Сорос Джордж
Джордж Со́рос (ингл. George Soros, мадьярса Soros György, Дьёрдь Шорош, тыуған осорҙа бирелгән исеме: Дьёрдь Шварц мадьярса Schwartz György; 1930 йылдың 12 авгусы, Венгрия Короллегендә (1920—1946) Будапешт ҡалаһы — америка трейдеры, финансисы, инвестор һәм филантроп (). Асыҡ йәмғиәт теорияһы яҡлы һәм "баҙар фундаментализмы"на ҡаршы (был йүнәлештә Карл Рэймонд Попперҙың социаль идеяларына яҡын тора). «Сорос Фонды» («Открытое общество») тип танылған ойошмалар селтәренә нигеҙ һалыусы. International Crisis Group башҡарма комитеты ағзаһы.[5]. 2019 йылдың сентябренә ҡарата мөлкәте 8,3 млрд АҠШ доллары менән иҫәпләнә[6].
Сорос Джордж | |
ингл. George Soros | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Ил | |
Тормош иптәше | |
Сорос Джордж Викимилектә | |
Соростың эшмәкәрлеге төрлө илдәрҙә һәм йәмғиәттең төрлө даирәләрендә төрлөсә баһалана[7][⇨].
Биографияһы
үҙгәртергәСорос 1930 йылдың 12 авгусында Будапешт ҡалаһында урта хәлле йәһүд ғаиәлһендә тыуған. Уның атаһы, Сорос Тивадар Шварц, адвокат, ҡаланың йәһүд общинаһының күренекле эшмәкәре, эсперанто буйынса белгес һәм яҙыусы-эсперантист, Австро-Венгрияның ҡоро ер ғәскәрҙәре офицеры булған. Беренсе донъя һуғышында рустарға тотҡонлоҡҡа эләгә һәм Себергә оҙатыла, унан ҡасып Будапештҡа ҡайта, әсәһе — ҡыҙ осоронда Эржебет Суц (мадьярса Szucz Erzsébet), кейәүгә сыҡҡас — Элизабет Сорос, туҡымалар магазинының уңышлы хужаһының ҡыҙы. 1936 йылда, эҙәрлекләүҙәр хәүефе янағанлыҡтан, ғаилә үҙенең венгр йәһүд фамилияһын тулыраҡ венгр варианты «Шорош»ҡа (Soros) алмаштыра. Джордждың өлкән ағаһы Пол Сорос (Soros Pál) (1926—2013) — инженер, эшҡыуар һәм филантроп.[8]
1947 йылда Сорос Бөйөк Британияға күсә, унда Лондон иҡтисад һәм сәйәси фәндәр мәктәбенә уҡырға инә һәм өс йылдан уны уңышлы тамамлай. Ул лекции австрий фәйләсуфы Карл Раймунд Попперҙың лекцияларын тыңлай[9], ғалимдың йоғонтоһонда уның идея дауамсыһына әйләнә[10]. Англияла тәүге әҙер түбән эш хаҡына эшләгән: йөҙөү бассейны ҡотҡарыусыһы, вокзалда швейцар, галантерея фабрикаһы эшсеһе, һуңғараҡ коммивояжёрға әйләнгән, әммә банк хеҙмәткәре булыу ниәтенән баш тартмаған[9]. 1953 йылда «Сингер һәм Фридландер» компанияһына урынлаша. Биржаға йәнәш урынлашҡан арбитраж бүлегендә килешеүҙәр төҙөү буйынса эш башҡара һәм стажировка үтә.
Карьераһы
үҙгәртергәСоростың финанс өлкәһендә карьераһы башланыуын 1956 йылға ҡараталар. Ул Нью-Йоркка үҙенең Лондондағы дуҫының атаһы, Уолл-стрит урамында брокер фирмаһы булған Майерҙың, саҡырыуы буйынса килә. Башланғыс планы фонд баҙарына эшкә урынлашҡандан һуң 500 000 доллар аҡса эшләүҙән, һуңынан философияны өйрәнеү өсөн Лондонға ҡайтыуҙан ғибәрәт ине[9]. Карьераһы халыҡ-ара арбитраждан, йәғни бер илдә ҡиммәтле ҡағыҙҙар һатып алыуҙан һәм уларҙы икенсе илдә һатыуҙан башлана. Сорос сауҙаның яңы ысулын уйлап тапҡан һәм уны эске арбитраж тип атаған — рәсми рәүештә бер-береһенән айырылғанға тиклем ҡатнаш ҡиммәтле ҡағыҙҙар, облигациялар һәм варранттар һатыу. 1963 йылда Джон Фицджеральд Кеннеди сит ил инвестицияларына өҫтәмә аҡса йыя башлай, һәм Сорос үҙенең бизнесын яба.
1967 йылға ул Европа фонд баҙарҙарында билдәле Arnhold and S. Bleichroeder брокер компанияһының ғилми етәксе вазифаһын башҡарған[10].
1969 йылда Сорос Bleichroeder компанияһы нигеҙ һалған Doublе Eagle фондының идарасыһы була. 1973 йылда Arnhold and S. Bleichroeder компанияһынан китә һәм Джим Роджерс менән берлектә Double Eagle фонды инвесторҙары активы нигеҙендә һуңғараҡ Quantum (квант механикаһы өлкәһенә ҡараған термин) тип аталған фондҡа нигеҙ һала[11]. Сорос өлкән партнёр, Роджерс 1980 йылда отстакаға киткәнгә тиклем — кесе партнёр булған. Сорос менән Роджерс араһында фонд менән идара итеү буйынса хеҙмәтте бүлеү Роджерстың аналитика эшенең төп өлөшөн башҡарыуына, әммә килешеүҙәрҙе ҡасан төҙөү тураһындағы ҡарарҙарҙы Сорос ҡабул итеүенә ҡайтып ҡалған. Фонд ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюталар, биржа тауарҙары менән спекулятив операциялар алып барған һәм [12] ҙур уңышҡа өлгәшкән. 1970—1980 йылдарҙа Сорос һәм Роджерс бер тапҡыр ҙа зыян күрмәгән, 1980 йылдың аҙағына Соростың шәхси байлығы 100 миллион доллар менән баһаланған[13], 1981 йылдың июнендә Institutional Investor журналы Соросты донъяның иң бөйөк фонд идарасыһы булараҡ танылыу яулаған. Фондтың оҙаҡ йылдар эсендәге уңышлы йылдарына ҡарамаҫтан, ул уңышһыҙлыҡҡа ла осраған — 1980 йылда килем 100 % тәшкил итһә, киләһе йылда иһә фонд 23 % юғалтҡан. 1987 йылда «ҡара дүшәмбе» осоронда бөтә позицияларын ябып, ҡулаҡсаға сығыу ҡарары Соростың карьераһындағы иң ҙур уңышһыҙлыҡтарының береһенә әүерелә. Әгәр «ҡара дүшәмбегә» тиклем «Quantum» фондының йыллыҡ килемлелеге 60 % тәшкил итһә, бер аҙнанан фонд йыллыҡ аңлатмаһында 10 % юғалтыуға дусар була[10].
1988 йылда Сорос үҙенең фондына 2000 йылға тиклем киләһе инвестиция ҡарарҙарында мөһим роль уйнаған һәм "Quantum"дан киткән Стэнли Дракенмиллерҙы эшкә саҡыра. 1992 йылдың 16 сентябрендә немец маркаһының инглиз фунт стерлингына ҡарата ҡырҡа төшөүе арҡаһында Сорос бер көндә миллиард долларҙан ашыуға яҡын аҡса эшләгән. Сорос «ҡара шаршамбы» тигән атама менән билдәле был көндө — «аҡ мөхит» тип атай башлаған, ә уның үҙен, фунттың ҡолауында роле арттырылып күрһәтелһә лә[9], «Англия банкын емергән кеше» тип билдәләйҙәр[9].
Рәсәйҙәге бизнесы
үҙгәртергә1997 йылда Сорос Владимир Олегович Потанин менән бергә «Связьинвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларының 25%-ы өсөн 1,875 миллиард доллар түләй, әммә 1998 йылғы көрсөктән һуң акцияларҙың хаҡы ике тапҡырҙан ашыуға төшә. Асыуы килгән Сорос был һатып алыуҙы «үҙ ғүмерендә иң отошһоҙ аҡса һалыу» тип атаны. 2004 йылда оҙаҡ ҡына тырышҡандан һуң, ул «Связьинвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәте акцияларын Леонард Валентинович Блаватник етәкләгән «Access Industries» компанияһына 625 миллион долларға һата. 2006 йылдың аҙағында Блаватник «Система» акционерҙар финанс корпорацияһына (АФК) ингән «Комстар-ОТС» компанияһына 1,3 миллиард долларлыҡ блокпакетын һата.
Филантроп
үҙгәртергәСорос яйлап финанс алыпһатарлыҡтан ситләшә һәм шәфҡәтлек күрһәтеү, шул иҫәптән мәғариф һәм фәнни тикшеренеүҙәр өлкәһендә, декларацияһын иғлан итә. Финанс өлкәһендә, шул иҫәптән ҙур финанс структураларының инвестиция мөмкинлектәрен кәметеп, сикләүҙәр кәрәклелеге һәм уның файҙалылығы хаҡында белдерә[14].
2011 йылдың 26 июлендә үҙенең инвестиция фондын ябыуы һәм һәм башҡа аҡса һалыусыларға бер миллиард доллар күләмендәге инвестицияларын ҡайтарып бирергә теләгәнен белдерә. Аҡса һалыусылар фонд башлығының ошо ҡарары тураһында махсус хат менән иҫкәртелә[15]. Шул уҡ көндә Сорос, — киләһе йылдан башлап үҙенең һәм ғаиләһенең шәхси капиталын арттырыу менән шөғөлләнәсәген белдерә[16]. Фонд идараһы рәйесе урынбаҫарҙары, Соростың улдары Джонатан һәм Роберт, фондты ябыу ҡарары АҠШ-та үткәрелгән финанс реформаһы сиктәрендә һәм америка закондар сығарыу эшмәкәрлегендә үҙгәрештәр арҡаһында башҡарылған. Һүҙ конгресмендар Крис Додд һәм Франк Барни барлыҡҡа килтергән, һәм хедж-фондтарға һиҙелерлек сикләүҙәр һалған яңы Додд — Франк законы хаҡында: 2012 йылдың мартына тиклем ил территорияһында барлыҡҡа килгән хедж-фондтар АҠШ-тың ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм биржалар буйынса Комиссияһы саҡырыла, шулай уҡ хедж-фондтарға үҙҙәренең инвесторҙары, активтар, инвестиция сәйәсәте һәм мәнфәғәттәр бәрелештәре хаҡындағы бөтә мәғлүмәтте асыу бурысы йөкмәтелә.
Ғаиләһе
үҙгәртергәСорос Джордж өс тапҡыр өйләнгән һәм уның биш балаһы: тәүге никахынан өс бала, икенсе никахынан ике балаһы бар.
Тәүге ҡатыны — Аннализ Витчак (1934 йылғы), 1960 йылда никахлашалар, 1983 йылда айырылышалар. Тәүге никахынан: Роберт Дэниел Сорос (1963), Андреа Сорос Коломбель (1965) һәм Джонатан Тивадар Сорос (1970).
1983 йылда Джордж Сорос икенсе тапҡыр Сьюзен Веберға (1954) өйләнә. 2005 йылда айырылышалар. Икенсе никахынан тыуған балалары: Александр Сорос (1985) һәм Грегори Джеймс Сорос (1988).
2013 йылдың сентябрендә өсөнсө ҡатыны 42 йәшлек йога буйынса инструктор Тамико Болтонға (1971) өйләнә. Өйләнешкәндәренә тиклем улар биш йыл таныш була[17].
Финанс эшмәкәрлеге
үҙгәртергәБаһалауҙар буйынса, Соростың финанс эшмәкәрлегенән килеменең дөйөм суммаһы 44 миллиард АҠШ доллары тәшкил итә[18].
1992 йылдың 16 сентябре "Ҡара шаршамбыһы"нан — фунт стерлингтың немец маркаһына ҡарата бик күп кәмегәненән һуң, Сорос донъяла танылыу ала. Бер көн эсендә уның килеме 1 миллиард долларҙан ашыу тәшкил иткән тип иҫәпләнә.
Донъя финанс баҙарҙарында Нидерландтың Кариб диңгеҙендәге Кюрасао утрауында офшор шарттары менән теркәлгән «Quantum Fund NV» хедж-фонды аша төп алыпһатарлыҡ (спекуляция) алып барыла. Был Сорос контролдә тотҡан Quantum Group of Funds төркөмөнөң иң ҙур фонды.
Соростың финанс уңыштарына ҡарата ике төп ҡараш йәшәй. Беренсеһенә ярашлы, үҙенең финанс алдан күрә белеү һәләте арҡаһында Сорос үҙенең финанс уңыуына өлгәшкән. Икенсеһе, что в принятии важных решений Сорос мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, донъяның ҙур илдәренең сәйәси һәм финанс даирәләрендәге юғары кимәлдәге кешеләрҙән инсайдер мәғлүмәттәрен ала. Мәҫәлән, 1992 йылғы ҡара шаршамбы алдынан Сорос Бундесбанк президенты Гельмут Шлезингер менән әңгәмәһендә яҡын арала Германияның иҫәп ставкаһын күтәреү ниәте булмауын асыҡлай, һәм шуның өсөн бик ышаныслы эш иткән[13].
Сорос үҙе әйткәнсә, уның уңышының төп өлөшө үҙенең хаталарын таныуҙа һәм төҙәтеүҙә[9]. Шулай уҡ ул үҙенең уңыштарын фонд баҙарҙарының рефлекслылыҡ теорияһын ҡулланыуы менән дә аңлатырға тырыша: быға ярашлы, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һәтып алыу йә һатыу тураһында ҡарарҙары киләсәктә көтөлгән хаҡтар буйынса ҡабул ителгән. Ә көтөү — психологик категория булғанлыҡтан, ул мәғлүмәти тәьҫир итеү объекты ла булыуы мөмкин. Ҡайһылыр дәүләттең валютаһына һөжүм киң мәғлүмәт саралары аша эҙмә-эҙлекле һөжүм яһауҙан һәм финанс баҙарҙы ҡаҡшатыусы валюта алыпһатарҙарың ысынбарлыҡтағы ғәмәлдәре менән ҡушылған аналитик баҫмаларҙа заказ биреп яҙҙырылған мәҡәләләренән тора[19].
2002 йылда Париж суды Джордж Соросты килем алыу маҡсатында конфиденциаль мәғлүмәт алыуҙа ғәйепләне һәм 2,2 миллион евро штраф һалды. Суд фекере буйынса, шул мәғлүмәт арҡаһында миллионер Société Générale француз банкы акциялары аша 2 миллион долларға яҡын аҡса үҙләштерә[20]. Һуңғараҡ штраф 0,9 млн евроға тиклем кәметелә. Сорос кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы Европа судына мөрәжәғәт итә, ләкин суд 2011 йылда өс тауышҡа дүрт тауыш менән ҡарарҙың боҙолмауын таный[21].
Сорос, әгәр ҡағиҙәләрҙә ҡотолоу юлы бар икән, бында ҡағиҙә ҡабул итеүселәрҙең проблемаһы, һәм үҙен алыпһатар тип атауҙарын әхлаҡи ғәйеп тип ҡабул итмәй[22].
«Асыҡ Йәмғиәт» фонды
үҙгәртергә«Открытое Общество» фондтар селтәренең беренсе фондын Сорос 1984 йылда Венгрияла ойоштороп ебәрә. Ойошма китапханалар һәм мәғариф учреждениеларында фотокопироваль машиналар ойоштороуҙан башлай, артабан төрлө өлкәләрҙә, социаль тикшеренеүҙәргә ярҙам итеүҙән дәүләтекенә ҡарамаған театр труппаларына тиклем, гранттар бирә[23]. 1980-се йылдар аҙағында «Асыҡ Йәмғиәт» венгр фондынан аҡса алған урындағы демократик сәйәсмәндәре араһында Венгрияның буласаҡ премьер-министр һәм Соростың билдәле тәнҡитсеһе Виктор Орбан да була: ул бер йыл дауамында фонд стипендияһына Оксфорд университетында уҡый[9].
1980-се йылдарҙа Сорос социалистик лагерь илдәрендә фондтар ойоштороуын дауам итә. Ҡағиҙә булараҡ, тар тиҙ асылған һәм эшкә урындағы хеҙмәткәрҙәр алынған, һәм бюрократик сығымдарҙы кәметеп, яҡшы уҡ автономиялы эшләгән. Шуның менән Сорос ҡул менән идара итеү мөмкинлеген һаҡлаған: "Асыҡ Йәмғиәт"тең баш фонды директорҙар советына оҙайлы ваҡыт дауамында финансист үҙе, уның ҡатыны Сьюзен Уэбер һәм шәхси юрисы Уильям Зейбл ингән[23].
1986 йылда "Асыҡ Йәмғиәт"тең икенсе фонды Ҡытайҙа асыла. 1986 йылдың июнендә Будапешта Сорос менән ҡытай делегацияһы араһында фондты асыу тураһында көнэлгәре килешеү төҙөлә. Котакттар урынлаштырыу буйынса ҡарар Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәе Комитетының генераль секретары Чжао Цзыян тарафынан щәхсән хуплана. Шул уҡ йылдың октябрендә ҠХР Йәш иҡтисадсылар Ассоциацияһы хуплауы менән Пекинда ойошманың офисы асыла. «Илдә иҡтисади реформалар мәсьәләләре буйынса ҡараштар менән алмашыу маҡсатында ҠХР лидерҙары менән шәхси мөнәсәбәттәр урынлаштырыу» фондтың маҡсаты тип белдерелә. 1989 йылдың майына Сорос ҡытай фондына 2,5 млн долларға тиклем аҡса һалған.
Шул аҡсаларҙан ҡытай иҡтисадсыларының АҠШ-ҡа барған сығымдары, социаль-иҡтисад проблемалары буйынса көнбайыш әҙәбиәтен һатып алыу, сәйәси клуб-"салон"ын булдырыу, шулай уҡ мәҙәни саралар үткәреү сығымдары ҡапланған. ҠХР властарының фонд менән хеҙмәттәшлектән баш тартыуы сәбәпле, 1989 йылдың майында ул ябылған. ҠХР Дәүләт именлеге министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Соростың Ҡытайҙағы шәхси вәкиле Лян Хэн Үҙәк разведка идаралығы агенты булып сыға. Шулай уҡ фонд етәкселегенә АҠШ разведкаһы менән бәйле тағы дүрт гражданы ингәне беленә[24].
1988 йылда СССРҙа фән, мәҙәниәт һәм мәғарифҡа ярҙам итеү маҡсатында «Мәҙәни инициатива» совкт-америка фонды эш башлай, ләкин, Сорос уның идаралығына ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, «асыҡ йәмғиәт» совет менталитетлы ябыҡ йәмғиәт кешеләре тарафынан төҙөлә тип әйткәнлектән, ябыла[25]. «Инициатива»ға алмашҡа «Открытое общество» институты килә. 1990-сы йылдарҙа Сорос рәсәй пронеттарына күберәк аҡса һала башлай. Тәүге этапта төп йүнәлештәр булып фән һәм мәғариф торған. Шулай уҡ 1988 йылда, СССР хужалыҡ комплексын хәҙерге заман донъя иҡтисади системаһына индереү маҡсатында, «совет иҡтисадында асыҡ сектор» булдырыу тәҡдиме менән сыға, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында, был эш туҡталып ҡала[26]. 1995 йылда Рәсәйҙә яңы «Асыҡ йәмғиәт» булдырыу ҡарары ҡабул ителә. 1996—2001 йылдарҙа Сорос Фонды "Internet Университет үҙәктәре"нә 100 миллион долларға яҡын аҡса һала, шуның һөҙөмтәһендә Рәсәй территорияһында 33 интернет-үҙәк барлыҡҡа килә[27]. 1990-сы йылдар башында 30 000 ашыу рәсәй ғалимына тикшеренеүҙәрен үткәреү маҡсатында грант ярҙамы тапшырылды[9].
1990-сы йылдарҙа фонд селтәрҙәре эщләгән Көнсығыш Европа буйлап турне сиктәрендә Скопьеға килгәндән һуң, Сорос бойондороҡһоҙ Төньяҡ Македония һәм уның беренсе президенты Глигоров Киро яҡлы булып сығыш яһай. Ул Греция менән Македонияға атама биреү буйынса бәхәстә уны яҡлай (Соростың лоббист тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, Клинтон Билл администрацияһы «Элекке югослав республикаһы Македония» тигән вариантты файҙаланырға ҡарар итә, һәм ул халыҡ-ара стандарт итеп ҡабул ителә). Сорос Украина сәйәсәтенә әүҙем йәлеп ителә: «Возрождение» украин фондын абруйлы иҡтисадсы Гаврилишин Богдан Дмитриевич етәкләй, артабан ул бер нисә администрацияла кәңәшсе булған. 1994 йылда Халыҡ-ара валюта фондынан Украинаның ҙур займ алыуы ла Соростың президент һайлауҙарында еңгән Кучма Леонид Даниловичҡа ярҙам итеүе: Соростың аралашсылығы арҡаһында Кучма Ослунд Андерс етәкселегендә кәңәшселәр командаһын яллай, һәм займ биреү буйынса һөйләшеүҙәр уңышлы тамамлана[23].
Беларусь Республикаһында Сорос фонды эшмәкәрлеге 1997 йылда туҡтатыла[28].
1995—2001 йылдарҙа Аныҡ фәндәр өлкәһендә белем биреү Халыҡ-ара сорос программаһы (ISSEP) нигеҙендә ай һайын Сорос белем биреү журналы (СОЖ) баҫылған. СОЖ-да тәбиғи-фәнни йүнәлештәге материалдар донъя күргән, маҡсатыл төркөм — өлкән класс уҡыусылары. Журнал мәктәптәргә (30 меңдән ашыу дана), муниципаль һәм вуз китапханаларына (3,5 мең дана) бушлай таратылған.
2003 йылдың аҙағында Сорос Рәсәйҙәге эшмәкәрлегенә финанс ярҙамын рәсми рәүештә ҡыҫа төшә, ә 2004 йылда «Асыҡ йәмғиәт» Институты гранттар биреүен туҡтата. Сорос фонды булышлығында булдырылған структуралар уның туранан-тура ҡатнашлығынан башҡа әле лә эшләй: Мәскәү социаль һәм иҡтисади фәндәре юғары мәктәбе (МВШСЭН, 1995 йылда Сорос фонды грантына булдырылған[29]), «ПРО АРТЕ» Институты — мәҙәниәт һәм сәнғәт фонды[30], Д. С. Лихачёв исемендәге халыҡ-ара хәйриә фонды[31], «Пушкин китапханаһы» — китап баҫтырыу, мәғариф һәм яңы мәғлүмәти технологияларға ярҙам итеүсе коммерцияға ҡарамаған фонд[32].
2015 йылдың ноябрендә Рәсәй Генераль прокуратураһы «Асыҡ йәмғиәт» һәм «Булышлыҡ итеү» фондтарын «кәрәкмәгән ойошмалар» тип иғлан итте. Рәсәй властары фекеренсә, был фондтарҙың эшмәкәрлеге илдең конституцион ҡоролошона янай[25] (см. также ниже )[lower-alpha 1].
Сәйәси әүҙемлеге һәм лоббизмы
үҙгәртергәСәйәси өлкәлә үҙен спонсор һәм йоғото яһай алырлыҡ лоббист итеп күрһәтте. Ул 1989 йылғы «бәрхәт» революциялар барышында көнсығыш Европалағы коммунистик режимдарҙы ҡолатыуҙа ҙур роль уйнаны[33]. Сорос был ваҡиғаларҙа үҙенең ҡатнашлығын матбуғат арттырып яҙҙы тиһә лә, ул 2003 йылғы грузин "Розалар революцияһы"н әҙерләүҙә һәм ойоштороуҙа күренекле роль уйнай[34].
- 1998 йылғы Рәсәйҙәге дефолт
Михаил Касьяновтың хәтерләүенән: Рәсәй 1998 йылдың ҡатмарлы хәлендә МВФ-ның ярҙамын алғанда, 13 августа «Джордж Сорос Рәсәйгә девальвация кәрәк һәм Халыҡ-ара валюта фонды проблеманың бар етдилеген баһалап еткермәй. Рынок асыла һәм шундуҡ „үлә“. Икенсе көнгә президент Борис Ельцин девальвация булмаясаҡ тип ант итә …»[35][lower-alpha 2].
- АҠШ президенттарын һайлау
АҠШ-та, Джордж Уокер Буштың сәйәсәте АҠШ һәм бөтә донъя өсөн хәүефле булғанлыҡтан, 2004 йылғы президент һайлауҙарында ҙур әүҙемлек күрһәтә. Ул америка сәйәсәтендә үҙгәрештәрҙе пропагандалау өсөн 27 млн доллар аҡса тотона[36]. Әммә 2004 йылғы һайлауҙарҙа Джордж Буш еңә. 2005 йылдан Сорос АҠШ-та — демократик партия эсендә америка прогессистарын берләштереүсе һәм йүнәлеш биреүсе ойошма — Democracy Alliance булдыра һәм уға аҡсалата ярҙам бирә. Сорос 2016 йылда АҠШ президент һайлауҙарында Хиллари Клинтон кандидатураһын үткәреүгә булышлыҡ итә[37]. 2010-сы йылдар аҙағына демократик партиияның һәм АҠШ президенты посына уның кандидаттарының иң ҙур доноры була[9]. Негативно оценивал деятельность президента США Дональда Трампа[9].
- Марихуананы законлаштырыу
Сорос реформалар наркотиктар әйләнешен законға ярашлы көйләү һәм реформа кампанияларының, шул иҫәптән марихуананы законлаштырыу һәм наркотик ҡулланыуҙың енәйәти көсөн юғалтыу хәрәкәтенең төп спонсоры[38]. Уның фекеренсә, марихуананы законлаштырыу бер үк ваҡытта бюджет килемен арттырыр һәм наркотиктарҙың закондан тыш әйләнеше менән бер ҡатар күҙәтелгән енәйәттәр кәмер ине[39][lower-alpha 3]. 1994—2014 йылдарҙа Сорос был өлкәләге реформаларға ярҙамға 200 млн АҠШ доллары һалған. Уның иғәнәләрен иң ҙур алыусыһы — Наркосәйәсәт буйынса альянс. 2007 йылда сенатҡа һәм вәкилдәр палатаһына Массачусетс вәкилдәрен үткәреүгә 400 мең доллар һалған, 2008 йылда Массачусетста марихуана ҡулланыуҙы законлаштырыу ҡабул ителгән. 2010 йылда Сорос Калифорнияла марихуана ҡулланыуҙы законлаштырыу буйынса хәрәкәт яһаған, әммә референдум уны кире ҡаҡҡан[38]. 2016 йылда Калифорнияла 21 йәштән өлкәндәргә марихуананы шәхси маҡсатта ҡулланыу акты ҡабул ителгән[41].
- Брексит
Бөйөк Британияның Европа союзынан сығыуына, брекситҡа, ҡаршы булған, пропорциональ нисбәттә Бөйөк Британияа, ә Европаға — абсолют нисбәттә оло зыян тип билдәлгән[9].
- Климаттың үҙгәреүе
Артыҡ ныҡ байығандарға һалым һалыу индереүҙе хуплаған, шул аҡсаны климат үҙгәреүенә ҡаршы көрәшкә тотоноу яҡлы сығыш яһай. 1997 йылда баҙарҙың өҫтөнлөгөнә ышанған капиталистик сәйәсәт теләһә ниндәй асыҡ йәмғиәткә лә яңы хәүеф булып тора, тип яҙҙы[9].
- Украина
2015 йылдың ғинуар башында Сорос, Украинаның көнсығышында ҡораллы конфликт контексында Украинаға 20 млрд евро финанс ярҙам кһәтер кәрәк тигән саҡырыу менән сыҡты. «Немецкие экономические новости» гәзитндә Сорос «Рәсәйҙең Украинаға һөжүме — туранан-тура Европа союзына һәм уның принциптарына һөжүм ул»[42]. 2015 йылдың 12 ноябрендә Украина президенты Порошенко Пётр Алексеевич Джордж Соросты Украинаның Азатлыҡ ордены менән бүләкләй[43]. Порошенко Сорос тарафынан булдырылған «Яңырыу» халыҡ-ара фондының Украина дәүләте үҫешендә һәм демократияны раҫлауҙа мөһим әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бынан тыш, Порошенко Соростың тырышлығы һәм Украинаға ярҙам итеүҙең оҙайлы комплекслы планы, шулай уҡ дәүләт финанстары мәсьәләләре буйынса профессиональ кимәлдәге кәңәштәре өсөнрәхмәт әйтте[lower-alpha 4].
Мәрхәмәтлек эшмәкәрлеге
үҙгәртергәҒәҙәттә үҙенең фондтары аша мәрхәтлелек менән әүҙем шөғөлләнә. Мәғариф, кеше хоҡуҡтары һәм демократия өлкәһендә күп төрлө проекттарҙы финанслаған. Босния һуғышы барғанда, Сараево ҡалаһының ҡамауҙа ҡалған халҡына 50 млн доллар бүлгән[9].
2017 йылда эшҡыуар «Асыҡ йәмғиәт» фондтарына 18 млрд доллар күсергән[9].
АҠШ-та раса күрә алмаусанлыҡ нигеҙендә үҫкән енәйәтселеккә ҡаршы йүнәлтелгән программаға 10 миллион доллар бүлгән[9]. 2020 йылға америка фондының планлаштырылған бюджеты 185 млн доллар тәшкил иткән (2016 йылда уның күләме ике тапҡыр кәм булған).
2019 йылдың сентябренә ҡарата мәғлүмәт буйынса Соростың хәйриә иғәнәләре суммаһы яҡынса 32 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән[18].
Баһаланыуы һәм тәнҡитләнеүе
үҙгәртергәСоростың эшмәкәрлеге төрлө илдәрҙә һәм төрлө даирәләрҙә бер төрлө генә баһаланмай. Бөйөк Британияла оҙайлы йылдар дауамында Англия Банкын «бөлдөрөүсе» тип таныла[44]. Америка иҡтисадсыһы Пол Кругман 1996 йылда «анһат табыш һәм мәрәкә» өсөн валюта кризисы ойошторған ҙур алыпһатарҙарҙы (спекулянт) билдәләү өсөн «соростар» тигән термин булдырыуҙы тәҡдим иткән[45].
- Заговорҙа (йәшерен һүҙ беркетеү) ҡатнашыуҙа ғәйепләүҙәр
Атлантиканың ике яғында йәшәгән Соростың дошмандары унда бөтә проблемаларҙың кәүҙәләнешен: йәмғиәттең нигеҙҙәрен ҡаҡшатыусы глобалистар башлығын, иммиграция аша мәсихселекте (христианство) емереүгә өндәүсене күрәләр[7].
Сикке уң сәйәсмәндәр (ультраправые) һәм популистар донъяның күп илдәрендә Джордж Сорос "Бөтә донъя йәһүд заговоры"ның (жидомасон) төп фигураһы булып тора тиҙәр[46]. Шулай итеп, Төркиә Президенты Рәжәп Тайип Эрдоған Сорос йәһүд заговорының үҙәге булып тора һәм уларҙың маҡсаты — Төркиәне бүлеү һәм ҡаҡшатыуға йүнәлтелгән, тип белдерҙе. Италияла Соросты илде мигранттар менән тултырыуға ынтылыуҙа ғәйепләйҙәр. «Брексит» британ партияһы лидеры Найджел Фарадж, йәнәһе, Сорос мигранттарҙы Европаны баҫып алырға әүҙем саҡыра һәм «күп осраҡта көнбайыш донъя өсөн төп хәүеф булып тора», тип раҫлай. Венгрия премьер-министры Виктор Орбан да Соростың йәшерен — Венгрияны мигранттар менән тултырыу һәм милләтте юҡҡа сығарыу планы — бар, ти[9][46].
2018 йылда Венгрия парламенты «Соросты туҡтатырға» тип аталған закон проектын ҡабул итә. Шуның менән бергә мигранттарға ярҙам күрһәтеүсе теләһә ниндәй ойошмаға 25 % һалым һалына. Эшҡыуар нигеҙләгән Үҙәк-Европа университеты үҙ эшмәкәрлегенең күп өлөшөн Будапештан Венаға күсерә[9].
- Үлтермәксе булыу
2018 йылда почта буйынса Джордж Соростың Нью-Йорктағы торлаҡ резиденцияһына шартлатҡыс ҡоролма ебәрелгән[9].
Наградалары
үҙгәртергә- III дәрәжә «Манас» ордены (2003 йылдың 2 июне, Ҡырғыҙстан) — Ҡырғыҙстандың социаль-мәҙәни үҫешенә ҙур өлөш индергәне, демократик институттарҙы формалаштырған һәм нығытҡан өсөн
- Азатлыҡ ордены (2015 йылдың 12 ноябре, Украина) — Украина дәүләтенең халыҡ-ара абруйын нығытыуға шәхси әһәмиәтле хеҙмәте өсөн, социаль-иҡтисади реформаларҙы тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн, күп йылдар дауамында нәтижәле хәйриә эшмәкәрлеге өсөн[47]. открытого общества[48].
- 2019 йылдың июнендә нем. Schumpeter-Preis премияһы — «азатлыҡ идеалдарына тоғролоғо һәм фәнгә ярҙам иткәне өсөн»[49].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Сорос Дж. Новая парадигма финансовых рынков. — М.: Манн, Иванов и Фербер, 2008.* Сорос Дж. Мыльный пузырь американского превосходства. На что следует направить американскую мощь / Пер с англ. — М.: Альпина Бизнес Букс, 2004. — 192 c. — 10 000 экз. — ISBN 5-9614-0042-5 (рус.), ISBN 1-58648-217-3 (англ.).
- Сорос Дж. Открытое общество. Реформируя глобальный капитализм / Пер. с англ. — М.: Некоммерческий фонд «Поддержки культуры, образования и новых информационных технологий», 2001. — 458 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-94072-001-3.
- Сорос Дж. О глобализации. — М.: Эксмо, 2004. — 224 с. — ISBN 5-699-07924-6.
- Сорос Дж. «Фонд» для России. Что было, что будет. — М.: Алгоритм, 2015. — 224 с. — (Опасное знание). — ISBN 978-5-906798-99-2.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәКомментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ 12 ноября 2015 года президент Украины Пётр Порошенко наградил Джорджа Сороса орденом Свободы за помощь в укреплении финансовой системы страны
- ↑ Утром в понедельник 17 августа 1998 года Правительство России и Центральный банк объявили о техническом дефолте по основным видам государственных ценных бумаг и о переходе к плавающему курсу рубля в рамках резко расширенного валютного коридора (его границы были расширены до 6 — 9,5 рубля за доллар США). Позже ЦБ фактически отказался от поддержки курса рубля. Если 15 августа 1998 года официальный курс за доллар США составлял 6,3 рубля, то 1 сентября 1998 года — 9,33 рубля, 1 октября — 15,9 рублей.
- ↑ Мнение о пользе легализации марихуаны широко распространено среди политиков и экономистов либерального направления[40].
- ↑ В том же месяце Генеральная прокуратура России признала фонды Сороса «Открытое общество» и «Содействие» «нежелательными организациями».
Төшөрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
- ↑ Kellner P. George Soros // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ George Soros // RKDartists (нидерл.)
- ↑ George Soros ties the knot — 2013.
- ↑ crisisgroup.org . Дата обращения: 16 март 2011. Архивировано 3 февраль 2011 года.
- ↑ George Soros (инг.) // Forbes.com : magazine. Архивировано из первоисточника 24 сентябрь 2010.
- ↑ 7,0 7,1 Кеннет Фогель[en]; Scott Shane; Patrick Kingsley. How Vilification of George Soros Moved From the Fringes to the Mainstream (инг.) (31 October 2018).
- ↑ Paul Soros (некролог в The New York Times) . Дата обращения: 1 октябрь 2017. Архивировано 16 июнь 2013 года.
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 9,11 9,12 9,13 9,14 9,15 9,16 9,17 Walker, Shaun. George Soros: ‘Brexit hurts both sides – my money was used to educate the British public’ (инг.), Guardian (2 November 2019). 2 ноябрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Как Джордж Сорос стал сначала иконой, а потом посмешищем Уолл-стрит | Forbes.ru . Дата обращения: 17 ғинуар 2014. Архивировано 19 февраль 2014 года.
- ↑ Арнольд, Глен , 2014, с. 197
- ↑ Джек Швагер Биржевые маги. М.: Издательский дом Диаграмма, 2004.
- ↑ 13,0 13,1 Роберт Слейтер Сорос: Жизнь, деятельность и деловые секреты величайшего в мире инвестора. — Х., «Фолио», 382 с., 1996.
- ↑ Джордж Сорос призывает разукрупнять банки 2010 йыл 31 ғинуар архивланған. // BBC 27 января 2010
- ↑ Отрывок из письма: «Мы благодарим всех, кто вкладывал деньги в фонд на протяжении последних 40 лет. Мы надеемся, что с течением времени вы были вознаграждены за ваши вклады в фонд»
- ↑ Со следующего года Джордж Сорос будет заниматься приумножением капитала только своей семьи
- ↑ Знаменитый американский миллиардер Джордж Сорос женится в третий раз . Дата обращения: 22 сентябрь 2013. Архивировано 27 сентябрь 2013 года.
- ↑ 18,0 18,1 Why is billionaire George Soros a bogeyman for the hard right? 2019 йыл 7 сентябрь архивланған., BBC, 7.09.2019
- ↑ Сорос Джорж . Дата обращения: 9 ноябрь 2009. Архивировано из оригинала 2 февраль 2010 года.
- ↑ Джордж Сорос признан виновным
- ↑ Пресс-релиз ЕСПЧ 2011 йыл 18 октябрь архивланған. 06.10.2011. (инг.)
- ↑ George Soros. Soros on Soros: Staying Ahead of the Curve. John Wiley & Sons, 1995. С. 83-84.
- ↑ 23,0 23,1 23,2 Bruck, C. The World According to George Soros . The New Yorker (15 ғинуар 2995). Дата обращения: 14 июнь 2021. Архивировано 17 октябрь 2014 года.
- ↑ Доклад МГБ КНР ЦК КПК «Об идеологическом и политическом внедрении США и иных международных сил», 1 июня 1989 года. Цит. по: The Tiananmen Papers / ed. by Andrew J. Nathan and Perry Link. Abacus, 2002. P. 450—451
- ↑ 25,0 25,1 Что сделал Фонд Сороса в России Как «нежелательная организация» спасала российскую науку, образование и культуру 2019 йыл 7 ноябрь архивланған..
- ↑ C. Платонов. Стратегия достижения конвертируемости валюты через создание управляемой многоукладной экономики // После коммунизма М.: Молодая гвардия, ISBN 5-235-01911-3.
- ↑ Тайная любовь Джорджа Сороса 2013 йыл 12 май архивланған.. «Lenta.ru», 22.04.2005.
- ↑ Топ-10 богачей мира, имеющих бизнес в Беларуси 2009 йыл 19 апрель архивланған..
- ↑ Теодор Шанин. «Настоящий преподаватель не может знать всего…» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Кононихин Н. Человек в постсоветских пространствах // Агентство культурной информации. — 03.10.2002.
- ↑ Международный благотворительный фонд имени Д. С. Лихачёва . Югорский государственный университет. Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 27 апрель 2015 года. 2015 йыл 27 апрель архивланған.
- ↑ Пушкинская библиотека. История . Дата обращения: 2 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 2 июль 2013 года. 2013 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Clark, Neil Soros Profile (ингл.) (недоступная ссылка — история). the New Statesman. Дата обращения: 11 февраль 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ Soros Downplays Role in Georgia Revolution (ингл.) (недоступная ссылка — история). Archive.newsmax.com (1 июнь 2005). Дата обращения: 11 февраль 2011. Архивировано 14 февраль 2012 года.
- ↑ Михаил Касьянов. Крючок для олигархов . Дата обращения: 26 февраль 2012. Архивировано 28 июнь 2012 года. 2012 йыл 28 июнь архивланған.
- ↑ Politics (ингл.). Georgesoros.com. Дата обращения: 5 август 2013. Архивировано 16 август 2013 года.
- ↑ Вести Экономика ― Сорос поддержит Хиллари Клинтон на выборах в 2016 г . Дата обращения: 28 октябрь 2013. Архивировано 28 октябрь 2013 года. 2013 йыл 28 октябрь архивланған.
- ↑ 38,0 38,1 Sorvino, Chloe An Inside Look At The Biggest Drug Reformer In The Country: George Soros . Forbes (2 октябрь 2014). Дата обращения: 2 октябрь 2014. Архивировано 9 июль 2020 года.
- ↑ Soros, George Why I Support Legal Marijuana . The Wall Street Journal (26 октябрь 2010). Дата обращения: 2 октябрь 2014. Архивировано 1 март 2014 года.
- ↑ «The Economist’s country of the year», The Economist, Dec 21st 2013 . Дата обращения: 4 июнь 2021. Архивировано 3 май 2014 года. 2014 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 8 сентябрь 2019. Архивировано из оригинала 20 февраль 2018 года.
- ↑ Soros: EU soll für Krieg gegen Russland neue Schulden machen 2015 йыл 4 ғинуар архивланған. «Deutsche Wirtschafts Nachrichten», 03.01.2015
- ↑ Указ Президента УкраЇни №634/2015 "Про нагородження орденом Свободи" (укр.). president.gov.ua (12 ноябрь 2015). Дата обращения: 12 ноябрь 2015. Архивировано 16 ноябрь 2015 года.
- ↑ Financial Times назвала Джорджа Сороса человеком года 2020 йыл 12 июль архивланған. // Interfax
- ↑ Пол Кругман. Are Currency Crises Self-Fulfilling? 2016 йыл 13 декабрь архивланған. // NBER Macroeconomics Annual 1996, Volume 11. Ред: Ben S. Bernanke and Julio J. Rotemberg. MIT Press, 1996. ISBN 0-262-02414-4 (инг.)
- ↑ 46,0 46,1 Почему крайне правые считают Сороса злодеем и при чём тут «еврейский заговор»? 2019 йыл 1 октябрь архивланған., BBC, 8 сентября 2019
- ↑ Указ Президента Украины от 12 ноября 2015 года № 634/2015 «О награждении орденом Свободы»
- ↑ Богата киргизская земля героями. Акаев наградил Сороса орденом «Манаса»
- ↑ 05 06 2019 Um 11:47. George Soros erhält Schumpeter-Preis 2019 (нем.). Die Presse (5 июнь 2019). Дата обращения: 1 июнь 2020.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Глен Арнольд. Великие инвесторы: Практические уроки от Джорджа Сороса, Уоррена Баффета, Джона Темплтона, Бенджамина Грэхема, Энтони Болтона, Чарльза Мангера, Питера Линча, Филипа Фишера, Джона Неффа = The Great Investors. Lessons on Investing From Master Traders. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 320 с. — ISBN 978-5-9614-1923-8.
- Роберт Слейтер Сорос: Жизнь, деятельность и деловые секреты величайшего в мире инвестора. — Харьков, «Фолио», 1996. — 382 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәДжордж Сорос Викимилектә | |
Джордж Сорос Викияңылыҡтарҙа |
- George Soros (инг.)
- Сорос, Джордж — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Hedge Funds and the Asian Currency Crisis of 1997, Studie (инг.)
- Институт открытого общества (инг.)
- Джордж Сорос — «финанстроп» или революционер?
- Из книги «Кризис мирового капитализма» — о России
- Агент влияния. Легендарный инвестор и филантроп Джордж Сорос уходит из большого бизнеса. Чтобы в один прекрасный момент вернуться и снова взорвать этот безумный мир, «Итоги», № 32/791, 08.08.2011. 2011 йыл 12 октябрь архивланған.