей Суды Президиумы рәйесе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар Союзы ағзаһы.
- Ибраһимов Илдус Ғамир улы (17.10.1957), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2009).
- Хәмитова Гөлнур Карамат ҡыҙы (14.11.1957), Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия педагогы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2005).
Матбуғатта
үҙгәртергәАуыл сайты
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы[8]
Видеояҙмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ [1]
- ↑ «Карта земель Оренбургского, Уральского и Башкирского казачьих войск 1858 года»
- ↑ [2] 2019 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;2002F
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Йәшлек
- ↑ [3]
Сығанаҡтар
үҙгәртергәТаймаҫ ауылы тураһындағы китаптар:
- Таймас (прошлое и настоящее), Әмир Солтангәрәев, изд. «Идел-Пресс»,268 бит,2015 йыл.
- «Яҙмыш», Әмир Солтангәрәев, изд. «Идел-Пресс»,427 бит, 2013 йыл.
- «История башкирских родов (Бурзян)», Уфа, изд. «Китап», 2019, том 31 (часть 2), стр.435, 773—777, 779—804 https://bashkirica.com/upload/iblock/7c7/7c7ec54ceaf12eb7c657ca0b9f424a8f.pdf 2019 йыл 1 июнь архивланған.
- Таймаҫ ауылы (Бөрйән улусының айырым биләмәһе), Өлфәт Ҡобағошов, Өфө, 207 бит, 2007 й.