Рахманғол (исем)
Рахманғол — ғәрәптәрҙән һәм башҡорттарҙан башҡа төрки телле халыҡтарға таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәРахманғол («рахман» ғәрәп һәм « ҡол-ғол» башҡорт һүҙҙәрен ҡушып яһалған) — «алла ҡоло, бәндәһе» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәРахманғол Иртуғанов рус. Рахмангул Иртуганов) — 1771—1773 йылдарҙа Рәсәй ғәскәренең Уҫы даруғаһы поход старшинаһы, 1780 йылдан алып Ғәйнә улусы старшинаһы.
Фамилияларҙа
үҙгәртергәРахманғолов Сибәғәт Ғибат улы (4 март 1963 йыл) — башҡорт журналисы, йәмәғәтсе. «Ишембай телевидениеһы» автономлы муниципаль учреждение директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2021). Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2011)
Рахманҡолов Дилүс Лотфулла улы (20 август 1939 йыл — 9 август 2008 йыл) — совет ғалим-химик-органигы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1975), профессор (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981).
Рахманҡолова Ғәйшә Абдрахман ҡыҙы (3 декабрь 1913 йыл — 3 май 1991 йыл) — рәссам, график, ТАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәое (1974), Татарстан АССР-ның халыҡ рәссамы (1984). 1942 йылда ТАССР Рәссамдар берлеге ағзаһы булған беренсе татар ҡатын-ҡыҙ-рәссамы, Мәскәүҙә Бөтә союз акварель күргәҙмәләрендә Татарстан АССР-ның беренсе вәкиле булып ҡатнашыусы.
Топонимдарҙа
үҙгәртергәРахманғол (рус. Рахмангулово) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы, Рахманғол территориаль бүлегенең административ үҙәге.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |