Сәғәҙи (исем)
Сәғәҙи — башҡорт ир-ат исеме.
Сәғәҙи |
Этимологияһы
үҙгәртергәСәғәҙи, Сәғҙи исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, бәхетле тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәСәғҙи Ширази (фарс. ابومحمد مُصلِحالدین بن عَبدُالله سعدی شیرازی; 1291—1203 йыл) — фарсы нәсихәтсе шағиры, суфыйсылыҡтың ғәмәли, тормошҡа яҡын торған вәкиле.
Һаҙый Сәғҙи (тулы исеме Мөхәммәтһаҙи Ғәйнан улы Сәғәҙиев; 25 март 1883 йыл — 26 ғинуар 1933 йыл) — яҙыусы, тәржемәсе, журналист.
Сәғҙи Ғабдрахман Ғәйнан улы (рус. Абдрахман Саади, Габдрахман Сагди: (27 март 1889 йыл — 6 ноябрь 1965 йыл) — шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).
Солтанов Сәғәҙи Әхмәҙи улы (1922 — 25 май 1992 йыл), ғалим-инженер-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Геология-минералогия фәндәре докторы (1966), профессор (1969). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1983), нефть сәнәғәте отличнигы (1966) һәм почётлы нефтсеһе (1981), РСФСР-ҙың (1976) һәм Татарстан АССР-ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
Фамилияла
үҙгәртергәСәғәҙиев Һиҙиәт Сибәғәт улы (27 июль 1887 йыл — 9 октябрь 1937 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1921—1923), Башҡортостан Баш суды ағзаһы (1923—1930). Граждандар һуғышында әүҙем ҡатнашыусы.
Сәғәҙиев Фәтҡул Сәғәҙи улы (рус. Сагедеев Фаткул Сагадеевич 1903 йыл — 22 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәғәҙиев Сәлихан (Сәлихйән) (рус. Сагадеев Салихан (Салихьян)1912 йыл — 10 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Сәғәҙиев Хәбир Әхмәтдин улы (рус. Сагадиев Хабир Ахметдинович 1905 йыл — 19 сентябрь (башҡа мәғлүмәттәр буйынса ноябрь) 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. Белоруссия ерҙәрендә барған яуҙа хәбәрһеҙ юғала.
Атаһының исеме
үҙгәртергәАйытҡолова Фатима Сәғәҙи ҡыҙы — моңло тауышҡа эйә йырсы, тегенсе, дебет шәлдәр, аш-һыу оҫтаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСәғәҙи — йылға
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |