Адам Смит
Адам Смит (ингл. Adam Smith; 5 (16) июнь 1723, Керколди, Шотландия, Бөйөк Британия короллеге — 17 июль 1790 йыл, Эдинбург, Шотландия, Бөйөк Британия короллеге) — шотланд иҡтисадсыһы һәм этика фәлсәфәсеһе; иҡтисад теорияһы фәненә нигеҙ һалыусы. Классик политэкономияның төрлө мәктәптәре уның хеҙмәттәренә нигеҙләнә.
Биографияһы
үҙгәртергәXIX быуат аҙағы инглиз иҡтисадсыһы һәм публицисы Уолтер Бэджет билдәләүенсә, «[Адам Смитты] кеше булараҡ бер аҙ белмәһәң, китаптарын аңлау мөмкин түгелдер»[11]. 1948 йылда Александр Грей былай тип яҙа: «Уның тормошо тураһында ентекле белмәүебеҙ сәйер тойола… Уның биографы материал етешмәүен Адам Смиттың биографияһына ҡарағанда күберәк уның осоро тарихын яҙыу менән тулыландырырға мәжбүр тиерлек»[12].
Адам Смиттың фәнни капиталь биографияһы әле булһа юҡ[13][14].
Адам Смит 1723 йылдың июнендә тыуа (теүәл датаһы билдәһеҙ) һәм 5 июндә Шотландияның Файф округы Керколди ҡаласығында һыуға сумырыу йолаһын үтә. Атаһы, шулай уҡ Адам Смит исемле кеше, юрист, адвокат һәм таможня чиновнигы булып эшләй, ул улы тыуғандан һуң 2 айҙан вафат була[15]. Әсәһе Маргарет Дуглас бай ер биләүсенең ҡыҙы була. Адам ғаиләлә берҙән-бер бала булғандыр тип фараз ителә, сөнки бер туғандары тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ. Дүрт йәшендә уны сиғандар урлай, әммә бабаһы уны табып, әсәһенә ҡайтарып тапшыра[16]. Керколдиҙағы мәктәп һәйбәт мәктәптәр иҫәбендә булған тип иҫәпләнә, Адам бала саҡтан китаплы [13][14] мөхиттә үҫә.
14 йәшендә ул Глазго университетына инә. Шотландия белем биреү үҙәге тип йөрөтөлгән был уҡыу йортонда ул Фрэнсис Хатчесон етәкселегендә ике йыл фәлсәфәнең этик нигеҙҙәрен өйрәнә[15]. Беренсе курста логика уҡый был мәжбүри талап була), шунан әхлаҡи фәлсәфә класына күсә; боронғо телдәрҙе (бигерәк тә боронғо грек телен), математика һәм астрономияны өйрәнә. Адамға сәйер тигән мөһөр һалына — мәҫәлән, ул шау-шыулы компанияла ла ҡапыл тәрән уйға сумыр булған[13][14]. 1740 йылда ул Оксфордтағы Баллиол-колледжға инә, уҡыуын дауам итергә уға стипендия бирелә, уҡыуын 1746 йылда тамамлай. Смит, Оксфордта уҡытыу торошон тәнҡитәп, «Халыҡтар байлығы» тигән хеҙмәтендә «Оксфорд университетында профессорҙарҙың күбеһе күп йылдар дауамында уҡытыу ҡиәфәте булһа ла сығарыуҙан да баш тартҡан», тип яҙа[15][16][16][17]. Университетта саҡта ул йыш ауырый, әммә иҡтисадҡа ҡыҙыҡһыныуы күренмәй.
1746 йылдың йәйендә Стюарт яҡлыларҙың ихтилалынан һуң ул Керколдиға ҡайта, ике йыл буйы үҙ алдына уҡый [13][14].
1748 йылда Смит Эдинбург университетында лекциялар уҡый башлай, ул лорд Кэймс (Генри Хьюм) яҡлауы аҫтында була. Улар Адамдың Эдинбург ҡалаһына сәфәрҙәренең береһендә таныша. Тәүҙә ул инглиз әҙәбиәте буйынса лекциялар уҡый, һуңыраҡ — тәбиғи хоҡуҡ буйынса (уға юриспруденция, сәйәси ғилемдәр, социология һәм иҡтисад инә)[13][14]. Нәҡ ошо университет студенттары өсөн лекциялар әҙерләү Адам Смиттың иҡтисад мәсьәләләре буйынса ҡараштарын формалаштырыуға этәргес бирә. Иҡтисади либерализм тураһындағы фекерҙәрен ул сама менән 1750—1751 йылдарҙа әйтә.
1750 йыл тирәһендә Адам Смит Дэвид Юм менән таныша. Юм унан унлап йәшкә өлкән була. Тарих, сәйәсәт, фәлсәфә, иҡтисад һәм дин буйынса хеҙмәттәрендә уларҙың ҡараштары оҡшашлығы сағыла, был уларҙың Шотландиялағы мәғрифәтселек осоронда ҙур роль уйнаған интеллектуаль альянс булып тороуын дәлилләй.
1751 йылда Смит Глазго университетында логика профессоры итеп тәғәйенләнә[18] .Смит этика, риторика, юриспруденция һәм политэкономия буйынса лекциялар уҡый, 1758 йылда факультет деканы итеп һайлана[19]. 1759 йылда Смит «Әхлаҡи хис-тойғолар теорияһы» тигән китабын баҫтыра, ул лекциялары материалдарынан төҙөлгән була. Был хеҙмәтендә Смит тәртиптең социаль тоторҡлолоҡто тәьмин иткән этик стандарттарын анализлай. Шул уҡ ваҡытта ул ғәмәлдә теге донъя алдында ҡурҡыуға һәм ожмах вәғәҙә итеүгә нигеҙләнгән сиркәү моралены ҡаршы сыға, әхләғи баһалар нигеҙе итеп «симпатия принцибын» алырға тәҡдим итә, уға ярашлы, битараф һәм үткер ҡарашлы күҙәтеүселәрҙең хуплауын тапҡан нәмәләр әхлаҡлы була. Шулай уҡ кешеләрҙең этик тиңлеген — бөтә кешеләргә ҡарата ла бер үк мораль нормаларҙы ҡулланыу яҡлы булыуын белдерә[13][14].
Глазгола ул, Дэвид Юмдан башҡа, Джозеф Блэк (химия өлкәһендә пионер), Джеймс Уатт (пар двигателен уйлап тапҡан), Роберт Фоулис (инг.)баш. (рәссам һәм нәшерсе, тәүге Британ дизайн академияһын нигеҙләгән), шулай уҡ колониаль сауҙаны йылдам үҫтергән (1707 йылда Шотландияның Англия менән берләшеүенән һуң) эшҡыарҙар менән таныш була. Эшҡыуарҙар менән аралашыу уға «Халыҡтар байлығы»н яҙыуға материал бирә.
Глазгола Смит 12 йыл йәшәй, йыш ҡына 2-3 айға Эдинбургҡа барып торор була; бында уны хөрмәт итәләр, дуҫтары күп була, буйҙаҡ клуб кешеһе тормош рәүешен алып бара[13][14].
Адам Смиттың бер тапҡыр Эдинбургта һәм тағы бер тапҡыр Глазгола саҡ өйләнмәй ҡалыуы, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында өйләнмәүе тураһында мәғлүмәттәр һаҡланған. Замандаштарының иҫтәлектәрендә лә, хатлашыуҙарында ла был теманың уны бик борсоуын дәлилләгән бер факт та юҡ. Смит әсәһе менән (уның вафатынан һуң тағы 6 йыл йәшәй) һәм кейәүгә бармаған ике туған апаһы менән й (унан ике йыл алда вафат була) йәшәй. Смиттың өйөндә булған бер замандашы яҙып ҡалдырғанынса, был йортта шотланд милли йолалары һаҡлана, шотланд ризыҡтары әҙерләнә. Смит милли йырҙарҙы, бейеүҙәрҙе, шиғырҙарҙы баһалай, китап алыуға һуңғы заказдарының береһендә ул Роберт Бёрнстың (шағир үҙе лә Смитты бик юғары баһалай һәм хаттарында уның хеҙмәттәренә йыш һылтана) бер нисә дана шиғыр китабына заказ бирә. Шотланд морале театрҙы хупламаһа ла, Смит уны ярата, айырыуса — француз театрын[13][14].
Смит фекерҙәренең үҫеше тураһында мәғлүмәт сығанағы булып Смит лекцияларының яҡынса 1762-63 йылдарҙа студенттарының береһенең яҙмалары хеҙмәт итә, уларҙы иҡтисадсы Эдвин Кэннанruen тапҡан. Лекцияларға ярашлы, Смиттың әхлаҡи фәлсәфә курсы ул заманда нығыраҡ социология һәм политик экономия курсы булып торған; материалистик фекерҙәр, шулай уҡ һуңынан «Халыҡтар байлығы»нда үҫтерелгән фекерҙәрҙең башланғысы әйтелә. Башҡа сығанаҡтарға 1930-сы йылдарҙа табылған «Байлыҡтар»ҙың 1930-сы йылдарҙа табылған ҡараламалары инә; улар 1763 йылға ҡарай. Был ҡараламаларҙа хеҙмәт бүленешенең роле тураһындағы фекерҙәр, етештереү һәм етештереүгә ҡарамаған хеҙмәт тураһында төшөнсәләр һәм башҡалар бар; меркантилизм тәнҡитләнә һәм Laissez-faireға нигеҙләмә бирелә[13][14].
«Әхлаҡи хис-тойғолар теорияһы» Адам Смитҡа киң билдәлелек алып килә, атап әйткәндә, ул һуңыраҡ ҡаҙналыҡ канцлеры булып киткән лорд Чарльз Тауншендты ҡыҙыҡтыра; ул Смитҡа үгәй улы Генри Скоттың, герцог Баклю (инг.)баш., остазы булырға тәҡдим итә. Йыллыҡ £300 фунт һәм юл сығымдарын ҡаплау тәҡдиме уның профессор өҫтәүенә, уға Европа буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеген бирә, шунлыҡтан Смит 1763 йылда университеттан китә һәм Генри менән Тулузаға юллана. 18 ай буйы Тулузала йәшәгәндә Адам Смит «Халыҡтар байлығы» өҫтөндә эшен башлай. Артабан улар Генри менән 2 айға Женеваға бара, унда Вольтер менән осрашалар. Женевана һуң Парижға киләләр, бында Британия илселегендә секретарь булып эшләгән Дэвид Юм Смитты француз мәғрифәтселәре менән таныштыра. Парижда ул Франсуа Кенэның «антресоль клубында» була, йәғни физиократтарҙың фекерҙәре менән яҡындан таныша; шаһитламалар буйынса, ул был йыйылыштарҙа һөйлүгә ҡарағанда күберәк тыңлаған. Әммә ғалим, яҙыусы аббат Морелле мемуарҙарында Смиттың таланты месье Тюрго тарафынан бик баһаланыуы тураһында яҙған; ул Смит менән бер нисә тапҡыр осрашып, сауҙа теорияһы, банктар, дәүләт кредиты һәм башҡа ҙур һорауҙар тураһында әңгәмәләшкән [20]. Хатлашыуҙарҙан билдәле булыуынса, Смит шулай уҡ с д’Аламбер һәм Гольбах менән аралашҡан, бынан тыш, мадам Жофрен һәм мадемуазель Леспинас салондарында, Гельвеций эргәһендә булған[13][14].
Физиократтарҙың Смитҡа йоғонтоһо мәсьәләһе бәхәсле булып ҡала; Дюпон де Немур фекеренсә, «Халыҡтар байлығы»ның төп идеялары ҡайҙандыр алынған, шунлыҡтан профессор Кэннан тапҡан Глазго студентының лекциялары Смиттың төп идеялары француз сәйәхәтенә тиклем үк булғанлығын иҫбатлаған дәлил булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә.[13][14].
Франциянан ҡайтҡас, Смит ярты йыл, 1767 йылдың яҙына тиклем, Лондонда ҡаҙналыҡ канцлеры лорд Тауншендтың рәсми булмаған кәңәшсеһе сифатында эшләй, ошо ваҡыт эсендә уд Лондон король йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана һәм таныштары даирәһенә Эдмунд Бёркты (сәйәси эшмәкәр), Сэмюэл Джонсонды (әҙәби тәнҡитсе), Эдуард Гиббонды (тарихсы) һәм, быныһы бер аҙ икеле, Бенджамин Франклинды өҫтәй. 1767 йылдың яҙынан алып ул алты йыл буйы Керколдиҙа бикләнеп йәшәй, сөнки «Халыҡтар байлығы» китабы өҫтөндә эшләй. Китапты үҙ ҡулы менән түгел, секретарға әйтеп яҙҙыра, шунан ҡулъяҙманы эшкәртә, төҙәтә һәм ҡабат күсереп яҙырға бирә. Ул ялҡытҡыс бер төрлө һәм көсөргәнешле эштең һаулығын ҡаҡшатыуына зарлана, һәм 1773 йылда, Лондонға китергә сығыр алдынан, хатта Юмға әҙәби мираҫына хоҡуҡты тапшырыуҙы рәсмиләштерә. Ул Лондонға әҙер ҡулъяҙма менән китеп барыуына инанған була, әммә ғәмәлдә Лондонда яңы статистик мәғлүмәттәрҙе һәм башҡа публикацияларҙы иҫәпкә алып, төҙәтеүҙәр һәм өҫтәләмәр индереүгә тағы ике йлы китә. Эшкәртеү барышында ул аңлауҙы еңелләштереү маҡсатында башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәренә һылтанмаларҙың күбеһен алып ташлай[13][14].
Смиттың «Тәбиғәт һәм халыҡтарҙың байлығы сәбәптәре тураһында тикшеренеүҙәр» китабы 1776 йылда баҫылып сыға. Смит был китабы менән бөтә донъяла билдәлелек ала. Китапта тулы иҡтисади иректә иҡтисадтың нисек үҫеү мөмкинлеге анализлана һәм быға ҡаршылыҡ тыуҙырған бөтә сәбәптәр фашлана. Китапта laissez-faire концепцияһы (иҡтисади үҫеш ирке принцибы) нигеҙләнә, индивидуаль эгоизмдың социальфайҙалы роле күрһәтелә, етештереүсәнлекте һәм милли муллыҡты үҫтереү өсөн хеҙмәт бүленешенең һәм баҙар киңлегенең айырыуса ҙур әһәмиәте билдәләнә. «Халыҡтар байлығы» иҡтисадты ирекле эшҡыуарлыҡ доктринаһына нигеҙләнгән фән булараҡ аса.
1778 йылда Смит Шотландияның Эдинбургтағы биш таможня комиссарының береһе итеп тәғәйенләнә. Ул заман өсөн бик юғары булған 600 фунт стерлинг оклад менән дә ул бик ябай тормош рәүеше алып барыуын дауам итә. Аҡсаһын хәйриәлеккә тотона; вафатынан һуң берҙән-бер зиннәтле әйбер булып ғүмере буйына йыйған китапханаһы ҡала. Хеҙмәтенә ул етди ҡарай, был фән менән шөғөлләнеүгә ҡамасаулай. Тәүҙә ул өсөнсө китабын, мәҙәниәттең һәм фәндең дөйөм тарихын яҙырға ниәтләнә. Үлеменән һуң автор һаҡлап ҡалған хеҙмәте - астрономия һәм фәлсәфә тарихы, шулай уҡ нәфис сәнғәттәр тураһындағы яҙмалары баҫылып сыға. Ҡалған барлыҡ архивы уның талабы буйынса яндырыла. Смит иҫән саҡта «Әхлаҡи хис-тойғолдар теорияһы» — 6 тапҡыр, ә «Халыҡтар байлығы» 5 тапҡыр баҫылып сыға; «Байлыҡ»тың өсөнсө баҫмаһы ныҡ ҡына тулландырылған була, шул иҫәптән «Меркантилистик система тураһында һығымта» өҫтәлә. Эдинбургта Смиттың үҙ клубы була, йәкшәмбеләрҙә ул дуҫтары өсөн киске табындар ойоштора, башҡалар менән бергә кенәз ҡатын Екатерина Дашковала ла була[13][14]. Смит Эдинбургта ҡаты эсәк ауырыуынан 1790 йылдың 17 июлендә вафат була.
Адам Смит уртасанан ҡалҡыуыраҡ буйлы; дөрөҫ йөҙ һыҙатлы, һорғолт-зәңгәр күҙле, тура танаулы, төҙ һынлы була. Күҙгә ташланып бармаған кейем, парик кейеп йөрөй, иңбашына бамбук трость элеп йөрөргә ярата, ҡайһы берҙә үҙ алдына һөйләнә[13][14].
Адам Смиттың идеялары
үҙгәртергәXVIII быуатта сәнәғәт етештереүенең үҫеше ижтимағи хеҙмәт бүленешенең үҫеүенә килтерә, был сауҙаның һәм аҡса әйләнешенең әһәмиәтен арттырыуҙы талап итә. Ғәмәлдәге хәл иҡтисад өлкәһендә хакимлыҡ иткән ҡараштар һәм тардициялар менән бәрелешә. Булған иҡтисади теорияларҙы ҡайтанан ҡарау талап ителә. Смиттың материализмы уға иҡтисади ҡанундарҙың объективлығы идеяһын формалаштырырға ярҙам итә[21].
Смит тышҡы сәйәси идаралыҡ түгел, ә эске иҡтисади механизмдар нигеҙендә ирекле баҙарҙың эшен аңлатҡан логик системаны тасуирлап яҙа. Был ҡараш әле булһа иҡтисади белемдең нигеҙе булып тора.
Смит «иҡтисад кешеһе» һәм «тәбиғи тәртип» концепцияларын төҙөй. Смит иҫәпләүенсә, кеше бөтә йәмғиәттең нигеҙен тәшкил итә, һәм ул кешенең шәхси файҙа алыуға этәргес мотивтары һәм ынтылышы менән тәртибен тикшерә. Смит ҡарашынса, тәбиғи тәртип — ул һәр кеше үҙенең шәхси мәнфәғәттәрен алға ҡуйған һәм шулар суммаһынан йәмғиәт мәнфәғәтәре хасил булған баҙар мөнәсәбәттәре. Смитса, ошондай тәртип һәр айырым кешенең дә, тотош йәмғиәттең дә байлығын, муллығын һәм үҫешен тәьмин итә[21].
Тәбиғи тәртип йәшәһен өсөн «тәбиғи ирек системаһы» талап ителә, уның нигеҙен Смит шәхси милектә күрә.
Смиттың иң билдәле афоризмы — «күҙгә күренмәҫ ҡул» — ресусртарҙы бүлгәндә һөҙөмтәле рычаг булып торған эгоизмға нигеҙләнгән системаның үҙаллылығын һәм үҙ-үҙе өсөн етерлек булыуын күрһәткән фраза. Шулай итеп, «күҙгә күренмәҫ ҡул» етештереүселәрҙе башҡа кешеләрҙең мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыуға, ә бөтәһен бергә — бөтә йәмғиәттең байлығын үҫтереүгә «этәрә».
Ресурстар иһә, табыш биргән «сигнал системаһы» йоғонтоһо аҫтында, ихтыяж һәм тәҡдим системаһы аша уларҙы ҡулланыу айырыуса отошло булған өлкәләргә ағыла. Смит етештереүҙең һәр факторының — эш хаҡы, процент һәм рентаның — хаҡының ниндәйҙер бер тәбиғи кимәле урынлашыу проблемаһын ҡарай. Был кимәлдәр «тәбиғи» хаҡ теорияһы өсөн принципиаль әһәмиәткә эйә була, сөнки һәр тауарҙың хаҡы ул хаҡ һәр факторҙың «тәбиғи» килем кимәленән барлыҡҡа килһә генә «тәбиғи» була. Смиттың тикшеренеүҙәре һәр фактор буйынса килемдәрҙе бүлеү теорияһы үҫешенә, етештереүҙең һәр факторының килемдәрен асыҡлау өсөн сикке етештереүсәнлек принцибын ҡулланыуға башланғыс һала [источник не указан 1278 дней].
Смит тауарҙың ҡиммәтен уның файҙалылығы менән аңлатҡан теорияны тәнҡитләй («Адам Смит парадоксы»). Уның сығымдар теорияһында примитив йәмғиәттә ҡиммәт — түгелгән хеҙмәт менән, ә үҫешкән йәмғиәттә эш хаҡының, табыштың һәм рентаның тәбиғи нормаһы менән билдәләнә[22].
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Лекции по риторике и написанию писем (1748 год)
- Теория нравственных чувств (1759 год)
- Лекции по риторике и написанию писем (1762—1763, опубликованы в 1958 году)
- Лекции по юриспруденции (1766 год)
- Исследование о природе и причинах богатства народов (1776 год)
- Сообщение о жизни и работах Дэвида Юма (1777 год)
- Мысли о состоянии соревнования с Америкой (1778 год)
- Эссе на философские темы (1785 год)
- Система двойного вложения (1784 год)
Рус телендәге баҫмалар
үҙгәртергә- Смит А. Исследование о природе и причинах богатства народов. / Вступит. статья и комментарий В. С. Афанасьева. — М.: Издательство социально-экономической литературы, 1962. — 684 с.
- Смит А. Исследование о природе и причинах богатства народов (книги I—III). / Пер. с англ, вводная статья и комментарии Е. М. Майбурда. — М.: Наука, 1993. — 572 с.
- Смит А. Исследование о природе и причинах богатства народов. — М.: Эксмо, 2007. — (Серия: Антология экономической мысли) — 960 с. — ISBN 978-5-699-18389-0.
- Смит А. Теория нравственных чувств. — М.: Республика, 1997. — 352 с. — (Серия: Библиотека этической мысли). — ISBN 5-250-02564-1.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Lundy D. R. The Peerage (ингл.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118615033 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Смит Адам // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Adam Smith // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ Adam Smith // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ https://www.britannica.com/biography/Adam-Smith
- ↑ https://link.springer.com/chapter/10.1057/9780230511194_1
- ↑ 9,0 9,1 9,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ https://www.college.columbia.edu/core/content/adam-smith
- ↑ W. Bagehot. Historical Essays. — NY, 1966. — P. 79.
- ↑ Alexander Gray. Adam Smith. — London, 1948. — P. 3.
- ↑ 13,00 13,01 13,02 13,03 13,04 13,05 13,06 13,07 13,08 13,09 13,10 13,11 13,12 13,13 Аникин А. В. Шотландский мудрец: Адам Смит // Исследование о природе и причинах богатства народов. — М.: Эксмо, 2009. — С. 879—901. — 960 с. — (Антология экономической мысли). — ISBN 9785699183890.
- ↑ 14,00 14,01 14,02 14,03 14,04 14,05 14,06 14,07 14,08 14,09 14,10 14,11 14,12 14,13 Аникин А. В. глава 9 // Юность науки. — М., 1971.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Bussing-Burks 2003
- ↑ 16,0 16,1 16,2 Rae 1895
- ↑ Buchholz 1999
- ↑ Смит // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Robert L. Heilbroner. Adam Smith (Scottish philosopher) (ингл.). Encyclopædia Britannica, Inc.. Дата обращения: 18 декабрь 2016.
- ↑ A. Morellet. Memoires sur le XVIII-e siecle et sur la revolution francaise. — Paris, 1822. — Т. I. — С. 244.
- ↑ 21,0 21,1 Г. А. Шмарловская и др. История экономический учений. Учебное пособие для вузов. — 5. — Минск: Новое знание, 2006. — С. 59—61. — 340 с. — (Экономическое образование). — 2010 экз. — ISBN 985-475-207-0.
- ↑ Смит, Адам // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Аникин А. В. Глава 1. Адам Смит // Всемирная история экономической мысли: В 6 томах / Гл. ред. В. Н. Черковец. — М.: Мысль, 1988. — Т. II. От Смита и Рикардо до Маркса и Энгельса. — 574 с. — 20 000 экз. — ISBN 5-244-00038-1.
- Аникин А. В. Адам Смит. — М.: Молодая гвардия, 1968. — 256 с. — (ЖЗЛ)
- Аникин А. В. Юность науки: Жизнь и идеи мыслителей-экономистов до Маркса. — 2-е изд. — М.: Политиздат, 1975. — С. 183—224. — 384 с. — 50 000 экз.
- Блауг М. Адам Смит // Экономическая мысль в ретроспективе = Economic Theory in Retrospect. — М.: Дело, 1994. — С. 32—61. — XVII, 627 с. — ISBN 5-86461-151-4.
- Блауг М. Смит, Адам // 100 великих экономистов до Кейнса = Great Economists before Keynes: An introduction to the lives & works of one hundred great economists of the past. — СПб.: Экономикус, 2008. — С. 279—283. — 352 с. — (Библиотека «Экономической школы», вып. 42). — 1 500 экз. — ISBN 978-5-903816-01-9.
- Люксембург Р. Глава вторая. Анализ процесса воспроизводства у Кенэ и у Адама Смита // Накопление капитала: Том I и II. — 5-е изд. — М.-Л.: Соцэкгиз, 1934. — С. 18—30. — XLIV, 463 с.
- Сафлор — Соан. — М. : Советская энциклопедия, 1976. — 640 с. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 23).
- Туган-Барановский М. И. Очерк II. Адам Смит // Очерки из новейшей истории политической экономии: (Смит, Мальтус, Рикардо, Сисмонди, историческая школа, катедер-социалисты, австрийская школа, Оуэн, Сен-Симон, Фурье, Прудон, Родбертус, Маркс). — СПб.: Изд. журнала «Мир божий», 1903. — С. 28—45. — X, 434 с.
- Туган-Барановский М. И. Смит, Адам // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- . — ISBN 1-881508-72-2.
- . — ISBN 0722226586.
- . — ISBN 0140283137.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Артемьева Т. В. Адам Смит в России.// Философский век. — вып. 19. — с. 39-66 2013 йыл 26 март архивланған. (2002)
- Библиография А. Смита (инг.)
- Адам Смит // Economicus.ru