Рум солтанлығы
Рум, йәки Конья (Иконий), йәки Сәлжүк солтанлығы (фарс. سلجوقیان روم Saljūqiyān-i Rūm — урта быуаттарҙа Кесе Азия| мосолман төрки дәүләте.
Рум солтанлығы | |
фарс. سلجوقیان روم | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1077 |
---|---|
Рәсми тел | фарсы теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Конья һәм Никея[d] |
Идара итеү формаһы | монархия |
Алмаштырылған | Рамазаногуллары[d] |
Ҡулланылған тел | среднегреческий язык[d], фарсы теле, Иҫке анатолия төрөксәһе[d] һәм уғыҙ теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1307 |
Майҙан | 400 км² |
Рәсми дине | Ислам |
Рум солтанлығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБарлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәРум солтанлығы Кесе Азияла XI—XIII сәлжүк төрөктәренең баҫып алыу яуҙары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1090-сы йылдарға сәлжүктәр Кесе Азиялағы бөтә византий ҡалаларын ала һәм Босфор менән Дарданелл боғаҙҙарына барып сыға.
1070-се йылдарҙа сәлжүк сардары Сөләймән ибн Ҡотолмош, Мәлик шаһ I солтандың ике туған ҡәрҙәше, көнбайыш Анатолияла власҡа килә. 1075 йылда ул Никея һәм Никомедия ҡалаларын яулай. Ике йылдан үҙен сәлжүктәрҙең бойондороҡһоҙ дәүләтенең солтаны тип иғлан итә, баш ҡалаһы Никея була.
Киңәйеүе
үҙгәртергәСөләймән Антиохияла 1086 йылда сәлжүк Сүриәһенең идарасыһы Тутуш I тарафынан үлтерелә, улы Ҡылыч-Арслан төрмәгә ябыла. Мәлик шаһтың вафатынан һуң (1092) Ҡылыч-Арслан азат ителә һәм кисекмәҫтән атаһының биләмәләрендә нығына. Әммә һуңынан ул Беренсе Тәре яуында тәре йөрөтөүселәрҙән еңелә. Шунан үҙәк Анатолияның көньяғына сигенә, унда үҙ дәүләтен аяҡҡа баҫтыра (баш ҡалаһы Коньяла була). 1107 йылда ул Мосулды ала, ләкин шул уҡ йылды Мәлик шаһтың улы Мәхмәт Тәпәр менән алышып һәләк була. Никея тәре йөрөтөүселәр һәм византийҙар тарафынан алынғас, 1096 йылда баш ҡала Коньяға (Иконий) күсерелә.
Ул арала икенсе бер Рум хакимы, Мәлик шаһ, Коньяны ала. 1116 йылда Ҡылыч-Арсландың улы Мәсүд I Данишмәндиҙәр ярҙамында ҡаланы яулай. Мәсүдтең вафат булыу мәленә, 1156 йылға, солтанлыҡ тотош тиерлек үҙәк Анатолияға хужа була. Мәсүдтең улы Ҡылыч-Арслан II Сивас менән Малатья тирәһендә ҡалған һуңғы территорияларҙы ла Дәнишмандиҙарҙан тартып алып бөтә (1174). 1176 йылда Ҡылыч-Арслан II Мануил I Комнин етәкселегендәге византий армияһын да тармар итә.
Бөйөк Сәлжүк империяһының һуңғы солтаны Туғрул III вафат булғас, 1194 йылда рум солтандары берҙән-бер хаким династия булып ҡала. 1204 йылда Византия ҡолатылғандан һуң Кей-Хосров I Коньяны ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына уға хужа булып торған тәре йөрөтөүселәрҙән тартып ала. 1207 йылда Кей-Хосров Урта диңгеҙ буйындағы Атталия гаванен яулай. Уның улы Кей-Кавус I Синопты ала һәм бер ни тиклем ваҡытҡа (1214) Трапезунд империяһын үҙенең вассалына әйләндерә, әммә 1218 йылда әл-Камилдан алған Халеб ҡалаһын ҡалдырырға мәжбүр була. Кей-Кубад I 1221—1225 йылдарҙа яр буйындағы ерҙәрҙе үҙ ҡулына алыуын дауам итә. 1220-се йылдарҙа ул Ҡара диңгеҙ аша Ҡырымға экспедиция ғәскәрҙәрен ебәрә. Көнсығышта Менжучлеләрҙе еңә һәм Артуҡлыларға баҫым яһай башлай.
Монгол хакимлығы аҫтында
үҙгәртергәСолтанлыҡ территорияһына беренсе монгол һөжүмдәре 1231—1232 йылдарға тура килә. Нойон Чормаган армияһының отрядтары Сивас менән Малатьяға тиклем барып етә. 1236 йылда монголдар Кей-Кубад I-нән даими яһаҡ түләүҙе талап итә. Солтан Үгеҙәй хан менән солох договоры төҙөүгә өлгәшә һәм бер аҙ ваҡытҡа илгә именлек тәьмин итә.
1240-сы йылдар башында Кей-Хосров II ваҡытында эске ҡаршылыҡтар (айырыуса Баб Исхаҡ ихтилалы) менән көсһөҙләндерелгән дәүләткә монголдар баҫып инә. 1242 йыл аҙағында командующий Байжу ике ай буйы ҡамап тотҡандан һуң Эрзерумды ала, ә 1243 йылдың 26 июнендә Көседағ эргәһендә Кей-Хосров армияһы менән уның союздаштарын тармар итә. Монгол армияһы һөжүмен дауам итә. Ҡайсери ҡалаһы емертелә. Эрзинжан, Сивас, Түрике ҡалалары ҡолай. Солтан монголдарға вәзире Мөхәззәб әд-Динде ебәрә, вәзир илдең төпкөлөнә ҡарай ғәскәрҙәрҙең дә, ҡәлғәләрҙең дә күп булыуы тураһында һөйләп, Байжуҙы ары бармаҫҡа күндерә. Солох договоры төҙөлә, уның шарттары буйынса, Кей-Хосров Ҡараҡорумға йыл һайын 12 миллион гиперперон йәки урындағы көмөш тәңкә, 500 киҫәк ебәк, 500 дөйә һәм 5000 баш һарыҡ ебәреп торорға тейеш була[1]. Солтан дәүләттең баҫып алынмаған өлөшөндә идарасы булып ҡала.
Көседағта еңелгәндән һуң Рум солтанлығының бөлөүе көсәйә. Үҙәк власть абруйын юғалта, шунлыҡтан үҙен мәрхүм Кей-Кубад I солтандың улы тип иғлан иткән алдаҡсы пәйҙә була. 20 мең кешеһе менән ул Киликияға йүнәлә, әммә Алайяла тотоп аҫыла. Монгол һөжүменең тағы бер эҙемтәһе булып ауыл хужалығының юҡҡа сығыуы тора.
Триумвират
үҙгәртергә1245 йылдың аҙағында Кей-Хосров II вафат булғас, сәйәси кризис тағы көсәйә төшә. Уның бәләкәй йәштәге өс улы идаралаштар итеп ҡуйыла һәм һарайҙағы йәшерен төркөмсәләрҙең ҡурсаҡтарына әүерелә. Кей-Хосровтың васыяты буйынса, грузин принцессаһы, батшабикә Русудандың ҡыҙы Тамарҙан (Гүржи хатун) тыуған кинйә улы Ала әд-Дин Кей-Кубад тәхет вариҫы булырға тейеш була. Әммә Кей-Хосровтың вафатынан һуң (1245/1246) бик йоғонтоло вәзир Шәмс әд-Дин Исфаһани солтандың кәнизәгенән, грек руханийы ҡыҙынан тыуған Изз әд-Дин Кей-Кавусты яҡлап сыға. Вәзир был ҡатынға өйләнә, үҙе менән килешмәгән бер нисә әмирҙе аҫтыра һәм власты ҡулына ала.
Әммә вәзир, бер нисә әмирҙе эйәртеп, Монгол империяһы ханына барырға сыҡҡан уртансы ул Рукн әд-Дин Ҡылыч-Арсланды туҡтата алмай. Ҡылыч-Арслан хандан идара итеүгә ярлыҡ ала, етмәһә, Гөйүк хан, әмирҙәрҙең вәзир өҫтөнән зарланыуына яуап итеп, уны үлтерткән кешеләренең туғандарына тапшырырға бойора. Кесе Азияға әйләнеп ҡайтҡас, Ҡылыч-Арслан солтан тип таныла, ә Шәмс әд-Дин Исфаһани үлем язаһына тарттырыла (1249).
Был мәлгә Гөйүк хандың мәрхүм булыуы тураһындағы хәбәр килеп етә. Яңы хан әле һайланмағанлыҡтан, сәлжүк әмирҙәре Кей-Хосров II-нең өс улы бергә идара итергә тейеш тип хәл итә. 647—655 һижрә йылында (1249—1257 йылдар) тәңкәләргә өс исем сүкелә. Әммә 1254 йылда Ҡылыч-Арслан Кайсериҙа берҙән-бер солтан тип таныла; ҡалала тик уның ғына исеме сүкеп яҙылған тәңкәләр баҫыла башлай. Бер туғандар тыныша алмай. 1254 —1255 йылдарҙа Кей-Хосров менән Ҡылыч-Арслан араһында власть өсөн тартҡылашыу башлана. Беренсеһе гректарға таяна, икенсеһе — монголдарға. Ҡылыч-Арслан еңелә һәм Буруғлу ҡәлғәһенә ябыла.
Кей-Кавустың яһаҡ түләүҙе тотҡарлауын һылтау итеп, Байжу нойон солтанлыҡҡа бәреп инә. 1256 йылдың 14 октябрендә Аҡһарай эргәһендә алыш була. Кей-Кавус еңелә һәм ҡаса. Рукн әд-Дин Ҡылыч-Арслан IV иреккә сыға һәм ҡабат солтан тип иғлан ителә. 1257 йылдың ғинуарында Кей-Кавус Никея императорына килә. Феодор уға 400 һыбайлынан торған отряд бирә, алмашҡа Лаодикея менән Хонаны һәм ике ҡәлғәне ала. Монгол ғәскәрҙәренең киткәнен белгәс, Кей-Кавус Коньяға ҡайта, ә ул ваҡытта Ҡылыч-Арслан Ҡайсериҙа була.
Был мәлдә төбәктә монгол хакимлығын Хүләгү тормошҡа ашырған була. Кей-Кавус һәм Ҡылыч-Арслан Тәбризгә уның янына килә. Хүләгү Кей-Кавустың Байжу нойонға ҡаршы сығыуына бик асыулана, әммә ҡатыны Докуз хатундың үтенесе буйынса уны ғәфү итә [2]. Улар Румға ҡайта. Хүләгү көнсығышҡа сигенә. Кей-Кавустың мәмлүктәр менән йәшерен килешеүгә инеүенә шикләнеп, Хүләгү Ҡылыч-Арсланға ағаһына ҡаршы һуғышырға бойора. Монголдар ярҙамы менән Ҡылыч-Арслан Кей-Кавусты уның баш ҡалаһы Коньянан ҡыуып сығара, һәм теге башта Антальяға, унан һуң Константинополгә ҡасырға мәжбүр була.
Тарҡалыуы
үҙгәртергә1307 йылға солтанлыҡ ваҡ кенәзлектәргә тарҡала. Уларҙың береһе — Ғосман I-нең бейлеге — XIV быуат башында барлыҡҡа килгән Ғосман дәүләтенә нигеҙ һала.
Ҡораллы көстәре
үҙгәртергәРум солтандары гүләмдәрҙе киң файҙалана. Гүләмлеккә башлыса барымталар ваҡытында алынған византийҙар һәм Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйынан һатып алынған һәм исламға күсерелгән ҡолдар ҡуйыла. Солтанға тоғро гүләмдәр сәлжүктәрҙе яңы хәрби ысулдар һәм технологиялар менән таныштыра[3].
Солтанлыҡтың ҡораллы көстәренең нигеҙен күсмә уғыҙ ҡәбиләләре тәшкил итә. Уларҙың ғәскәре әмирҙәр етәкселегендәге 24 отрядҡа бүленә. Ерле феодалдар ҙа үҙ отрядтарын төҙөй. Әммә бөтә был көстәр тарҡау, берҙәм етәкселекһеҙ була, был ҡатмарлы стратегик операцияларҙы тормошҡа ашырыуҙы ауырлаштыра[4].
Сәлжүктәр икдиш ғәскәрҙәрен, йәғни исламға күскән ерле христиандар ғәскәрҙәрен дә файҙалана. Был ислам донъяһының хаҡ мосолмандар ғына һуғышырға хоҡуҡлы булыуы тураһындағы ҡағиҙәләренә ҡаршы килә.
Солтандарҙың даими ғәскәрҙәре лә була. Тау ҡәбиләләренән тупланған һарай һаҡсылары солтандың именлеген тәьмин итә. Солтандар шулай уҡ франктарҙан, нормандарҙан һәм славяндарҙан торған ялланма яугирҙәрҙе лә йыш файҙалана. Юлдарҙағы именлекте һәм ҡалаларҙы ҡарауыллаған отрядтар урындағы халыҡ иҫәбенә тотола[5].
Мәҙәниәте
үҙгәртергәXII—XIII быуаттарҙа Анатолия мәҙәни сәскә атыу кисерә, архитектура һәм биҙәү сәнғәте бик үҫкән була. Каруанһарайҙар төҙөлә. Сәлжүктәр ваҡытында уларҙың һаны 100-ҙән ашыу була. Рум солтанлығының төп ҡалалары булған Конья, Ҡайсери, Сивас һәм башҡалар һөнәрселек үҙәктәре лә булып таныла. Византий-сәлжүк сауҙаһы Кесе Азияла иҡтисадты йәнләндерә. Византий һәм сәлжүк идарасылары араһында мөнәсәбәттәр яҡшы була, шунан файҙаланып, византийҙар сәлжүктәрҙе үҙ мәҙәниәтенә борорға тырыша, әммә ниәттәре барып сыҡмай. Күсмәсе төрки мосолмандарҙың яңынан-яңы тулҡындары солтанлыҡтың иран мәҙәниәте йоғонтоһона боролоуына булышлыҡ итә. Вариҫтары иһә үҙҙәренең төрки традицияларын нығыта[6].
Иҡтисады
үҙгәртергәМалсылыҡ менән шөғөлләнгән сәлжүктәрҙең бәреп инеүе Кесе Азия яйлаһы тәбиғәтен һөҙөмтәлерәк файҙаланыуға килтерә[7]. Төрөктәр Кесе Азияла баш ҡалаһы Коньяла булған дәүләт төҙөй.
Рум солтанлығының иҡтисады байтаҡ ваҡыт Византия иҡтисадына таянып үҫә. Конья төрөктәре унан мөмкин тиклем ҙур файҙа алырға тырыша. Византийҙар менән тәүге солох килешеүҙәрен төҙөгәндә сәлжүктәр үҙҙәрен императорҙың автоном вассалдары (федераттары) тип рәсмиләштерә, был уларға Византияның алтын тәңкәләрен ҡулланыу мөмкинлеген бирә.
Солтанлыҡта үҙҙәренең тәүге бронза тәңкәләрен Мәсүд I ваҡытында ғына (1116—1156) һуға башлайҙар, сөнки ул көсһөҙләнә барған Византиянан бойондороҡһоҙ булыуға йүнәлеш ала. Бөтә XII быуатта яңы барлыҡҡа килә барған Конья аҡһөйәктәре яғынан византий алтынына һорау ҙур була. Сәлжүк ҡалалары йылдам үҫкәнлектән һәм сауҙа әүҙемләшкәнлектән Византиянан алтын күпләп сығарыла һәм был уның түләү балансын боҙа, империяны алтын тупланмаларынан ҡолаҡ ҡаҡтыра[8]. XIII быуатта сәлжүктәр үҙҙәренә күсеп бөткән Византия алтынынан үҙ тәңкәләрен һуға башлай. XIV быуат уртаһына Византия Европаның иң фәҡир дәүләттәренең береһенә әүерелә.
Рум солтандары
үҙгәртергәИдара итеү йылдары | Исем-шәрифе |
---|---|
1077—1086 |
Сөләймән ибн Ҡотолмош |
1086—1092 |
Батшалыҡ итеүҙәр араһы (Никеяла Әбу-л-Ҡасим идара итә) |
1092—1107 |
Ҡылыч-Арслан I |
1107—1116 |
Мәлик шаһ I |
1116—1156 |
Мәсүд I |
1156—1192 |
Ҡылыч-Арслан II (вафаты алдынан дәүләтте улдары араһында бүлә) |
1192—1196; 1205—1211 |
Кей-Хосров I |
1196/1204 |
Рукн әд-дин Сөләймән шаһ |
1204/1205 |
Ҡылыч-Арслан III |
1211—1219 |
Кей-Кавус I |
1219—1237 |
Кей-Кубад I |
1237—1246 |
Кей-Хосров II |
1246—1257 |
Кей-Кавус II (1249 йылдан Ҡылыч-Арслан IV менән бергә идара итә) |
1257—1265 |
Ҡылыч-Арслан IV |
1265—1283 |
Кей-Хосров III |
1286—1296/ 1303—1308 | Мәсүд II |
1298—1302 |
Кей-Кубад III |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Kolbas J. The Mongols in Iran: Chingiz Khan to Uljaytu, 1220-1309. — Routledge, 2006. — P. 121—122. — ISBN 0700706674.
- ↑ Рашид ад-Дин. Сборник летописей / Перевод А. К. Арендса. — М., Л.: Издательство АН СССР, 1946. — Т. 3. — С. 48.
- ↑ Еремеев Д. Е., Мейер М. С. Государство Сельджукидов Малой Азии в первой половине XIII века // История Турции в средние века и новое время:Учебное пособие.
- ↑ Гордлевский В. Государство сельджукидов Малой Азии. — С. 148—149.
- ↑ Гордлевский В. Государство сельджукидов Малой Азии. — С. 153—155.
- ↑ https://deremilitari.org/2013/09/the-battle-of-manzikert-military-disaster-or-political-failure/
- ↑ https://deremilitari.org/2013/09/the-battle-of-manzikert-military-disaster-or-political-failure/
- ↑ https://deremilitari.org/2013/09/the-battle-of-manzikert-military-disaster-or-political-failure/
Сығанаҡтар һәм әҙәбиәт
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Анна Комнина. Алексиада. — СПб.: Алетейя, 1996. — 704 с. — ISBN 5-89329-006.
- Никифор Вриенний Младший. Исторические записки (976—1087). — СПб.: Типография Григория Трусова, 1858.
- Никита Хониат. История, начинающаяся с царствования Иоанна Комнина.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Васильев А. А. Том 2 // История Византийской империи. — М.: Алетейя, 2000. — ISBN 978-5-403-01726-8.
- Гордлевский В. А. Государство Сельджукидов Малой Азии. — Л.: Академии Наук СССР, 1941. — 200 с.
- Еремеев Д. Е., Мейер М. С. Государство Сельджукидов Малой Азии в первой половине XIII века // История Турции в средние века и новое время: Учебное пособие. — М.: Изд-во МГУ, 1992. — 248 с. — ISBN 5-211-02201-7.
- Норвич Д. История Византии. — М.: АСТ, 2010. — 542 с. — ISBN 9-78-517-050648.
- Сказкин С. Д. Том 3 // История Византии в 3 томах. — М.: Наука, 1967. — ISBN 978-5-403-01726-8.
- Успенский Ф. И. Отдел VI. Комнины. // История Византийской империи. В 5 тт.. — М.: АСТ, Астрель, 2005. — Т. 5. — 558 с. — ISBN 5-271-03856-4.