Ямат Бикәев (1685 — 16 март 1740) — 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Биографияһы үҙгәртергә

1685 йылда тыуған. 1704—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе була. 1740 йылдың февралендә Ямат Бикәевты, Алдар Иҫәкәевты һәм 9 башҡорт старшинаһын Һамарға ҡаҙаҡтар менән һөйләшеү алып барырға тип Рәсәй батша власы вәкилдәре алдап саҡырып шунда ҡулға алалар. Шул уҡ йылдың 16 мартында Минзәлә төрмәһендә язалайҙар.

Ямат Бикәевтың балалары хәҙерге Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылындағы — Солтангәрәевтәр, Тунасовтар, Бикмөхәмәтовтар, Яматовтар, бөткән фамилилар — Бәхтигәрәевтәр, Аҡҡужиндар, Бикҡужиндар, Юлсуриндар.