Ажау
Ажау
Голавль на выставке «Subaqueous Vltava» в Праге
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылыс һыртлы балыҡтар
Отряд: Сазан балыҡтар
Ғаилә: Сазандар
Ырыу: Ельцы
Төр: Ажау
Латинса исеме
Leuciscus cephalus (Linnaeus, 1758)
ITIS 163581
NCBI 8284

Ажау, ҡушбаш, опло, опто — (рус. голавль[1], лат. Squalius cephalus, рус. Голавль) Һаҙандар төркөмөнә ингән, яҫы моронло, итләс эре балыҡ[2]; карптар ғаиләһенә ҡараған сөсө һыу балығы. Ҙур башлы, маңлайлы киң балыҡ. Арҡаһы ҡара йәшел, ян-яҡтары көмөш төҫлө, эре тәңкәле. Арҡа һәм ҡойроҡ, ҡанат өлөшсәләре ҡуңыр, түш һәм ҡорһаҡ ҡанаттары ҡыҙғылт төҫтә. Оҙонлоғо 80 см, ауырлығы 8 кг тиклем етә.

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 61205

Таралыуы

үҙгәртергә

Европала һәм Кесе Азияла киң таралған. Төньяҡ-көнсығыш Европала — Төньяҡ Двинала; Кесе Азияла — Евфрат һыуҙары янында. Кубанда, Теректа, Курала һәм Кавказдың башҡа йылғаларында уға яҡын төрҙәр — Кавказ ажауы бар. Башлыса йылғаларҙа, һирәгерәк күлдәрҙә йәшәй.

Ажау һыуҙың температураһы12 — 17 °C булғанда, Европаның көньяҡ райондарында башлыса апрель айында, төньяҡ райондарҙа — май — июнь айҙарында, йәшәү урындарынан алыҫ түгел ерҙә 9,7 — 200 меңгә тиклем ыуылдырыҡ сәсә. Енси яҡтан 2 — 3 йылда, ауырлығы 300—400 г булған осраҡта өлгөрә.

Йәшәү урындары

үҙгәртергә
 
Ажау өйөрө

Ажау тиҙ һәм уртаса ағымлы участкаларға өҫтөнлөк бирә. Аҡмаған һыуҙа, шул иҫәптән һыуһаҡлағыстарҙа осрамай. Уларҙың яратҡан урындары — һалынҡы ҡыуаҡтар һәм текә ярлы менән участкалар, ҡумырыҡтар.

 
Ауланған ажау

Ул һәүәҫкәр һәм спорт балыҡсылығы объекты булып тора. Ҡалҡыуыстар, ҡармаҡтар, спиннинг менән тоталар. Алдатҡыс ем сифатында сиңерткә, май ҡуңыҙы һәм уның ҡарышлауығы кеүек бөжәктәр файҙаланыла. аулау өсөн иң яҡшыһы: ҡамыр, селәүсен, селбәрәләр. Ажау май уртаһында һәм көҙ башланыу менән айырыуса яҡшы ҡаба. Ҡышын уны эләктереүе ауыр, әммә боҙ миҙгеле башында һәм аҙағында әүҙемлеге бер аҙ арта. Ул ҡаты һуғыла, хатта ҡармаҡ сыбығы ҡулдан ысҡынырға мөмкин. Тәүҙә айырыуса көслө тартыла, әммә балыҡ тиҙ арала арый, үҙен ярға тыныс ҡына сығарырға мөмкинлек бирә. Насар эләкһә, ҡармаҡтан ысҡына[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решетников Ю. С., Котляр А. Н., Расс Т. С., Шатуновский М. И. Пятиязычный словарь названий животных. Рыбы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., 1989. — С. 143. — 12 500 экз. — ISBN 5-200-00237-0.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. Фаусек В. А. Голавль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә