Күсемһеҙ мөлкәт

закон нигеҙендә күсемһеҙ тип танылған мөлкәт төрө

Күсемһеҙ мөлкәт — закон нигеҙендә күсемһеҙ тип танылған мөлкәт төрө.

Сығышы буйынса күсемһеҙ мөлкәткә ер участкалары, ер аҫты участкалары, ер менән ныҡлы бәйләнгән бөтә нәмә, йәғни тәғәйенләнешенә зыян килтермәйенсә күсереп йөрөтөү мөмкин булмаған объекттар, шул иҫәптән биналар, ҡоролмалар, төҙөлөп бөтмәгән объекттар инә.  

Сығышы буйынса күсемһеҙ мөлкәттән тыш, Рәсәйҙә «закон буйынса күсемһеҙ мөлкәт» бар. Уға дәүләт теркәүе үтергә тейешле һауа һәм һыу суднолары, эске йөҙөү суднолары, космос объекттары инә. 

Күсемһеҙ мөлкәт лизинг объекты ла була ала. Күсемһеҙ мөлкәтте залогҡа һалыуҙы, шулай уҡ күсемһеҙ мөлкәт залогына кредит алыуҙы ипотека тип атау ҡабул ителгән. 

Күсемһеҙ мөлкәт буйынса килешеүҙәр

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһында

үҙгәртергә

Ғәмәлдәге Рәсәй хоҡуҡиәтенә ярашлы, күсемһеҙ мөлкәт буйынса  килешеүҙәр мотлаҡ дәүләт теркәүе үтергә тейеш һәм шундай теркәүе булһа ғына был килешеүҙәр төҙөлгән тип һанала. Теркәүсе орган Күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡтарҙың һәм улар менән килешеүҙәрҙең берҙәм дәүләт реестрына (ЕГРП) тейешле яҙманы индерә.  Дәүләт теркәүе булмаһа, күсемһеҙ мөлкәт буйынса килешеү (хосусилаштырыу, алмашыу, бүләк итеү, васыят итеү, һатыу-һатып алыу, рента) төҙөлмәгән тип иҫәпләнә һәм хоҡуҡи эҙемтәләргә эйә булмай.  Төҙөлгән договор буйынса милек хоҡуғының күсеүе теркәлеү зарур. Рәсәйҙә күсемһеҙ мөлкәт буйынса килешеүҙәрҙе махсус дәүләт органы — Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте теркәй. Килешеүҙәрҙе төҙөүҙең ике төрө бар  — нотариаль һәм ҡулдан яҙылған ябай төр, улар икеһе лә бер үк төрлө юридик көскә эйә.  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә