Рокфеллер Джон Дэвисон

Джон Дэвисон Рокфеллер[12] (ингл. John Davison Rockefeller; 8 июль 1839(18390708), Ричфорд[en], Нью-Йорк штаты — 23 май 1937, Ормонд-Бич[en], Флорида) — Америка эшҡыуары, филантроп, кешелек донъяһы тарихында беренсе рәсми доллар миллиардеры[13][14].

Рокфеллер Джон Дэвисон
ингл. John D. Rockefeller
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары[3][4][5][…]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. John Davison Rockefeller
Тыуған көнө 8 июль 1839({{padleft:1839|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][6][7][…]
Тыуған урыны Ричфорд[d], Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Вафат булған көнө 23 май 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1][6][7][…] (97 йәш)
Вафат булған урыны Ормонд-Бич[d], Флорида, Америка Ҡушма Штаттары[8][9]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе ишемическая болезнь сердца[d]
Ерләнгән урыны Лейк-Вью-Семетери[d]
Атаһы Уильям Рокфеллер[d][10]
Әсәһе Элиза (Луиза) Дэвисон[d][10]
Бер туғандары Frank Rockefeller[d] һәм Уильям Рокфеллер мл.[d][10]
Хәләл ефете Рокфеллер, Лаура Спелман[d][10]
Балалары Джон Дэвисон Рокфеллер[d][11], Элизабет Рокфеллер[d], Альта Рокфеллер Прентис[d] һәм Эдит Рокфеллер Маккормик[d]
Нәҫеле Рокфеллеры[d]
Туған тел инглизсә
Сығышы Германия
Һөнәр төрө эшҡыуар, бухгалтер, банкир
Уҡыу йорто Ченслерский университет[d]
Bryant & Stratton College[d]
Әүҙемлек урыны Кливленд[2] һәм Нью-Йорк
Сәйәси фирҡә ағзаһы Республиканская партия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре baike.sogou.com/v4997475…
Оценка финансового состояния 663 400 000 $
 Рокфеллер Джон Дэвисон Викимилектә

1870 йылда Standard Oil компанияһына нигеҙ һала һәм 1897 йылда рәсми рәүештә пенсияға сыҡҡанға тиклем уға идара итә[15]. Standard Oil компанияһы Огайо штатында Джон Рокфеллер, уның ҡустыһы Уильям Рокфеллер, Генри Флэглер, Джабез Боствик, химик Сэмьюэл Эндрюс һәм тауыш биреү хоҡуғы булмаған партнер Стефан Харкенсберҙарҙың партнерҙар компанияһы булараҡ асыла. Кәрәсин менән бензинға ихтыяж ҡырҡа артҡанға күрә, Рокфеллерҙарҙың байлығы ла арта. Һәм ул донъялағы иң бай кеше булып китә, вафаты мәлендә уның мөлкәте 1,4 миллиард АҠШ доллары (1937 йыл номиналы) йәки АҠШ-тың Эске Тулайым Продуктының 1,54 процентын тәшкил итә[16][17][18][19][20]. Инфляцияны иҫәпкә алып, The New York Times уның байлығын 2006 йыл эквивалентында яҡынса 305 миллиард долларға баһалай[21], ә 2018 йыл эквивалентында 389 млрд доллар була.

Рокфеллер АҠШ филантроптарының береһе була, Рокфеллер Фонды, мәғарифҡа, медицина тикшеренеүҙәренә, атап әйткәндә, һары биҙгәк менән көрәшкә бик күп аҡса бүлә. Шулай уҡ у Чикаго һәм Рокфеллер университеттарына нигеҙ һала. Баптистар динен тота һәм бөтә ғүмере буйы сиркәүҙәренә хәйриә ярҙамы күрһәтә. Тырыш, маҡсатҡа ынтылышлы һәм бик тәҡүәле христиан булараҡ билдәләнә, уны шуның өсөн партнерҙары «Дьякон» тип йөрөтә. Ул һәр саҡ сәләмәт йәшәү рәүешен таратыу, алкоголь һәм тулыһынса тәмәке тартыуҙан баш тартыу яҡлы була[22]. Дүрт ҡыҙ һәм Рокфеллер фондына идара итеүҙе мираҫ итеп алған бер ул үҫтерә.

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә

Протестанттар Уильям Эвери Рокфеллер (13 октябрь, 1810 — 11 май, 1906) һәм Луиза Дэвисон (12 сентябрь, 1813 — 28 март, 1889) ғаиләһендә алты бала араһында икенсе бала булып донъяға килә[23][24]. Атаһы сығышы менән инглиз-немец, әсәһе — шотланд-ирланд. Ул Нью-Йорк штатының Ричфорд ҡалаһында тыуа. Атаһы тәүҙә урман ҡырҡыусы, һуңынан төрлө тораҡ пункттарына йөрөп сауҙа итеүсе, үҫемлектәрҙән эшләнгән төрлө дауа эликсирҙарын һатыу менән шөғөлләнгәне өсөн хатта үҙен «ботаника докторы» тип тә атай[25]. Күршеләре Джондың атаһын ауыр физик эш яратмаған сәйер кеше тип иҫәпләй. Асылда Уильям бик тәүәккәл кеше була, шуға ла ҙур булмаған капитал туплап, 3100 долларға ер участкаһы һатып алыуға өлгәшә. Әммә тәүәккәллек менән бергә унда алдан күрә белеүсәнлек тә була, шуға ер алыуҙан ҡалған аҡсаһын төрлө предприятиеларға һала. Джондың әсәһе Луиза йорт хужалығы тирәһендәге эштәрҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә ала, өҫтәүенә бик тәҡүәле баптист була. Ире йыш ҡына өйҙә булмағанға күрә, ул бик һаҡсыл булырға өйрәнә[26]. Иренең сәйерлеге һәм уға башҡа ҡатындар менән хыянат итеүенә лә иғтибар итергә тырышмай[27].

Аҙаҡ Рокфеллер кесе йәштән үк атаһының уға үҙе ҡатнашҡан предприятиелар, аҡса эшен алып барыу нескәлектәре тураһында һөйләүен хәтерләй: «Ул минән нимә булһа ла һатып алыу өсөн һатыулаша, ниндәйҙер хеҙмәт күрһәткән өсөн дә һатыулашып аҡса түләр булды. Хәҙер бына аңлайым: ул мине шулай итеп һатырға һәм һатып алырға өйрәткән икән. Ул миңә байығыу юлын күрһәткән!»

Джонға ете йәш тулғас, һатыу өсөн күркәләрҙе ашата башлай, күршеләренә картуф ҡаҙып та аҡса эшләй. Башҡарған эштәрен бәләкәй генә китапсыҡҡа яҙып бара.

Беренсе хеҙмәт хаҡына Рокфеллер матур итеп төпләнгән бухгалтерия китабын һатып ала, килемен һәм сығымдарын шунда теркәп бара. Был китапҡа ул бер аҙ тулҡынланыу һәм хөрмәт менән ҡарай һәм ғүмере буйы уны һаҡлай.

Эшләп алған аҡсаһын фарфор аҡса йыйғысҡа һала һәм 13 йәшендә таныш фермерға йыллыҡ процентын 7,5 % менән 50 доллар аҡса биреп тора. Атаһының тәрбиәһен әсәһе дауам итә, унан Джон эшлеклелеккә һәм тәртипкә өйрәнә. Уларҙың ғаиләһе ҙур була, Уильям Рокфеллерҙең эше гел генә уңышлы тамамлпанып тормай, шуға әсәһенә бар нәмәне бәрәкәтле итеп тотонорға тура килә.

Джон 13 ййәшендә Ричфорд ҡалаһы мәктәбенә уҡырға бара. Автобиографияһында уҡыуҙың уға еңел бирелмәүен, дәрес әҙерләү өсөн бик ныҡ тырышырға тура килеүен билдәләй. Рокфеллер мәктәпте уңышлы тамамлай һәм Кливленд ҡалаһы колледжына уҡырға инә һәм шунда бухгатерия һәм коммерция нигеҙҙәрен өйрәнә Тиҙҙән өс айлыҡ бухгалтер курстары уға күберәк белем бирәсәген аңлап, колледжағы уҡыуын ташлай.

Карьераһы

үҙгәртергә
 
Джон Рокфеллер 1875 йылда

1853 йылда Рокфеллерҙар ғаиләһе Кливлендҡа күсенә. Джон Рокфеллер, ғаиләлә өлкән балаларҙың береһе булараҡ, 16 йәшендә үк эш эҙләй башлай. Шул ваҡытҡа ул математиканы ярайһы уҡ яҡшы ғына белә һәм Кливленд ҡалаһында бухгалтерия буйынса өс айлыҡ күрстарҙы тамамлаған була. Алты аҙна эҙләгәндән һуң күсемһеҙ милек һәм диңгеҙҙә йөк һәм кеше ташыу менән шөғөлләнгән ҙур булмаған Hewitt & Tuttle компанияһына бухгалтер ассистенты булып урынлаша, тиҙҙән бухгалтер вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Ул үҙен тиҙ арала белемле профессионал итеп танытып өлгөрә, Hewitt & Tuttle компанияһы идарасыһы үҙ посынан киткәс, уның урынына шунда уҡ Рокфеллерҙы тәғәйенләйҙәр. Уға 600 долларлыҡ эш хаҡы ҡуйыла, ә бит элекке идарасыға айына 2000 доллар эш хаҡы түләгән булалар. Шуға күрә Рокфеллер был компаниянан китә, уның биографияһында ялланып эшләгән берҙән-бер осор була.

Шул мәлдә инглиз эшҡыуары Джон Морис Кларк берлектәге эште башлау өсөн 2000 доллар капиталы булған кампаньон эҙләй. Ә Рокфеллерҙың йыйылған аҡсаһы 800 доллар ғына була, етмәгән аҡсаны йылына 10 % арттырып түләү килешеүе буйынса атаһынан ала. 1857 йылдың 27 апрелендә «Кларк һәм Рочестер» компанияһының кесе партнеры булып китә, был компания бесән, иген, ит һәм башҡа тауарҙар һатыу менән шөғөлләнә. Шул йылдарҙа көньяҡ штаттар союздан сығыуҙары тураһында белдерә, һәм граждандар һуғышы башлана. Федерал властарға ҙур армияның ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә кәрәк була. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса киң масштаблы заказдарҙы үтәү өсөн старт капиталы булған 4000 доллар ғына етмәй, компанияға кредит алырға тура килә. Фирма бик йәш булыуға ҡарамаҫтан, Рокфеллер банк директорында ыңғай тәьҫораттар булдырыуға өлгәшә, һәм компанияға кредит бирелә.

1864 йылда Рокфеллер студент булған сағында уҡ танышҡан уҡытыусы Лаура Селестина Спелманға өйләнә. Лаура тәҡүәле булыуы менән бергә хәл торошон тиҙ арала аңлай белеүе менән айырылып тора. Рокфеллер уға шундай билдәләмә бирә: «Уның кәңәшенән башҡа мин фәҡир булып ҡалыр инем».

1850 йылдар аҙағында — 1860 йылдар башында кәрәсин лампалары киң таралыу ала һәм кәрәсин өсөн сеймал булған нефткә ихтыяж арта. Шул ваҡыт Рокфеллер нефть эшкәртеү мәсьәләре менән шөғөлләнгән һәм яҡтыртыу өсөн кәрәсиндең киң тараласағына инанған химик Самуэль Эндрюс менән таныша. Ә Рокфеллерҙы 1859 йылда Эдвин Дрейктың нефть ятҡылығын табыуы тураһындағы хәбәр ҡыҙыҡһындыра. Эндрюс һәм Рокфеллерҙы уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар берләштерә һәм улар тигеҙ хоҡуҡлылыҡ нигеҙендә нефть эшкәртеү буйынса яңы «Эндрюс һәм Кларк» компанияһына нигеҙ һала. Партнерҙар Кливлендта «Флэтс» исемле нефть эшкәртеү заводын аса. Нефть һәм әҙер продукцияны тимер юл буйлап ташый башлайҙар[28].

Oil Standard компанияһы 1870 йылда булдырыла. Рокфеллер нефть эҙләү менән шөғөлләнә башлай; эшмәкәрлегенең башынан нефть бизнесының һөҙөмтәле итеп ҡоролмауына иғтибар итә, шуға иң тәүге сиратта был йүнәлештәге эшен тәртип урынлаштырыуҙан башлай. Хеҙмәткәрҙәрен ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында уларға эш хаҡы урынына компанияның акцияларын премия итеп бирә башлай. Тәүге уставы фирманың эшен ойоштороу. Шуның өсөн улар һөҙөмтәлерәк эшләргә тырышасаҡтар, тип иҫәпләй.

Бизнес килем килтерә башлай, ә Рокфеллер башҡа нефть фирмаларын, әллә ни ҡыйбат тормаған ҙур булмаған предприятиеларҙы һатып алып үҙ ҡулына туплай. Бындай ысул американдарҙың күбеһенә оҡшамай. Рокфеллер тимер юл транспорты компаниялары менән юлға хаҡтарҙы көйләү тураһында килешә, шулай итеп, Standard Oil нефть ташыуҙа конкуренттарына ҡарағанда арзаныраҡ хаҡ түләүгә өлгәшә: ул нефтле бер мискәне ташыу өсөн 10 цент, ә конкуренттары — 35 цент түләй. Конкуренттары уға ҡаршы тора алмай, шуға улар йә Рокфеллер менән берләшеүҙе, йәки бөлөүҙе һайларға тейеш була. Күбеһе Standard Оil составына инергә ризалаша, алмашҡа уларға компанияның акциялары тапшырыла.

 
Oil Standard купоны(1887 йыл)

1880 йылға, күп һанлы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы компаниялар берләшеү сәбәпле, Америкалағы нефть сығарыуҙың 95 проценты Рокфеллер ҡулында туплана. Standard Oil монополист булып алғас, нефткә хаҡты бермә-бер күтәрә һәм ул заманда донъялағы иң ҙур компанияға әйләнә. 10 йылдан һуң монополияларға ҡаршы йүнәлтелгән Шерман законы Standard Oil-ды бүлгесләүҙе талап итә. Рокфеллерға бизнесын 34 бәләкәй предприятиеға бүлергә тура килә, әммә ул уларҙың һәр береһендә контроль пакеттың унда ҡалыуына өлгәшә, шулай итеп ул бизнесын һаҡлап та ҡала һәм капиталын да арттыра. Ғәмәлдә Американың бөтә эре нефть компаниялары, шул иҫәптән ExxonMobil, Chevron компаниялары ла Standard Oil-дан башланған.

Standard Oil йылына Рокфеллерға 3 миллион доллар табыш килтереп тора. Быларҙан тыш Рокфеллер ун алты тимер юл, алты ҡорос ҡойоу, туғыҙ күсемһеҙ милек менән сауҙа итеүсе фирма, алты пароходлыҡ, туғыҙ банк һәм өс апельсин баҡсаһы хужаһы.

Рокфеллер исеме байлыҡ символына әүерелә: ул комфорт менән йәшәй, ләкин Нью-Йорктың 5-се авенюһында йәшәгән башҡа миллионерҙар кеүек үҙ байлығы менән маҡтанып, уны кешегә күрһәтергә тырышып бармай. Кливленд ситендә уның виллаһы, 283 гектар ер участкаһы һәм, шулай уҡ Нью-Йорк, Флорида штаттарында йорттары һәм Нью-Джерсила гольф уйнау өсөн шәхси майҙансығы була. Ләкин ул Нью-Йоркҡа яҡын ғына урынлашҡан «Покантико хиллз» виллаһын башҡаларына ҡарағанда нығыраҡ ярата.

Рокфеллер йөҙ йәшкә еткәнсе йәшәргә теләй, әммә йөҙ йәшкә етергә өс йыл ғына тулмай — 1937 йылдың 23 майында йөрәк өйәнәгенән 98 йәшендә вафат була.

Хәйриә эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Джон Рокфеллер 1915 йылда улы менән

Үҙен һәр ваҡыт бизнесмен-христиан тип иҫәпләй, бала сағынан килемдәренең 10 процентын Баптист сиркәүенә күсерә. 1905 йылда был өлөш 100 миллион доллар тәшкил итә.

1897 йылдан башлап Рокфеллер әкренләп Standard Oil-ға идара итеү функцияларын партнерҙарына тапшыра, ә үҙе хәйриә менән күберәк шөғөлләнә башлай. 1892 йылда уның тырышлығы менән Чикаго университетына нигеҙ һалына, ә 1901 йылда Рокфеллер исемендәге медицина институты (һуңынан Рокфеллер исемендәге университет), бер йылдан һуң — Дөйөм белем биреү советы асыла һәм 1913 йылда Рокфеллер Фонды булдырыла.

Ғүмеренең аҙағында ярты млрд. долларҙы тарата, ләкие уның берҙән-бер улы Джон Рокфеллер-кинйә 460 миллион доллар мираҫ ала. Ул шулай уҡ ярты миллиард долларҙы хәйриә маҡсаттарына тотона, бынан тыш Нью-Йоркта элемтә индустрияһы өсөн Рокфеллер Үҙәге төҙөлөшөнә аҡса бирә. Алты балаһына бөтәһе 240 миллион доллар ҡалдыра. Рокфеллер-кинйә шулай уҡ Эмпайр-стейт-билдинг күп ҡатлы йортон төҙөтә. Тәҡүәле кеше булғанға күрә, Рокфеллер байлығының бер өлөшөн үҙе ағзаһы булған Төньяҡ Баптистары общинаһы ихтыяждарына тотона.

Көнбайыш Антарктидаға Америка ебәргән Ричард Бэрд етәкселегендәге экспедицияһы тулыһынса Рокфеллер тарафынан финанслана. Улар Мэри Бэрд Еренең (Көнбайыш Антарктида) көнбайыш өлөшөндә 1934 йылда асылған яйланы Рокфеллер яйлаһы (ингл. Rockefeller Plateau) тип атай.

Шулай уҡ 1918 йылда асылған астероид (904) Рокфеллер хөрмәтенә Рокфеллия, .

2000 йылға тиклемге мәғлүмәттәр буйынса Джон Рокфеллер кешелек тарихында иң бай кеше тип иҫәпләнә, журнал Forbes уның байлоығын 2007 йыл эквивалентында 318 миллиард доллар тип баһалай, ә шул уҡ ваҡытта иң ҙур байлыҡҡа эйә булған Билл Гейтстың байлығы 50 млрд доллар самаһы тәшкил итә.

Ҡатыны — Лаура Спелман Рокфеллер (1839—1915). Уларҙың биш балаһы була:

  • Елизабет (Elizabeth) (1866—1906),
  • Алиса (Alice) (1869—1870),
  • Альта (Alta) (1871—1962),
  • Эдита (Edith) (1872—1932),
  • берҙән-бер улы Джон Рокфеллер-кинйә (1874—1960), хәйриә эше менән шөғөлләнә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118745603 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://www.nytimes.com/2010/06/09/business/09estate.html?src=busln
  4. http://www.nytimes.com/2010/06/09/business/09estate.html
  5. http://www.nytimes.com/2006/12/04/world/asia/04azerbaijan.html?ref=world
  6. 6,0 6,1 John D. Rockefeller // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. 7,0 7,1 John D. Rockefeller // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. http://www.timelines.ws/states/FLORIDA.HTML
  9. http://www.timelines.ws/20thcent/1937.HTML
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 Kindred Britain
  11. Union List of Artist Names (ингл.) — 2018.
  12. Распространённая передача имени и фамилии в русских текстах; более точная передача — Джон Дейвисон Рокефеллер.
  13. American Experience | The Rockefellers | Transcript 2000 йыл 27 октябрь архивланған.
  14. The richest Americans // Fortune, 2007
  15. John D. and Standard Oil. Bowling Green State University. Дата обращения: 13 май 2008. Архивировано 12 сентябрь 2006 года.
  16. Fortune Magazine lists the richest Americans, not by the changing value of the dollar but by percentage of GDP: Rockefeller is credited with a Wealth/GDP of 1/65. (accessed 20 August 2009).
  17. Richest Americans in History. Forbes. Дата обращения: 22 декабрь 2009. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  18. Top 10 Richest Men Of All Time. AskMen.com. Дата обращения: 29 май 2007. Архивировано 9 февраль 2012 года.
  19. The Rockefellers. PBS. Дата обращения: 29 май 2007. Архивировано 9 февраль 2012 года. 2000 йыл 27 октябрь архивланған.
  20. The Richest Americans, Fortune magazine. 17 июль 2007 тикшерелгән.
  21. The Wealthiest Americans Ever, The New York Times (15 июль 2007). 17 июль 2007 тикшерелгән.
  22. John D. Rockefeller, by Albro Martin, Encyclopedia Americana 1999 Vol. 23
  23. Chernow, (1998) p. 10.
  24. Scheiffarth, Engelbert: Der New Yorker Gouverneur Nelson A. Rockefeller und die Rockefeller im Neuwieder Raum. Genealogisches Jahrbuch, 9 (1969), p. 16—41.
  25. Chernow, (1998) p. 11.
  26. Chernow, (1998) p. 43.
  27. Segall, Grant (инг.)баш. John D. Rockefeller: Anointed With Oil. — Oxford University Press, 2001. — С. 14. — ISBN 0-19-512147-3.
  28. 100 человек…, 2009