Көсөков Раил Фазыл улы

опера йырсыһы

Көсөков Раил Фазыл улы (28 март 1952 йыл) — опера йырсыһы. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры вокалсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) артисы. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1982) һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы (1978) лауреаты.

Көсөков Раил Фазыл улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (72 йәш)
Тыуған урыны Ҡолой ауылы, Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы баритон[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Башҡортостандың халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Раил Фазыл улы Көсөков (Кучуков) Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Ҡолой ауылында 1952 йылдың 28 мартында тыуған. Сығышы менән Көсөковтар нәҫеленән. 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Шунан алып бөгөнгө көнгә тиклем ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисты.

Беренсе эше — «Салауат Юлаев» операһында Пугачёв ролен бик уңышлы йырлай. Беренсе классик партияһы "Фауст"а Валентин роле була. Опера театры үҙе бер мөғжизәле донъя кеүек. Үҙ ҡағиҙәләре, үҙ талаптары бар уның. Бик көслөләр генә сыҙай операла. Бар булмышын опера театры менән бәйләгән Раил Көсөков Риголетто, Амонасро, Жермон, Алеко, Кенәз Игорь кеүек ялҡынлы, ҙур масштаблы ролдәрҙә уйнай. Бөгөнгө көндә ул 90-дан артыҡ партия башҡара.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә