Раил (исем)
Раил — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәРаил исеме ғәрәп теленән нигеҙ ҡороусы, һалыусы тигән мәғәнәлә килә[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Сарбаев Раил Сәлих улы (11 ғинуар 1962 йыл) — хужалыҡ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). Салауат Юлаев ордены (2007) кавалеры.
- Байбулатов Раил Фәтхелислам улы (2 июнь 1937 йыл — 22 июль 2002 йыл) — яҙыусы, публицист, тәржемәсе. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Көсөков Раил Фазыл улы (28 март 1952) — опера йырсыһы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2009), Башҡортостандың халыҡ артисы (2000), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы лауреаты.
- Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы (3 март 1959 йыл) — ғалим-химик. 1987 йылдан Өфөләге Органик химия институты хеҙмәткәре, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Химия фәндәре докторы (2004), профессор (2006).
- Вәлитов Раил Бәкер улы (18 ғинуар 1940 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |