Силантьев Александр Петрович

Силантьев Александр Петрович (23 август 1918 йыл — 10 март 1996, Мәскәү) — совет хәрби эшмәкәре, авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы.

Силантьев Александр Петрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 23 август 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]
Тыуған урыны Екатеринбург, Пермь губернаһы, Совет Рәсәйе[1]
Вафат булған көнө 10 март 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание Маршал авиации[d]
Командалыҡ иткән Военно-воздушные силы Российской Федерации[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени
 Силантьев Александр Петрович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Силантьев Александр Петрович 1918 йылдың 23 авгусында Екатеринбург ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Урыҫ. Урта мәктәптең 7 класын тамамлай. 1934 йылдан Свердловскиҙа «Металлист» заводында слесарь булып эшләй. Бер үк ваҡытта авиация спорты менән шөғөлләнә: 1935 йылдың сентябренән — Первоуральск планер станцияһының инструктор-планерисы, 1937 йылдың апреленән — Свердловск аэроклубы инструкторы.

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем хәрби хеҙмәте үҙгәртергә

1938 йылда Ҡыҙыл армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылда Сталинград хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай. Көнбайыш Айырым хәрби округында 153-сө истребитель авиация полкында хеҙмәт итә. И-153 истребителендә оса.

Бөйөк Ватан һуғышы үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышында беренсе көндән үк, 1941 йылдың 22 июнендә бер нисә хәрби осош яһай. Көнбайыш фронтта һуғыша. 1941 йылдың 23 июнендә беренсе еңеүгә өлгәшә. 1941 йылдың авгусында 160-сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры урынбаҫары итеп күсерелә, һуңынан ошо полктың штурманы була. Полк составында Лагг-3 истребителендә Ленинград һәм Волхов фронттарында һуғыша. Һуғыштың тәүге айҙарында тигеҙ булмаған һауа һуғыштарында үҙен яҡшы күрһәтә. 1941 йылдың 29 октябрендә бер алышта ике ике Ju-88 немец бомбардировщигын бәреп төшөрә. 1941 йылдың декабренә 203 хәрби осош яһай, уларҙа шәхсән дошмандың 7 самолетын бәреп төшөрә. Был батырлығы өсөн СССР Юғары Советы президиумы указы менән Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Силантьев Александр Петрович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Коллектив авторов. История командного факультета Военно-Воздушной академии имени Ю. А. Гагарина / В. Е. Зенков. — Москва: ЗАО СП «Контакт РЛ», 2007 год. — С. 246. — 368 с. — ISBN 5-902908-02-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә