Күндерәк (Стәрлебаш районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш районындағы ауыл

Күндерәк (рус. Кундряк) — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 321 кеше булған[4]. Почта индексы — 453184, ОКАТО коды — 80248830001.

Күндерәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Күндерәк ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Күндерәк ауыл Советы
Халыҡ һаны 374 кеше (2002)[2],
413 кеше (2009)[2],
321 кеше (2010)[3]
Почта индексы 453184
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 321 149 172 46,4 53,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ауыл Күндерәк йылғаһы буйында урынлашҡан. Күндерәк ауылына, 1876 йылда Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы Табылды ауылы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, мещандар Күндерәк ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1896 йылда 39 йортта 251 кеше йәшәгән, ауылдың тимерлеге лә булған. 20 быуат башынан — Күндерәк утары, 30‑сы йылдарҙа Күндерәк ҡасабаһы булараҡ билдәле булған. 2005 йылда хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1920 йылда — 40 кеше; 1939 — 74; 1959—338; 1989—463; 2002—374; 2010—321 кеше иҫәптә торған. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡабыҡҡыуыш урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, амбулатория, клуб, китапхана бар.[5]

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Бәхтейәрова Клара Зәки ҡыҙы (1960), ғалим-невролог. 1990 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — Республика тарҡау склероз үҙәге етәксеһе. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007)[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә