Ситарроса Альфредо

Уругвай йырсыһы, композитор, шағир, яҙыусы һәм журналист. Уругвай һәм бөтә Латин Америкаһы музыкаһы тарихында иң әһәмиәтле шәхестәрҙең бер

Альфредо Ситарроса (исп. Alfredo Zitarrosa; 10 март 1936 — 17ғинуар 1989) — Уругвай йырсыһы, композитор, шағир, яҙыусы һәм журналист. Уругвай һәм бөтә Латин Америкаһы музыкаһы тарихында иң әһәмиәтле шәхестәрҙең береһе.

Ситарроса Альфредо
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Уругвай
Тыуған көнө 10 март 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2][3]
Тыуған урыны Монтевидео, Уругвай[3]
Вафат булған көнө 17 ғинуар 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3] (52 йәш)
Вафат булған урыны Монтевидео, Уругвай
Үлем сәбәбе перитонит[d]
Һөнәр төрө шағир, композитор, журналист, яҙыусы, радио алып барыусы, йырсы, йырҙар авторы
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Дискография Alfredo Zitarrosa discography[d]
Жанр шиғриәт, милонга[d], аргентинская самба[d] һәм candombe[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Tonal[d] һәм Orfeo[d]
Рәсми сайт zitarrosa.org[4]
 Ситарроса Альфредо Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Альфредо Ситарросаны 1936 йылдың 10 мартында ирһеҙ ҡатын Хесуса Бланка Ниеве Ирибарне донъяға килтерә. Альфредо Уругвайҙың Монтевидео ҡалаһында Перейра Россель госпиталендә тыуа. Тапҡандан һуң күп тә үтмәй, әсә улын Карлос Дуран менән Дорайселья Карбахаль ғаиләһенә тәрбиәгә бирә. Яңы ата-әсәнән ул Альфредо «Почо» Дуран тигән исем-шәриф ала. 1944 менән 1947 йылдар араһында ғаилә Сантьяго Васкесҡа күсә. Уллыҡҡа алған атаһы һәм әсәһе Альфредоны йыш ҡына Тринидад (Флорес департаментының баш ҡалаһы) эргәһендәге биҫтәгә йөрөтә. Бында Дорайселья Карбахаль тыуып үҫкән була. Был сәфәрҙәр малайҙа яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра һәм артабан уның репертуарына ҙур йоғонто яһай: уның күп йырҙары крәҫтиән ритмдарына һәм көйҙәренә нигеҙләнә.

Һуңыраҡ ғаилә Монтевидеоға ҡайта. Үҫмер йылдарында Альфредо үҙенең туған әсәһе һәм уның ире аргентин Николас Ситарросе менән йәшәй, уның фамилияһын ала. Монтевидеонан алыҫ түгел урында йәшәгән Альфредо мәктәпкә уҡырға баш ҡалаға йөрөй, тиҙҙән унда бөтөнләйгә күсә. Ул тәүҙә Дурандарҙа, унан һуң миссис Эма пансионында тора. Был пансиондың бинаһы үҙ әсәһе Бланка Ирибарне милкендә була. Йәш егет төрлө урында, шул иҫәптән мебель магазинында, медицина йәмғиәтендә, сиркәүҙә һәм типографияла эшләй.

 
Монтевидеола Альфредо Ситарроса һәйкәле

1954 йылда радиола тапшырыуҙар алып барыусы була, яңылыҡтарҙа ла, уйын-көлкө тапшырыуҙарында ла эшләй, шулай уҡ актёр сифатында ла сығыш яһай. Шул ваҡытта уҡ ул «Марча» (Marcha) журналы өсөн шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр яҙа, был баҫмала журналист та булып хеҙмәт итә.

Шарттар уны Перуға илтә. 1954 йылдың 20 февралендә Перуҙың Channel 13 (Panamericana Television) телеканалында йырсы булараҡ дебют сығышы яһай. Ситарроса былай тип хәтерләй:

«Минең аҡсам юҡ ине, ләкин дуҫтарым күп ине. Шулай килеп сыҡты: уларҙың береһе, Сесар Дуранд, мәғлүмәт агентлығы тота ине, һәм мин көтмәгәндә телевизион тапшырыуға эләктем, унда миңә йырларға тура килде. Ике йыр өсөн миңә 50 доллар түләнеләр. Был сюрприз булды һәм миңә бер аҙ аҡса эшләргә юл асты».

Тиҙҙән ул Боливияның Radio Altiplano радиоһында, шунан Монтевидеола бер нисә программа алып бара. Ошо сығыштары арҡаһында ул 1966 йылда Аргентинаға Festival of Cosquinға саҡырыла.

Карьераһының башынан уҡ ул Латин Америкаһы популяр музыкаһында бөйөк тауыштарҙың береһе тип таныла, тауышында фольклор һәм «һул» тамырҙар шәйләнеп тора. Ҡуйы тембр менән гитарала аккомпанементлауға ирҙәрсә тотанаҡлы башҡарыу манераһы өҫтәлә, һәм был ҡушылма уның фирма билдәһенә әүерелә.

Уругвайҙың «Киң фронт» (Frente Amplio) тигән һул партияһы менән бәйленештә тороу арҡаһында илдән сығып китергә мәжбүр була, ә йырҙары Уругвайҙа, Аргентинала һәм Чилиҙа тыйыла. 1976 йылдың февраленән ул тәүҙә Аргентинала, шунан Испанияла, артабан Мексикала йәшәй.

Фокленд һуғышынан һуң, Аргентинала Ситарроса музыкаһын тыйыу туҡтатылғас, йырсы Буэнос-Айресҡа ҡайта. Унда 1983 йылда Obras Sanitarias аренаһында өс билдәле концертын бирә. Бер йылдан Уругвайға ҡайта, уны бик йылы ҡаршы алалар. 1984 йылдың мартында уның беренсе концерты була, уны һуңынан йырсы үҙ тормошоноң «иң мөһим тәжрибәһе» тип атай.

1989 йылдың 17 ғинуарында тыуған ҡалаһы Монтевидеола эсәк инфарктынан башланған перитониттан үлә.

Ситарросаның иң билдәле әҫәрҙәре араһында «Dona Soledad» («Яңғыҙлыҡ ханым»), «Crece desde el Pie» («Аяҡтан үҫкән»), «Recordandote» («Һине хәтерләп»), «Stefanie», «Adagio a mi pais» («Тыуған яғым адажиоһы»), «Zamba por vos» («Һеҙҙең өсөн замба»), «El violin de Becho» («Бечо скрипкаһы»), «Guitarra negra» («Ҡара гитара») бар.

«Explicaciones» («Аңлашыуҙар») китабы өсөн Монтевидео ҡалаһы инспектораты уны 1959 йылда «Municipal Poetry Award» премияһы менән бүләкләй. Ә автор ул китабын баҫтырырға уйламаған да була. Икенсе китабы «Por si el recuerdo» («Әгәр хәтерләһәм») тип атала һәм 1988 йылда нәшер ителә, унда Ситарросаның хикәйәләре инә.

Ситарроса ижадында автобиографик мотивтар ҙур әһәмиәткә эйә була. Мәҫәлән, «Pájaro rival» («Фетнәсе ҡош») йырында Ситарросаның тәрән экзистенциаль борсолоуы, хатта үлем яҡынлашыуын тойоуы сағылған, ул, ысынлап та, композицияны яҙҙырғандан һуң тиҙҙән вафат була.

«Explicacion de mi amor» («Мөхәббәтемде аңлатыу») тигән йырында унан баш тартҡан биологик ата-әсәһенә мөнәсәбәте, уларҙы ғүмер буйы һәр саҡ һиҙеп йәшәүе сағыла.

Mi padre serás, como fuiste mi padre,

un gameto en la grieta cerrada del tiempo…

Mas mientras te busque en las cosas,

en tanto regreses sin que yo te llame o te olvide,

te pido que limpies mi amargo dolor;

por favor, que no sigas muriendo.

Атайым булдың, атайым булып ҡалырһың,

Гамета ваҡыттың ябыҡ сатнағында...

Ләкин мин һине һәр нәмәлә эҙләгән сағымда,

Саҡырһам да, онотһам да, һаман әйләнеп ҡайтҡан сағыңда,

Үтенәм, әсе һыҙланыуымды имлә һин,

Зинһар, үлеүҙән туҡта.

Үҙен тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә килгәндә, Карлос Дуран тураһында ул былай тип яҙа:

«Карлос минең атайым түгел ине, һәм мин быны белә инем. Иң яҡшы дуҫым булырға ул үтә ҡарт ине, әммә тол ҡалғас, ул мине үҙенә йәшәргә саҡырҙы. Ул ҡабул ителгән атай булыуға ҡарағанда күберәк ағай булды, һәм мин ахырғаса уның менән булдым, кәүҙәһен Хәрби госпиталь моргынан алып, туғандары менән бергә ерләштем. Уның табуты үкереүле гөрһөлдәү менән Бусеолаға Полиция зыяратындағы соҡор төбөнә төштө».

Ситарроса төрлө эштә, шулай уҡ полицейский ҙа булып эшләгән Карлос Дуранға «Chamarrita de los milicos» («Һалдаттар тураһында камаррита») тигән билдәле бер йырын бағышлай. Композитор хәтерләүенсә, йыр «1970 йылдың 27 ғинуарында бар эргәһендә яҙылды. Был көндө ҡыҙым Карла Мориана тыуғайны, һәм йыр уның олатаһы була алмаған кеше, мине тәрбиәгә алған атайым Карлос Дуран тураһында ине. Ул Полковник „Колорадо“ның улы була, ә ахырҙа ғүмерен 40-сы йылдарҙа полицияла эшләү менән осланы. Беҙ фәҡир торҙоҡ. Мин уның ҙур револьверын хәтерләйем, ул һәр кис йә һәр иртән, сменаһына ҡарап, уның яһағын алып, кобураһын сисеп, шкаф башына һала торғайны. Һәр ваҡыт айырым ятҡан пулялар еҫе әсәйем шкафта һаҡлаған бөтә әйберҙәргә тарала ине. Мин уларҙың нисек алынғанын, эсендә уны шул тиклем ҡурҡынысҡа әйләндерерлек нимә барлығын бөтөнләй белмәй ине. Әммә был пуляларҙы һәм револьверҙы, беҙҙең ябай ғына йорттоң хазинаһын, миңә әйтеүҙәренсә, дәүләт милкен, атайым ниндәйҙер бер йәшерен ғорурлыҡ менән йөрөтә ине».

Chamarrita cuartelera,

no te olvides que hay gente afuera,

cuando cantes pa’ los milicos,

no te olvides que no son ricos,

y el orgullo que no te sobre,

no te olvides que hay otros pobres.

Казармалар йыры,

теге кешеләрҙе онотма,

һалдаттар өсөн йырлағанда,

уларҙың ярлы икәнен онотма,

ғорурлыҡтары ла артыҡ сығып бармай,

башҡа фәҡирҙәр барлығын да онотма.

Ситарросаның күп йырҙарында тәрбиәгә алған әсәһенең тыуған яғына барғанда танышҡан ауыл тормошон яҡындан белеүе күренеп тора, айырыуса әсәһенең ағаһы Хосе Пепе Карбахалдә ҡунаҡ булыу оҡшай уға. Шағирҙың иҫтәлектәренән:

«Йәйге каникуда мин илдең йөрәгенә, Тринидадҡа, Флорес департаментының баш ҡалаһына, бара торғайным, ундағы ҙур ер биләмәләрендә башлыса һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнәләр ине. Хәтерләүемсә, 12 йәшем тулғансы мин һәр йәйҙе шунда үткәрә инем. Әлбиттә, нәҡ шунда атта йөрөргә, һыйыр һауырға, һунарға йөрөргә өйрәндем».

Былар бөтәһе лә Ситарросаның үҙенең холҡона ла, йырҙарына ла крәҫтиән һыҙаттары өҫтәй. Миҫал — «Mi tierra en invierno» («Ерем ҡышҡыһын») тигән милонгаһы, унда шағир ауыл тормошон, мал-тыуар ҡарауҙы, төрлө фермер операцияларын яҡшы белгәнен күрһәтә.

Бик йәш сағында Альфредо Монтевидеола зыярат янындағы бер йортта йәшәп ала, «Coplas del canto» («Йыр куплеттары») тигән шиғырында шул ваҡытты иҫкә ала:

De tanto vivir frente

del cementerio

no me asusta la muerte

ni su misterio.

Бик-бик оҙаҡ ваҡыт

зыярат янында йәшәп,

үлемдән дә ҡурҡмайым мин,

уның серенән дә.

«Candombe del olvido» («Онотоу кандомблеһы») әҫәрендә лә йәшлек хәтирәләре сағыла:

Ya no recuerdo el jardín de la casa,

ya nadie me espera en la plaza.

Suaves candombes, silencios y nombres

de otros; se cambian los rostros.

Quién me dará nuevamente mi voz inocente,

mi cara con lentes.

Cómo podré recoger las palabras habladas,

sus almas heladas.

Qué duros tiempos, el ángel ha muerto,

los barcos dejaron el puerto.

Tiempo de amar, de dudar, de pensar y luchar,

de vivir sin pasado.

Йорт янындағы ул баҡсаны мин бүтән иҫләмәйем,

Майҙанда мине бер кем көтмәй.

Яғымлы кандомбле, тынлыҡ

һәм ят исемдәр; йөҙҙәр үҙгәргән.

Миңә кем ҡайтарыр саф тауышымды,

Күҙлекле йөҙөмдө,

Әйтелгән һүҙҙәрҙе һәм ҡатып ҡалған күңелдәрҙе

Кем бергә йыя алыр.

Ауыр саҡтар ине, фәрештә үлде,

Караптар портты ташлап китте.

Яратырға, шикләнергә, уйларға, көрәшергә,

үткәндәрһеҙ йәшәргә ваҡыт етте.

«El Violin Del Becho» йырын Ситарроса скрипкасы дуҫы Карлос Эйсмендиға (Carlos Eismendi) бағышлай, Бечо ҡушаматлы был музыкант композитор менән хеҙмәттәшлек итә. Ул классик музыка донъяһында танылып өлгөрә: Германияла скрипкасылар конкурсында беренсе урынды ала, илендә лә, башҡа илдәрҙә лә төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Әммә уны, әлбиттә, Альфредо Ситарроса менән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек үлемһеҙ итә. Легенда буйынса, «El Violin Del Becho» шиғырын яҙғас, уны Бечоның үҙенә күрһәтә, ә тегегә ул вариант оҡшап етмәй. Шунан Ситарроса тексты ҡайтанан яҙа. Был легенда, моғайын, хәҡиҡәткә яҡындыр, сөнки Интернетта был йыр тексының икенсе варианты ла осрай.

Becho toca el violín en la orquesta,

cara de chiquilín sin maestra,

y la orquesta no sirve, no tiene

más que un solo violín que le duele.

Porque a Becho le duelen violines,

que son como su amor, chiquilines;

Becho quiere un violín que sea hombre,

que al dolor y al amor no los nombre

Becho tiene un violín que no ama,

pero siente que el violín lo llama,

por la noche como arrepentido,

vuelve a amar ese triste sonido.

Mariposa marrón de madera,

niño violín que se desespera,

cuando Becho no toca y se calma,

queda el violín sonando en su alma.

Porque a Becho le duelen violines,

que son como su amor, chiquilines;

Becho quiere un violín que sea hombre,

que al dolor y al amor no los nombre.

Vida y muerte, violín, padre y madre;

canta el violín y Becho es el aire,

ya no puede tocar en la orquesta,

porque amar y cantar eso cuesta.

Бечо оркестрҙа скрипкала уйнай,

Юғалған баланыҡылай йөҙө

Һәм уның өсөн оркестр ҙа юҡ,

Берҙән-бер скрипкаһы ғына бар, тик уның тураһында күңеле һыҙлана.

Сөнки Бечо скрипкалар өсөн борсола,

Уның өсөн улар бала кеүек.

Бечо скрипканың (бары тик) кеше булыуын теләр ине,

Ә һыҙланыу һәм һөйөү тураһында йырламаһын ине.

Бечоның яратмаған скрипкаһы бар ине,

Тик барыбер саҡырыуын ишетер ине,

Төндәрен выжданы ғазаплауҙан йонсоп,

Был моңһоу ауаздарға ҡабат ғашиҡ булыр ине.

Ҡыҙыл ағастан күбәләк

Скрипка — ғазаплы бала.

Бечо уйнап туҡтағас һәм тынысланғас,

Скрипка уның күңелендә яңғырай.

Сөнки Бечо скрипкалар өсөн борсола,

Уның өсөн улар бала кеүек.

Бечо скрипканың (бары тик) кеше булыуын теләр ине,

Ә һыҙланыу һәм һөйөү тураһында йырламаһын ине.

Йәшәү һәм үлем, ата һәм әсә хаҡына

Скрипка йырланы, тик Бечоны бушҡа саҡырҙы,

Башҡаса мин оркестрҙа йырлай алмам,

Йырлау һәм һөйөү — был бик ауыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә