Байыш мәктәбе (Баймаҡ районы)

Байыш мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районының Байыш (Баймаҡ районы) ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Тарихы үҙгәртергә

Баймаҡ районы Байыш ауылында беренсе башланғыс мәктәп 1917 йылда асыла[1]. Икенсе сығанаҡтар буйынса Байыш мәктәбе 1919 йылда асылған[2]. Иҫке мәсетте мәктәп бинаһы итеп файҙаланалар. Совет власы урынлаштырылғандан һуң, мәктәптә уҡытыу Ғәрәп яҙмаһы буйынса алып барыла. Был мәктәп 1930 йылға тиклем эшләй. Мулла Арғынбаев Солтангәрәй Хәниән улы беренсе ауыл уҡытыусы була. Ул ағаһы Фәхретдин менән Троицк мәҙрәсәһендә белем ала.

Башланғыс мәктәп булараҡ 1939 йылға тиклем эшләй. Ә 1939 йылдан 1966 йылға тиклем мәктәп ете йыллыҡ мәктәп була. Балалар яҡын-тирәләге ауылдарҙан: Ҡарамалы???, Үҙән, Баймырҙа һәм Йомаш ауылдарынан уҡырға килә. Уҡыусылар күп булғанлыҡтан, йәнәш кластар ойошторола.

Беренсе дипломлы белгес - Раҡаев Зыяитдин Ҡорбанғәле улы (Баймырҙа ауылынан), ә Ейәнсура районы Айыу ауылы ҡыҙы Әминева Зәйнәп Ырымбур Башҡорт педагогия институтын тамамлаған икенсе белгес була, ул 1936 йылдан 1956 йылға тиклем эшләй.

1962—1963 уҡыу йылында 7 йыллыҡ мәктәп 8 йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. Совет власының 50 йыллығына 1966 йылда яңы мәктәп төҙөлә (1966 — 1993). Тәүге йылдарҙа 180-гә яҡын уҡыусы белем ала, 14-тән ашыу уҡытыусы эшләй.

1986 йылда урта дөйөм белем биреү мәктәбенә әүерелә 2011 йылдан — төп мәктәп.

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Әминева Зәйнәп Ишмырҙа ҡыҙы (1944 — 1946)
  • Хәсәнов Солтан Ҡужахмәт улы (1962 — 1967).
  • Шәйәхмәтов Сабирйән Харрас улы
  • Мәзитов Урал Таһир улы (1972 — 1977, 1983 — 2003)
  • Мәзитов Мансур Урал улы (2003 — 2006)
  • Мортазин Фәнил Иҙрис улы (2007 йылдан)

Уҡытыусылары үҙгәртергә

  • Ульябаев Кутлоюл Әбелхәй улы
  • Хәмитов Нурислам Аллабирҙе улы
  • Әҙеһәмова Әсмә Бәхтиғәни ҡыҙы
  • Иҫәнгилдин Ғиниәтулла Сәғитулла улы
  • Раҡаев Зыяитдин Ғали улы
  • Күгешевтар (исемдәре билдәһеҙ)
  • Айытбаев Шакирйән
  • Әминева Зәйнәп Ишмырҙа ҡыҙы (1936 йылдан 1956 йылға тиклем)
  • Мортазин Фәнил Иҙрис улы — география, физика, физик культура уҡытыусыһы
  • Мортазина Нурия Ғамман ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Зәйнуллин Сабир Ҡадир улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм физкультура, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы
  • Әлибаева Зифа Сәғәҙи ҡыҙы — инглиз һәм немец телдәре уҡытыусыһы, ОДНК
  • Рәхмәтуллина Әминә Нәбиулла ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Хәсәнова Мәрйәм Әхмәҙиә ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хәсәнова Гөлназ Булат ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр үҙгәртергә

Шулай уҡ уҡығыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Архив материалдары [file:///C:/Users/Admin/Downloads/Архивные%20данные%20о%20школе.pdf Архивные данные о школе.pdf]
  • Мәктәп сайты Школа МОБУ ООШ дер. Баишево

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [file:///C:/Users/Admin/Downloads/Архивные%20данные%20о%20школе.pdf Архивные данные о школе.pdf]
  2. Школа МОБУ ООШ дер.Баишево