Таймаҫ Шәһимов
Таймаҫ Шәһимов — Себер даруғаһы Өфө өйәҙенең Ҡара-табын волосы башҡорт старшинаһы, тархан.
Таймаҫ Шәһимов | |
Подданлығы | |
---|---|
Балалары |
Суюн, Кусәкәй, Ҡортҡасыҡ, Абделкәрим, Рәхмәтулла, Мансур, Ялтыр |
Ҡыҫҡа биографияһы
үҙгәртергәРәсми документтарҙа беренсе тапҡыр 1706 йылда телгә алына.
П. И. Рычков, Т. Шәһимовты ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарға ҡаршы походтарҙың береһендә башҡорттарҙың биш меңлек ғәскәрен етәкләгән тип телгә ала. 1723—1729 йылдарҙа Ҡаҙаҡ һәм Жунғар ханлыҡтары араһында барған алыштарҙа Таймаҫ Шәһимов етәкселегендәге берләшкән башҡорт отрядтары ҡаҙаҡтар яғында һуғышҡан[1].
1730 йылда Таймаҫ Шәһимов Анна Иоанновна һарайында ҡабул ителә. Бүләккә ул уға төлкө һәм һыуһар тиреләрен алып бара. Хөрмәт күрһәткәне өсөн императрица башҡорт старшинаһын хәҙерге ваҡытта Силәбе ҡалаһы эргәһендә ятҡан ерҙәр менән бүләкләй[2].
Әммә илселәр барған саҡта ҡаҙаҡ феодалдары Рәсәй составына инеүгә ҡаршы икәнлеге билдәләнә. Сәбәптәрҙең береһе итеп башҡорттарҙың Урта Жузға йыш һөжүмдәре күрһәтелә. Билдәле булыуынса, 1732 йылдың 17 ноябрендә 1000 кешенән торған башҡорт отряды Урта жузы улустарына һөжүм иткән, әсирлеккә 100 кеше һәм 2000 ат алынған һәм 40 кеше һәләк булған[3]. Шунан һуң, 1732 йылдың 21 ноябрендә Тәңребирҙе етәкселегендә ҡаҙаҡтарҙың ҙур төркөмө йыйыла һәм Абулхәйерҙән, Тевкелевты һәм уның янында булған башҡорттарҙы Урта жузға алып килеп, уларҙы башҡорттар әсир ителгән ҡырғыҙ-ҡайсаҡтарҙы ҡайтарғансы, шунда тоторға тип талап итәләр[4]. 22 ноябрҙә Әбүлхәйер Таймаҫты старшиналар йыйылышына саҡыра, тегеләр уға тәләфтәрҙе ҡапларға ҡуша. Таймаҫ Шәһимов уларға ҡаҙаҡтар үҙҙәре күп мәртәбә башҡорттарға һәм рустарға ябырылғандарын иҫтәренә төшөрә. Йыйылышта ул полковник Гарбер етәкләгән рус сауҙа ҡарауанына ҡаҙаҡтарҙың һөжүм итеүен, Яйыҡ ҡаласығының казак ҡатындарын һәм 16 баланы әсир иткәндәре, 40 башҡортто үлтергәндәре, 6000 атты урлап алып китеүҙәре, ҡаҙаҡтарҙың Хиуа баҙарында башҡорт балаларын ҡоллоҡҡа һатҡандары тураһында телгә ала[5]. Башлыса Т. Шәһимовтың һәм тағы ла бер нисә башҡорттоң ярҙамы менән илселек уңышлы тамамлана һәм Әбүлхәйер хан етәкселегендә ҡаҙаҡтары, Урта жуздың аҡһөйәктәренең бер өлөшө, шулай уҡ ҡарағалпаҡтар рус подданныйлығын ҡабул итә.
Таймаҫ Шәһимов шулай уҡ 1735—40 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа һәм батша хакимдарының баш күтәреүселәрҙең башлыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барыуҙа ҡатнаша.
Тархан Шәһимов рөхсәтенән башҡорт ерҙәрендә нығытмалар төҙөлә:
- Верхнеурал;
- Мейәс;
- Силәбе;
- Сыбаркүл;
- Этҡол ауылы, Этҡол районы административ үҙәге;
- Уҡлы ҡарағай[6].
Таймаҫ Шәһимов үтенесе буйынса 1740 йылда Сенат «төҙөлгән нығытмаларҙа йәшәүселәр башҡорт ерҙәренә баҫып инмәһендәр, ә үҙҙәренең сәсеүлектәрен ҡойма менән уратып алһындар өсөн» башҡорт ерҙәрен һәм нығытмалар аҫтына бирелгән территорияларҙы ыҙанлау тураһында указ сығара.
Аҙаҡҡы тапҡыр Таймаҫ-батыр тураһында XVII быуаттың 50-се йылдарҙың уртаһында телгә алына.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Култаев Б. Братство семи родов // Ватандаш : журнал. — 2010. — № 8. — С. 55. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года. — Казань, 1889. — С. 134
- ↑ Казахско-русские отношения в XVI—XVIII вв. — Алма-Ата, 1961. — С. 81
- ↑ Алдар Исекеев и Таймас Шаимов в посольстве А. И. Тевкелева в Казахстане в 1731—1733 гг.
- ↑ Казахско-русские отношения в XVI—XVIII вв. — Алма-Ата, 1961. — С. 83
- ↑ Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)