Белорет педагогия колледжы
Белорет педагогия колледжы — дәүләт бюджет һөнәри белем биреү учреждениеһы (рус. Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Белорецкий педагогический колледж), Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһында урынлашҡан махсус урта белем биреүсе уҡыу йорто.
Белорет педагогия колледжы | |
Нигеҙләү датаһы | 1930 |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Белорет |
Рәсми сайт | belpedcollege.ucoz.ru |
Тарихы
үҙгәртергәБелорет педагогия колледжының тарихы 1930 йылдан башлана. Белем биреү учреждениеһы башланғыс класс уҡытыусыларын әҙерләү өсөн Белорет педагогия техникумы булараҡ ойошторола. 1937 йылда техникум Белорет педагогия училищеһы итеп үҙгәртелә.
БР Халыҡ мәғарифы министрлығының 1997 йылдың 25 авгусындағы 526-сы бойороғо менән училище Белорет педагогия колледжы итеп үҙгәртелде һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ҡарамағына бирелә[1].
2015 йылдан Белорет педагогия колледжы дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһы тип үҙгәртелә.
Ошо йылдарҙа белем биреү учреждениелары өсөн белгестәр әҙерләү даирәһе киңәйә. Һуғыштан һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләүсе башҡорт бүлеге, 1970 йылда мәктәпкәсә бүлек, ә һуңынан 1994 йылда — социаль бүлек, 1996 йылда — сит телдәр бүлеге асыла. Педагогия колледжы хеҙмәт баҙары талаптарына ярашлы, уҡытыусылар әҙерләүҙә маркетинг алымын тормошҡа ашырып, һуңғы йылдарҙа «Физик культура», «Туризм», «Ғәмәли информатика», «Социаль эш» һөнәрҙәрен аса.
85 йыл эсендә колледж халыҡ мәғарифы өсөн 12 меңдән ашыу урта звено белгесе әҙерләй.
Бөгөнгө көндә белем биреү эшмәкәрлеге түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла:
- «Башланғыс кластарҙа уҡытыу»
- «Ғәмәли информатика»
- «Физик культура»
- «Мәктәпкәсә белем биреү»
- «Туризм»
- «Селтәр һәм системалар менән идара итеү»
Колледж эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып Белорет ҡалаһының, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарының мәғариф учреждениелары, йәйге сәләмәтләндереү лагерҙары, балалар шифаханалары һәм профилакторийҙары менән социаль партнерлыҡ тора[2].
Етәкселәре
үҙгәртергә- Желтухов И. П.
- Королев А. С.
- Дембицкий Б. Н.
- Чувилин А. Н.
- Кочнев А. И.
- Кузьмич Е. Ф.
- Сәғитов Ирек Хаммат улы
- Брыляков Ю. П.
- Козяева И. Ф.
- Ибраһимова Г. Т.
- Юмағужина Гөлшат Рауил ҡыҙы
Колледжда белем алған билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы
- Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
- Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы
- Аҙнабаев Әхмәр Мөхәмәтдин улы
- Сөләймәнова С. Г.
- Хисаметдинова Ф. Ғ.
- Зеркин Д. П. — педагогия фәндәре докторы, профессор
- Исмәғилев С. А. — иҡтисад фәндәре докторы
- Таһирова Р. Г. — филология фәндәре кандидаты, доцент
- Роберт Паль,
- Ломакина Ю. В. — педагогия фәндәре кандидаты
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Колледж сайты[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Копия документа 2023 йыл 31 май архивланған.
- ↑ Из истории
- ↑ Главная