Аҡ ҡурғаш

(Олово битенән йүнәлтелде)

Аҡ ҡурғаш (химик символы — Sn; лат. Stannum) — химик элементтарҙың периодик таблицаһында бишенсе перодтың 14-се элементы (иҫке классификация буйынса  —  IV төркөмдөң төп элементы). Атом номеры 50. Еңел металдар төркөмөнә ҡарай.Нормаль шарттарҙа аҡ ҡурғаш һығылмалы, сүкелеүсән, еңел эреүсән көмөш-аҡ төҫтәге ялтыр металл. Аҡ ҡурғаш өс аллатропик модификацияла була:  13,2 °C түбән температурала алмас куб рәшәткәле тотороҡло α-аҡ ҡурғаш (һоро ҡурғаш), 13,2 °C юғарыраҡ температурала тетрогональ рәшәткәле β-аҡ ҡурғаш (аҡ ҡурғаш) . γ-ҡурғаш —  161°C—232  градустар интервалында барлыҡҡа килә.

50 ИндийАҡ ҡурғашСурьма
Ge

Sn

Pb
Элементтарҙың периодик системаһыВодородГелийЛитийБериллийБорУглеродАзотКислородФторНеонНатрийМагнийАлюминийКремнийФосфорКөкөртХлорАргонКалийКальцийСкандийТитанВанадийХромМарганецТимерКобальтНикельБаҡырЦинкГаллийГерманийМышьякСеленБромКриптонРубидийСтронцийИттрийЦирконийНиобийМолибденТехнецийРутенийРодийПалладийКөмөшКадмийИндийОловоСурьмаТеллурИодКсенонЦезийБарийЛантанЦерийПразеодимНеодимПрометийСамарийЕвропийГадолинийТербийДиспрозийГольмийЭрбийТулийИттербийЛютецийГафнийТанталВольфрамРенийОсмийИридийПлатинаАлтынТере көмөшТаллийСвинецВисмутПолонийАстатРадонФранцийРадийАктинийТорийПротактинийУранНептунийПлутонийАмерицийКюрийБерклийКалифорнийЭйнштейнийФермийМенделевийНобелийЛоуренсийРезерфордийДубнийСиборгийБорийХассийМейтнерийДармштадтийРентгенийКоперницийНихонийФлеровийМосковийЛиверморийТеннесинОганесон
Элементтарҙың периодик системаһы
50Sn
Ябай матдәнең тышҡы күренеше
β-олово
Көмөш аҡ төҫлө һығылмалы металл (Бета-аҡ ҡурғаш) йәки порошок (Альфа-ҡурғаш)
Атом үҙенсәлектәре
Исеме, символы, номеры

Аҡ ҡурғаш / Stannum (Sn), 50

Атом массаһы
(моляр массаһы)

118,710(7)[1] а. м. б. (г/моль)

Электрон конфигурация

[Kr] 4d10 5s2 5p2

Атом радиусы

162 пм

Химик үҙенсәлектәре
Ковалент радиус

141 пм

Ион радиусы

(+4e) 71 (+2) 93 пм

Электроотиҫкәрелек

1,96 (Полинг шкалаһы)

Электрод потенциалы

-0,136

Окисланыу дәрәжәһе

+4, +2

Ионлашыу энергияһы
(первый электрон)

708,2 (7,34) кДж/моль (эВ)

Ябай матдәнең термодинамик үҙенсәлектәре
Тығыҙлыҡ (н. ш.)

7,31 г/см³

Иреү температураһы

231,9 °C

Ҡайнау температураһы

2873 K

Иреү йылылығы

7,07 кДж/моль

Парға әйләнеү йылылығы

296 кДж/моль

Моляр йылы һыйышлығы

27,11[2] Дж/(K·моль)

Моляр күләм

16,3 см³/моль

Ябай матдәнең кристалл рәшәткәһе
Рәшәткә структураһы

тетрагональ

Рәшәткә параметры

a=5,831;c=3,181 Å

Отношение c/a

0,546

Дебай температураһы

170,00 K

Башҡа характеристикалар
Йылы үткәреүсәнлек

(300 K) 66,8 Вт/(м·К)

50
Аҡ ҡурғаш (Олово)
118,710
4d105s25p2

Ҡурғаш кешелеккә б.э.т. IV мең йыллыҡтан уҡ билдәле булған. Был металды алыу юлы ҡатмарлы һәм бик ҡиммәтле, шуға күрә боронғо Рим һәм грек ҡомартҡыларында һирәк осрай. Аҡ ҡурғаш Библияла, Моисей китаптарында телгә алына. Аҡ ҡурғаш б.э.т. III быуат һуңында һәм уртаһында ҡулланылған ҡурғашлы бронза компоненты булып тора. Ул заманда билдәле булған металдар араһында аҡ ҡурғаш иң ныҡлыһы булғанға күрә 2000 йыл буйы "бронза быуат" дәүерендә аҡ ҡурғаш "стратегик металл" булып иҫәпләнә (яҡынса алғанда: XXXV—XI быуаттар).

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Латинса исеме stannum , санскрит телендәге "ҡаты, ныҡлы" һүҙе менән бәйле, башта ҡурғаш һәм көмөш иремәһен шулай атағандар, һуңғараҡ башҡа 67 % аҡ ҡурғаш булған шуға оҡшаған металдар иремеһен stannum тип атағандар. IV быуатта ғына металдың үҙен аҡ ҡурғаш тип атайҙар.


Рус телендәге олово һүҙе — славяндарҙың дөйөм һүҙе, славян телендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙә (пол. ołów, чеш. olovo, сер. ҡурғаш һ. б.) был һүҙ менән аҡ ҡурғашҡа оҡшаған башҡа металл ҡарғашты (свинец) атайҙар. Балтика телдәрендә лә олово һүҙе ҡулланыла (әҙәби литва телендә alavas, alvas, латышса alva— "олово", прусск. alwis — "ҡурғаш").  Боронғо немец телендә лә elo — «һары», латинса albus — «аҡ» тигәнде аңлата. Метал төҫө буйынса аталған[3].  

Тәбиғәттә таралышы

үҙгәртергә

Ҡурғаш — һибелеп таралған һирәк элементтарҙың  береһе. Ер ҡабығында таралыуы буйынса ҡурғаш 47-се урынды биләй. Кларк һаны буйынса  2·10−4 алып 8 ·10−3 % тиклем масса тәшкил итә. Составында аҡ ҡурғаш булған төп минерал — касситерит (ҡурғаш таштары) SnO2, уның составында 78,8 проценты аҡ ҡурғаш бар.  Станнин (аҡ ҡурғаш колчеданы) — Cu2FeSnS4 (27,5 % Sn) тәбиғәттә һирәгерәк осрай.

Ятҡылыҡтары

үҙгәртергә

Донъяла аҡ ҡурғаш ятҡылыҡтары Ҡытай һәм Көньяҡ-көнсығыш Азияла — Индонезия, Малайзия һәм Таиланд илдәрендә. Иң ҙур ятҡылыҡтар, шулай уҡ Көньяҡ Америка (Боливия, Перу, Бразилия) һәм Австралия илдәрендә.

Рәсәйҙә аҡ ҡурғаш ятҡылыҡтары Хабаровск крайында[4], Чукот автономиялы округында, Приморье крайында (Кавалеровский районы), Яҡутстанда һәм башҡа райондарҙа урынлашҡан.

Ҡулланыу

үҙгәртергә

Таҙа килеш һәм башҡа металдар составында аҡ ҡурғаш хәүефһеҙ, ағыуһыҙ, коррозияға ҡаршы тороусан металл буларыҡ ҡулланыла. Ҡурғаш ялатылған аҙыҡ-түлек тараһы етештереү аҡ ҡурғаштың сәнәғәттә төп файҙаланышы. Бынан электроника өсөн тыш йәбештергәс иремәләр, торба үткәргестәре, подшипниктар етештереүҙә ҡулланыла. Аҡ ҡурғаштың иң билдәле иремәһе бронза. Тағы ла бер билдәле иремәһе пьютер һауыт-һаба эшләүҙә ҡулланыла. Был маҡсаттар өсөн барлыҡ етештерелгән аҡ ҡурғаштың 33% китә. Табылған аҡ ҡурғаштың 60%  упаковкалар һәм йәбештергес иремәләр өсөн ҡулланыла. Ауыр металдар араһында иң хәүефһеҙе булған өсөн һуңғы йылдарҙа был металға ҡыҙыҡһыныу арта.

Аҡ ҡурғаш сульфиды SnS2 алтынды имитациялаусы буяуҙар етештереүҙә ҡулланыла.
Титан етештереүҙә аҡ ҡурғаш легирлаүсы металл булараҡ ҡалланыла.
Аҡ ҡурғаш двуокисы оптик быяла эшләүҙә абразив материал булараҡ ҡулланыла. Аҡ ҡурғаш тоҙҙарынан йөн буяуҙары етештерәләр. Был металл химик электр тогы сығанаҡтарында, аккумуляторҙарҙа киң ҡулланыла.

Физиологик тәьҫире

үҙгәртергә

Организмға аҡ ҡурғаштың тәьҫире тураһында билдәле түгел. Кеше органзмында яҡынса (1—2)· 10−4 % аҡ ҡурғаш бар һәм көн һайын аҙыҡ менән 0,2—3,5 мг аҡ ҡурғаш керә. Металл хәлендәге аҡ ҡурғаш зарарһыҙ,шуға күрә аҙыҡ сәнәғәтендә ҡулларырға мөмкин. Аҡ ҡурғаштың парҙары, азрозоль һәм саң составында булған аҡ ҡурғаш кеше өсөн зарарлы. Аҡ ҡурғаш пары һәм азрозоле тәьҫирендә станноз тигән үпкә ауырыуы башланыуы мөмкин.

Станнан (аҡ ҡурғашлы водород) — көслө ағыу. Шулай уҡ аҡ ҡурғаштың органика менән ҡушылмалары ағыулы. Һауа атмосфераһында ваҡытлыса конценртацияһы 0,05 мг/м3 булыуы мөмкин , ПДК (мөмкин һаналған ҡуйылыҡ концентрацияһы) аҙыҡ продукттарында 200 мг/кг, һөт һәм һуттарҙа — 100 мг/кг. Кеше өсөн зарарлы доза — 2 г.

Ғәҙәти шарттарҙа һаҡлау һәм ҡулланыу осоронда һәм 600 °C-ҡа тиклем эремәһендә һауаға зарарлы матдәләр бүленеп сыҡмай. Оҙайла ваҡыт (15-20 йыл эсендә) аҡ ҡурғаш саңы эшселәр үпкәһенә тәьҫир итә һәм пневмокониоз тигән үпкә ауылыуы башланырға мөмкин.

Һүрәттәр галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (инг.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Т. 85. — № 5. — С. 1047-1078. — DOI:10.1351/PAC-REP-13-03-02
  2. Редкол.:Кнунянц И. Л. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Советская энциклопедия, 1992. — Т. 3. — С. 382. — 639 с. — 50 000 экз. — ISBN 5—85270—039—8.
  3. Л. А. Введенская, Н. П. Колесников. Этимология: Учебное пособие // СПб.: Питер, 2004, стр. 122.
  4. Home. Tin Resources. Дата обращения: 11 декабрь 2016. 2017 йыл 13 март архивланған.
  • профессор М. П. Русаков. Олово // журнал «Наука и жизнь», № 1, 1940. стр.9-14
  • Н. К. Чертко и др. Биологическая функция химических элементов. — Справочное пособие. — Минск, 2012. — 172 с. — ISBN 978-985-7026-39-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә