Степанова Елена Андреевна

Елена Андреевна Степанова (5 (17) май 189126 май 1978) — рус совет опера һәм камера йырсыһы (сопрано). СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).

Степанова Елена Андреевна
рус. Елена Андреевна Степанова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 17 май 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[2]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 26 май 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (87 йәш) или 1978[1]
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Ваганьков зыяраты[d]
Хәләл ефете Мигай, Сергей Иванович[d][4]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Эш урыны Ҙур театр
Московский академический музыкальный театр имени К. С. Станиславского и Вл. И. Немировича-Данченко[d]
Мариин театры[d]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
 Степанова Елена Андреевна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Елена Андреевна Степанова 5 (17) май 1891 йылда (башҡа сығанаҡтар буйынса — 1892 йылда[5]) Мәскәүҙә, хор йыры уҡытыусыһы ғаиләһендә (атаһы уның беренсе уҡытыусыһы була). тыуған

6 йәштән 14 йәшкә тиклем сиркәү хорында йырлай, 1902 йылда ҡала башланғыс училищеһында, һуңынан сауҙа класында уҡый. 1908—1910 йылдарҙа Мәскәү халыҡ консерваторияһында йырға уҡый (Я. Лосьев класы), һуңынан ике йыл М.Поллиҙан шәхси дәрестәр ала.

1908—1912 йылдарҙа Ҙур театр хорында йырлай, 1912—1924 һәм 1927—1944 йылдарҙа — был театрҙың йырсыһы. 1912 йылда беренсе тапҡыр М.И.Глинканың «Жизнь за царя» операһында яңғыҙ Антонида партияһында тәүге тапҡыр сығыш яһай. 1919—1921 йылдарҙа Ҙур театрҙың опера студияһы эшендә ҡатнаша (1926 йылдан — ул К.С. Станиславский исемендәге Мәскәү опера театры, хәҙер К.С.. Станиславский һәм Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге музыка театры). Йырсы ижадына К.С.. Станиславский ҙур йоғонто яһай, уның опера студияһында Джильда («Риголетто» , Дж. Верди, 1919) һәм Татьяна («Евгений Онегин» Чайковский, 1921) партияһын башҡара.

1924—1926 йылдарҙа Ленинград опера һәм балет театрында сығыш яһай (хәҙерге Мариинский театры), 1926—1927 — К.С.Станиславский исемендәге Мәскәү опера театрында

30-ға яҡын партия йырлай.

Эре вокаль-симфоник әҫәрҙәрҙә — С.В. Рахманиновтың «Колокол» поэмаһында (Мәскәүҙә 1-се башҡарыу, авторы етәкселегендә, 1914), Л.Бетховендың 9 симфонияһы финалында (етәксеһе О. Клемперер, 1925, Ленинград филармонияһының ҙур залында) яңғыҙ партиялар һәм И. Гётеның «Эгмонт» трагедияһына Л.Бетховен музыкаһынан Клерхен йырын башҡара

Дирижерҙар В. Суҡ һәм Н. С. Голованов, йырсы Ф. И. Шаляпин, Л. В. Собинов һәм , Ә. В. Нежданова менән хеҙмәттәшлек итә.

1944 йылда сәхнәне ҡалдыра. 1950 йылға тиклем камера йырсыһы булараҡ концерттарҙа сығыш яһай, рус һәм сит ил авторҙарының йырҙарын һәм романстарын башҡара.

Камера репертуары Көнбайыш Европа, шулай уҡ рус һәм сит ил композиторҙарының әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала, әммә йырсының ижади үҙенсәлегенә П.И.Чайковскийҙың, С.В.Рахманиновтың, Э.Григтың романстары яҡын була. Ул Н.Я. Мясковскийҙың, Р. М. Глиэрҙың, С.Н.Василенконың (композитор йырсыға «Майорийские песни» циклын арнай; ул уның «В мае», «Я у вас немног отняла», «Гяур», «Танец» романстарын беренсе башҡарыусы, 1931, Киев, автор етәкселегендә), Д.И. Аракишвили, Н. К. Чемберджи, О. С. Чишко, А. И. Хачатурян, З.А. Левиндың, А. Н. Александровтың, Н. П. Будашкиндың вокаль әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусы. 1935 йылда Ҙур театр артистары бригадаһы составында Севастополдә Ҡара диңгеҙ флоты диңгеҙселәре алдында сығыш яһай.

1914 йылдан 1950 йылға тиклем Рәсәйҙең, һуңынан СССР-ҙың күп ҡалаларында гастролдәрҙә була

Бер нисә тапҡыр Мәскәүҙә грампластика яҙҙыра («Метрополь», 1912; «Музтрест», 1929—1932; «Грампласттрест», 1934—1937).

Опера сәхнәһен автомобиль һәләкәтенән һуң ҡалдырып, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусыларға ярҙам итә, Мәскәү ҡалаһында йыр мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнаша. Йәмәғәт эштәре алып бара (1934 йылдан Мәскәү ҡала советы депутаты итеп һайлана).

Степанова Елена Андреевна 1978 йылдың 26 майында Мәскәүҙә вафат була. Ваганьков зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
 
Елена Степанова Батша ҡыҙы-Аҡҡош партияһында. «Салтан батша тураһында әкиәт». 1913

Партиялары

үҙгәртергә
  • «Салтан батша тураһында әкиәт» Н.Ә. Римский-Корсаков — Батша ҡыҙы-Аҡҡош (1913, беренсе башҡарыусы)
  • «Ҡояш улы» С.Н. Василенко — Мисс Аврора (1929, беренсе башҡарыусы)
  • «Снегурочка», Н. А. Римский-Корсаков — Ҡарһылыу
  • «Садко», Н. А. Римский-Корсаков — Волхова
  • «Алтын әтәс» Н. А. Римский-Корсаков — Шәмәхә батшабикәһе
  • «Батша кәләше» Н. А. Римский-Корсаков — Марфа
  • «Йәшерен Китеже ҡалаһы һәм Феврония тураһында хикәйәт» Н. А. Римский-Корсаков — Сирин
  • «Үлемһеҙ Кащей» Н. А. Римский-Корсаков — Батша
  • «Май төнө» Н. А. Римский-Корсаков — Пан ҡыҙы
  • «Иван Сусанин» , М. И. Глинка — Антонида
  • «Руслан һәм Людмила» М. И. Глинка — Людмила
  • «Сералдән урлау» А.В. МоцартКонстанца (1925)
  • «Севиль цирюльнигы» , Дж. Россини — Розина
  • «Риголетто», Дж. ВердиДжильда
  • «Травиата» , Дж. ВердиВиолетта (1933)
  • «Гугенот» Дж., Мейербер — Валуа Маргарита
  • «Кармен», Ж. БизеМикаэл
  • «Лакме», Л Делиба — Лакм
  • «Лоэнгрин», Р. ВагнерЭльза
  • «Евгений Онегин», П И. ЧайковскийТатьяна
  • «Дошман көсө», А.Н. Серов — Степанида
  • «Фигаро туйы», В. А. МоцартМарцелина
  • «Гугенот», Дж. Мейербер — Урбан
  • «Валькирия», Р. Вагнер — Гельмвига

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Bibliothèque nationale de France Elena Andreevna Stepanova // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Степанова Елена Андреевна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Большая российская энциклопедия (урыҫ)М.: Большая российская энциклопедия, 2004.
  5. Театральная Энциклопедия. драма опера балет оперетта цирк эстрада драматург режиссёр. Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 6 ғинуар 2013 года.
  6. Жизнь и творчество Елены Андреевны, часть 2. Дата обращения: 5 ғинуар 2013. Архивировано 11 ғинуар 2013 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә