Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты

Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы биләмәһендәге зоологик тәбиғәт ҡомартҡыһы

Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты (рус. Природный резерват форели в ручьях Б. и М. Апшак) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы биләмәһендәге зоологик тәбиғәт ҡомартҡыһы. Майҙаны 274,5 гектар[1].

Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты
урыҫ : зоологический памятник природы, Природный резерват форели в ручьях Б. и М. Апшак
Төп мәғлүмәт
Майҙаны274,5 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Урынлашыуы
53°02′09″ с. ш. 57°39′56″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Оло Бешәке һәм Кесе Бешәке инештәрендәге йылға бағырының тәбиғәт резерваты Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан көньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уға Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се «Башҡорт АССР-ының тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау тураһында»ғы ҡарары менән айырым һаҡланыусы зоологик тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[2].

Оло һәм Кесе Бешәке Ағиҙел йылғаһы бассейнының һыуыҡ һәм үтә күренмәле һыулы типик тау шишмәләре, Көньяҡ Кыраҡа һырттарының көнбайыш армыттарынан ағып төшә. Муйыл-ерек урмандары, болондар һәм ҡарағай-ҡарағас-ҡайын урмандары менән уратылған. Йылға киңлеге яҡынса 1 — 3 м, тәрәнлеге 30-60 см (соҡорҙарҙа 1,5 м тиклем). Шишмәләр арҡаһында ҡышын туңмай торған ҡарандар һаҡланып ҡала, уларҙа һыу турғайы ҡышлай. Йылғаларҙа Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына (2014) индерелгән, Һөмбаш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, Башҡортостан Республикаһындағы иң ҙур йылға бағыры популяцияһы айырым һаҡлау объекты булып тора. Бағыр күбеһенсә йыуылған ярҙар аҫтында һәм утапшалар менән тулған участкаларҙа тора. Йылғаларҙа шулай уҡ сабаҡ, ажау, майма, опто, ҡомай (ташбаш), ҡомтөрткө, һаҡалсан бар. Бында бағыр кеүек үк Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән Европа бәрҙеһе лә йәшәй. Бәрҙе күбеһенсә шаршыларҙа туҡлана.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы тәбиғәтте һаҡлау һәм фәнни әһәмиәткә эйә[1].


Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 резерват форели в ручьях Б. и М. Апшак Природный резерват форели в ручьях Б. и М. Апшак. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).
  2. Постановление Совета Министров Башкирской АССР от 17.08.1965 №465 «Об охране памятников природы Башкирской АССР».